Һөҙөмтәләр ыңғай16.01.2018
Тағы ла бер йыл артта ҡалды. Ул беҙҙең республика өсөн ниндәй булды һуң? Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уны, иҡтисади һәм социаль күрһәткестәргә таянып, ыңғай баһаланы.


Эйе, үҫеш бар. Мәҫәлән, былтыр ун бер айҙа сәнәғәт – 2,3, ауыл хужалығы 2,5 процент үҫеш кисергән, ә ойошмаларҙың тауар әйләнеше туғыҙ процентҡа күтәрелгән. Ҡулланыусылар баҙарында ла хәл яҡшыра: ваҡлап һатыу – ике, күмәртәләп һатыу 1,7 процентҡа артҡан. Инфляция 101,2 процент тәшкил иткән. Хеҙмәт хаҡы ла алты проценттан күберәккә күтәрелгән.
Шул уҡ ваҡытта әлегә халыҡтың килемен арттырыу буйынса аҡһайбыҙ әле, сөнки ун ай эсендә ул 2,5 процентҡа төшкән. 1 ғинуарҙан бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуы хәлдең бер аҙ яҡшырыуына булышлыҡ итер, ти төбәк Башлығы. Хеҙмәт баҙарында тотороҡлолоҡ һаҡланған: эшһеҙлек биш процентҡа кәмегән, теркәлеүселәр ҙә әҙәйгән.
Илдәге көрсөк инвестиция проекттарын тотҡарлай. Әле республикала төҙөлөш тармағында темптың кәмеүе күҙәтелә. Ун бер ай эсендә төҙөлөш эштәре күләме – 6,6 процентҡа, торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу 14 процентҡа төшкән. Йыллыҡ һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, һандар бер аҙ яҡшырһа ла, Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәргә тиңләшеп булмаясаҡ.
Бөгөн төбәк үҫешен инвестицияларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Республикала туғыҙ айҙа инвестициялар күләме дүрттән бер өлөшкә кәмегән. Бәлки, йыл һөҙөмтәләре буйынса һандар бер аҙ яҡшырыр, әммә республикала уның түбәнәйеүе төбәк етәкселеген борсоуға һала, сөнки һуңғы биш йылда беренсе тапҡыр ошондай хәл күҙәтелә.
Әлбиттә, уға тышҡы һәм эске факторҙар ҙа йоғонто яһай. Район-ҡалаларҙа хәлде яҡшыртыу өсөн муниципаль берәмек етәкселәренән дә әүҙемлек талап ителә. Урындарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә уңайлы шарттар булдырыу мөһим. Хәҙер кемдеңдер ситтән килеп, ҙур аҡсалар тәҡдим итеүен көтөп ултыра торған ваҡыт үткән, шуға ла үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарға таянырға кәрәк.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев, бөгөнгө көндә сәнәғәт етештереү индексы, эш хаҡы буйынса алдан әйтелгәндәргә өлгәштек, тип белдерҙе.


Вернуться назад