Эшҡыуарҙар менән килешелгән16.01.2018
Төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы эшҡыуарҙарҙың былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ул Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған төбәк хоҡуҡ-норматив акттарына ярашлы ойошторолдо.
Һөҙөмтәлә 104 яңы тәҡдим ителгән проектта эшҡыуарҙарға тәьҫир иткән норматив-хоҡуҡи акттарҙы баһалағандан һуң, уларҙың 19-ында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ауырлаштырған ҡағиҙә барлығы асыҡланған. Әҙерләүселәр, кире баһа алған һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, закон һәм ҡарарҙар проекттарында кәрәгенән тыш тыйыуҙар булған һәм бизнес өсөн нигеҙһеҙ сығымдар түгеүгә алып килгән ҡағиҙәләрҙе алып ташлаған. Шулай итеп, эшҡыуарҙар эшмәкәрлегенә йоғонто яһаған республиканың хоҡуҡи-норматив акттар проекттары 100 процентҡа камиллаштырылған.
Эшҡыуарҙың эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһаған һәм нигеҙһеҙ сығымдарға килтергән документтар араһында төбәк Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләгән “Башҡортостан Республикаһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты ла бар. Ведомство 2021 йылдан биләмәләрҙе төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙы әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған күләмдән 2,5-3 тапҡырға арттырырға тәҡдим иткән. Индерелгән иҫкәртмәләрҙән һуң штрафты бер мең һумға арттырыу тураһында закон проекты әҙерләнгән. Яңы документ эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил менән дә килешелгән.
Төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, шул иҫәптән уларҙы айырым йыйыу, тәртибен раҫлау тураһында”ғы Хөкүмәт ҡарары проектын тәҡдим иткән. Яңы ҡағиҙә, электрон һәм электрик ҡорамалдар, батарейка һәм терегөмөш кеүек тауар һатҡан, йыйған эшҡыуарҙар был эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү өсөн айырым лицензия алырға тейеш, тигән талап ҡуя. Проектҡа ҡарата белгертелгән ризаһыҙлыҡтарҙан һуң был яңылыҡтар төшөрөлөп ҡалдырылған.