Бурысты түләргә тура киләсәк09.01.2018
Дәүләт Думаһы Абхазияның Рәсәйгә бурысын ҡабаттан ҡарауҙы хупланы. Һүҙ былтырғы йыл башына был илдең сираттағы түләнмәгән бурысы менән йыйылған Рәсәйгә кире бирергә тейешле 1,7 миллиард һум аҡса хаҡында бара.
Абхазияға 2010 йылда уҡ ике миллиард һум күләмендә дәүләт кредиты бирелгәйне. Ул тимер юлды тергеҙеүгә һәм яңыртыуға планлаштырылғайны.
Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән документ кредитты түләү ваҡытын алты йылға – 2023-тән 2029 йылға тиклем оҙайта.
Шулай уҡ йыл һайын максималь түләүҙе кәметеү ҙә күҙаллана (368 миллиондан 143 миллион һумға тиклем). Бынан тыш, дуҫтарыбыҙға ваҡытында ҡайтарылмаған 131,5 миллион һумын, шулай уҡ штраф проценттарын да түләргә тура киләсәк. Абхазияның Финанс министрлығында, Рәсәйҙең бындай ҡарары республика ҡаҙнаһындағы көсөргәнеште кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, тип хәбәр итәләр. Быйыл улар яңы график буйынса 76 миллион һум бурысын бирәсәк.