“Ялҡаумын бит”, – ти оҫта05.01.2018
“Ялҡаумын бит”, – ти оҫта...Тәнзилә апай Әхмәҙуллаһын төшкө ашҡа индерә алмай аҙаплана. Бер әйтә – “хәҙер” ти хужа, икенсе әйтә – шул уҡ яуап. Эйе, оҫтаны яратҡан шөғөлөнән айырыуы еңел түгел – саҡ ҡына иғтибарҙы ситкә йүнәлттеме, бөтә уйҙары тарҡала ла ҡуя, эштең рәте китә. Бына шулай бөтә тырышлығын, белгәнен һалып, ашауын да онотоп, ваҡытын ҡорбан итеп килтереп сығара Әхмәҙулла Мырҙабаев үҙен ысын мәғәнәһендә тотош республикаға билдәле иткән вездеходын.


“Лифан” моторы
беҙгә ярамай


– Тиҙлекте алмаштырыу ҡабын үҙебеҙҙә етештерелгән автомобилдәр нигеҙендә эшләнем, тәгәрмәс сылбырына ҡайышты Стәрлетамаҡтан саҡ барып таптыҡ, – тип һөйләй Урман-Бишҡаҙаҡ конструкторы үҙенең техникаһы хаҡында. – Моторҙы ҡытайҙарҙыҡын ҡуйғайным, тик әйләнештәре тап килмәйенсә, бер-береһе менән яраша алманылар ҙа уныһын да “Жигули”ҙан һалдырып алдым.
Тимәк, вездеход тик Рәсәй автосәнәғәте деталдәренән яһалған. Деталь тигәндән, уларҙы тимер киҫә торған бысҡы һәм иретеп йәбештереү ҡорамалы ярҙамында Әхмәҙулла ағай үҙенсә әллә нисә тапҡыр “әүәләгән” инде. Быйыл май айында башына килгән уйҙарын һәм тимер-томорҙо “әүәләгән дә” хәҙер, ана, ауыл урамдарынан елдерә. Артынан бала-саға йүгерә, ауылдаштары һоҡланып ҡала, республика телевидениеһынан да килгәндәр. Улай ғына ла түгел: бер нисә балыҡсы-һунарсы ошондай вездеходға заказ биреп өлгөргән дә инде. Тимәк, ижад емеше өҫтөндә юҡҡа ғына тырышмаған ағай.
– Әлбиттә, әле етешһеҙлектәр килеп сыҡҡылай, уларҙы бөтөрә барам, камиллаштыраһы урындары ла бар, – ти Әхмәҙулла Хәбибулла улы, вездеходының әле бер еренә һуҡҡылап, әле икенсе шөрөбөн борғолап. Был тиклем кимәлгә еткәс, ҡалғанын ғына еренә еткерер “Кулибин”.

Фекерҙәштәр

– Зөфәр Яхин, башҡа әшнәләр менән күмәкләп булышабыҙ инде, бер үҙем ҡайҙа ти был тиклемде йырып сығырға, уның машинаһында йә запас часть юллап сығып китәбеҙ, йә яғыулыҡ алып ҡайтабыҙ, тимерҙе тотоп торорға ла кәрәк, – тип ярҙамсыһын да онотмай конструктор. Эйе, фекерҙәшең булыуы – башыңдағы идеяны аҙағынаса алып барып еткереүҙә ҙур таяныс, һәм һүҙем Әхмәҙулла Мырҙабаев дуҫы тураһында ғына түгел.
Әгәр Тәнзилә ханым: “Ҡуй инде, шул юҡ менән булышаһың да йөрөйһөң, аҡса-ваҡыт әрәм итеп”, – тип әрләһә, ире был шөғөлөн аҙағынаса еткерер инеме икән?! Бына ул мөхәббәт! Бына ул ғаиләне бер итеүсе мөнәсәбәт, ҡатын-ҡыҙҙың бер генә һүҙе лә иренә йә ҡанат ҡуя, йә булғанын да һындыра. Аҡса тигәндән, уйынсыҡ тракторҙарҙан тотош бер парк булдырыу ҙа аҙ сығым талап итмәй. Хәйер, Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы үҙе лә “ижад ене” ҡағылған кеше шул – матур-матур япмалар эшләй, бәйләмдәр бәйләй, тимәк, аңлай. Ғөмүмән, ижади ғаилә Мырҙабаевтар.

Мәктәптә вертолет проекты яһағаны

Был вездеходы Әхмәҙулла ағайҙың данын таратты. Тик әле “Бәйләнештә” сайты ла, “Ютуб” видеоканалы ла, күршеһе Ғәзиз Ғәлиндең видеокамералы кеҫә телефоны булмаған саҡта ла “Кулибин” тарафынан әлегеләй техника яһалып торған. Бер нисә ҡаргиҙәр, вездеход... Ғөмүмән, һанарға хужаның бармаҡтары етмәй. Бына осоу аппараты ғына хыялда ҡала – ҡануниәттә сикләүҙәр бар.
– Ялҡаумын бит, – ти оҫта. – Тиреҫ аҡтарырға ирендем дә бәләкәй тракторым­дың артына һарай таҙарта торған ҡорамал ҡулайлап алдым, бесәнде лә ҡул менән эшләмәйем, алып ҡайтып өйгәнгә тиклем техника ярҙамында башҡарам, һабанға тиклем яһаным, – тип һөйләй Әхмәҙулла ағай үҙенең ижад емештәре хаҡында. Иң мөһиме – быларҙы конструктор шәхси ихатаһында ғына ҡулланмай, ә ауылдаштарына булышып, аҡса ла эшләй. Шулай тырышлыҡтары менән балаларын башлы-күҙле иткәндәр. Хәҙер, үҙҙәре әйтмешләй, “үҙҙәре өсөн” йәшәргә ҡала.
“Ялҡаумын” тип хужа шаяртып әйтә, әлбиттә. Уйлай китһәк, ошо тиклем вездеходты яһар өсөн күпме сабырлыҡ, аҡыл һәм тырышлыҡ кәрәк. Автосәнәғәт берә­мек­тәрендә көс түккән инженерҙарҙыҡы һымаҡ уның ғәләмәт көслө компьютерҙары ла юҡ, тәжрибә урыны ла – ихатаһы, ә проекттары тик башындағы “файлдарҙа” ғына һаҡлана. Тик әңгәмәсемдең уңған­лығы әлеге шөғөлөндә генә сағылмай, минеңсә, – ғүмер буйы руль-штурвалдан төшмәгән механизатор заманында ике тәүлек буйы йоҡламай иген сәсеп, районда беренселекте яулап, бүләккә бәләкәй трактор алған кеше! Бына ул ниндәй “ялҡау”. Ә кемдер яҡындарына бүләһе ваҡытын ҡул көсө менән бесән тейәп йөрөгән мәлдә уның был мәшәҡәтен күптән тамамлап, Торатауға һоҡланып, ҡатыны һәм балалары менән сәй табынында ултырыу насармы ни?!

“Беҙҙең ауылда
бер бабай бар...”


Ғүмер буйы тракторҙарҙың етешһеҙлек­тәрен үҙ ҡулдары менән тойоп, тәжрибә туплаған һәләтле механизатор әлеге техниканы етештереүсе заводтарҙа тик теоретик белем туплап килгән инженерҙарҙан деталдәрҙе бер ҙә насарыраҡ белмәйҙер, компетентлыраҡ булмаһа әле. Махсус белеме генә юҡ, шуға ижади емештәрен дә “ихата-технопаркында” йыйырға ғына ҡала.
Уның ҡарауы, минеңсә, икенсе бер баһалап бөтмәҫлек эш башҡара Әхмә­ҙулла Мырҙабаев. Алдараҡ телгә алған күренеште иҫкә төшөрөгөҙ: конструктор үҙенең вездеходында урамдан елдерә, артынан күҙҙәрендә дәрт-осҡондар сәс­рәтеп малай-ҡыҙҙар йүгерә, ә инде ауылдаш олатайҙары үҙенең техникаһында ултыртып йөрөтһә, бала-сағаның бөтөнләй түбәләре күккә тейә. Шул малай-ҡыҙҙар араһынан да киләсәктә берәй ҡеүәтле техника уйлап табыусы инженер сыҡмаҫ тип кем әйтә ала. Бирһен Хоҙай! Шул конструктор асышынан һуң, бәлки, былай тип һүҙ башлар: “Минең тыуған ауылымда Әхмәҙулла исемле бабай бар, уның вездеходында ултырып йөрөгәндә, үҙемдең инженер буласағымды аңланым...”

Ишембай районы.


Вернуться назад