Һыйырҙың һөтө – телендә09.01.2018
“Уңыш” крәҫтиән хужалығында малсылыҡ тармағына ҙур иғтибар бирелә. Районда иң күп һыйыр малы бында аҫрала – хужалыҡтың баш зоотехнигы Әнүәр Ҡорманғолов билдәләүенсә, әле 1200 баш самаһы иҫәпләнә.
Шуларҙың 365 башы – һауын һыйыры. Байымбәт фермаһында 215 баш ҡара-сыбар тоҡомлоһо булһа, Березовкала 150 баш. Йылҡы әллә ни күп түгел, 64 баш ат аҫрала. Хужалыҡтың алдынғы малсыһы Марат Ҡорманғоловҡа, һыйыр малын тәрбиәләүҙән тыш, ат ҡарауҙы ла йөкмәтеп ҡуйғандар.
Байымбәттә берҙәм, татыу коллектив тупланған. Ферма мөдире Мөхәмәт Үзбәков етәкселегендә һөт етештереү тотороҡло бара. Барлығы биш һауынсы эшләй. Ғаилә династиялары ла бар. Мәҫәлән, Нәбиуллиндарҙан ғаилә башлығы Салауат төнгө ҡарауылда торһа, хәләл ефете Мәүлиҙә – алдынғы һауынсы. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Илдар фермала малсы булып эшләп йөрөй, ҡыҙҙары Зөлфиә Фәхретдинова әсәһе һөнәрен дауам итә. Ағалы-ҡустылы Ҡорманғоловтар ҙа фермала эшләй.
“Уңыш” крәҫтиән хужалығында былтыр 10 айҙа 13339,16 центнер һөт, 696,09 центнер ит етештерелгән. Ун айҙа һәр һыйырҙан уртаса 3655 килограмм һөт һауып алынған. Йыл аҙағында иһә дүрт мең рубежын үттеләр.
Һимертеү төркөмөндә тәүлегенә 440 грамм артым алына. Һыйырҙың һөтө телендә икәнлеген яҡшы аңлап эш итәләр бында. Шуға ла мал аҙығы етерлек күләмдә тупланған. Барлығы 1100 тонна бесән, 6023 тонна силос, 18106 тонна сенаж, 2710 тонна һалам әҙерләнгән. Һәр шартлы мал башына 28 центнер аҙыҡ тура килә. Бынан тыш, фураж һәм шәкәр сөгөлдөрө һарҡындыһы бирелә.
Һыйырҙар күптән инде ҡышҡы шарттарҙа аҫрала. Бының өсөн ҡуралар һәм кәртәләр алдан ремонтланған. Фермалағы ремонт эштәренә Хәлил Ғәлин яуаплы. Тиреҫ түгеү ҡоролмаһы йә һауын аппараты ватыла ҡалһа, ул тиҙ арала ремонтлап та ҡуя. Үҙе слесарь, үҙе иретеп йәбештереүсе, кәрәк икән, балта оҫтаһы ла булырға тура килә уға. Хужалыҡ етәкселеге уны маҡтап ҡына телгә ала.
Алдынғылар етерлек “Уңыш”та. Һауынсыларҙан Валентина Фәтҡуллина, Виктория Ғилманова, Вәсимә Хажимөхәмәтова, Наталья Фәхретдинова, малсыларҙан Азат Садиҡов, Илһам Ҡорманғолов, Денис Садиҡов кеүек эшһөйәрҙәр дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә. Уларҙы эшкә дәртләндереп, хеҙмәт хаҡы үҙ ваҡытында түләнә.
– Эш хаҡын айҙыҡын айына бирә барабыҙ. Әлбиттә, бөгөн ауыл хужалығында эшләү еңелдән түгел. Шуға ла беҙгә берләшергә, кооперациялар төҙөргә, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеп һатырға өйрәнергә кәрәк. Юғиһә сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүрбеҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Ғафури һөтө” кооперацияһы төҙөргә булдыҡ та инде. Йыл аҙағына тиклем һөт эшкәртеү цехын эшләтеп ебәрергә ниәтләнәбеҙ. Кооперациялар булдырыуҙы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та хуплай һәм һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер. “Бер кооперация мал аҙығы, икенсеһе малсылыҡ продукцияһы етештерһә, өсөнсөһө эшкәртеү менән шөғөлләнһә, күпкә еңелерәк булыр ине. Быны миҫал өсөн генә әйтәм. Ялансылыҡта ла ошондай бүленеш булырға тейеш, сөнки бар йүнәлештәрҙе лә бөтә нескәлегенә тиклем өйрәнеп бөтөп булмай. Һәр кем бер тармаҡты ныҡлы үҙләштереп, ошо өлкәнең һөнәри оҫтаһына әйләнергә тейеш. Ошо йәһәттән башҡараһы эштәребеҙ етерлек тип уйлайым”, – ти крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдинов.
Ғафури районы.