Торлағың ни хаҡ?10.01.2018
Торлағың ни хаҡ?Эксперттар 2018 йылда яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирға хаҡтың артыуын, ә икенсел торлаҡтың арзанайыуын фаразлай.

“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр III кварталда яңы торлаҡ 6 процентҡа тиерлек ҡиммәтләнгән. Быйыл иһә хаҡтың ҡапыл артыуы күҙәтелмәйәсәк, барыһы ла инфляцияға ярашлы барасаҡ тип күҙаллана. 2017 йылда Башҡортостанда “Фатирҙарҙың бөтә төрҙәре” тигән төркөмдә яңы торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы уртаса 51,9 мең, икенселдеке иһә 18,8 мең һум булған. Торлаҡ хаҡы сифатҡа ҡарап ҡуйыла. Мәҫәлән, юғары сифатлы фатирҙа бер квадрат метр – 56,9, уртасарағы – 48,2, түбән сифатлыһы 43,7 мең һумға төшә.


Вернуться назад