Иң яҡшы орлоҡтар... институтта27.12.2017
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты – республикалағы агросәнәғәт комплексын ғилми йәһәттән тәьмин итеү буйынса төп учреждение. Институт коллективы орлоҡсолоҡта һиҙелерлек уңыштарға өлгәште.
Бында ауыл хужалығы культураларының ун һигеҙ сорты сығарыла. Быйыл ужым арышы, яҙғы бойҙай һәм ҡарағат сорттары дәүләт һынауына тапшырылды. Бойҙайҙың “Урал аръяғы ынйыһы” сортын ғилми-тикшеренеү институты “Ҡурғанорлоҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә сығарған. Был культура 84 тәүлек эсендә өлгөрә, бойҙайы ла бик эре. Һынау үткән йылдарҙа уның уртаса уңышы гектарынан 4,07 тоннаға еткән. Яңы сорт көрән һәм һыҙыҡ туты, онло ысыҡ кеүек ауырыуҙарға бирешмәй.
Ужым арышының “сулпан-9” сорты яҡшы сифаты, мул уңышы менән айырылып тора. Культураның гектарынан уртаса уңышы 4,65 тонна тәшкил итә, ә стандарт тип иҫәпләнгән “Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә” сортыныҡы – 4,23 тонна. Яңы сорттың мул уңышы башаҡтарҙың күләмле һәм тығыҙ булыуына бәйле. Иген иһә яҡшы органолептик күрһәткескә, көпшәклелеккә эйә, һалҡынға бирешмәй, һаҡлау өсөн ҡулай.
“Ҡара Ирәмәл” ҡарағат сорты гектарынан уртаса алғанда 1,2 тонна самаһы уңыш бирә. Был күрһәткес стандарт рәүешендә алынған “тулайым” сортынан 0,3 тоннаға күберәк. Сорт һыуыҡҡа ла, ҡоролоҡҡа ла тотороҡло. Баҡсасылар уны бигерәк үҙ итә.
Киләһе йылдан Селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына ужым тритикалеһының юғары уңдырышлы “башҡорт-3” сорты индерелә. Гектарынан уртаса уңышы 4,7 тоннаға еткән был культура күпселек сирҙәргә, ҡаты һалҡынға бирешмәй, ононоң сифаты ла юғары.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты селекцияһындағы культураларҙың егермегә яҡын төрө йыл һайын дәүләт һынауын уңышлы үтә. Быйыл бында 1 849 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шул иҫәптән 553 тонна үҙенсәлекле, 778 тонна элиталы, 518 тонна репродукцион, 24 тонна үлән, 52,5 тонна картуф орлоғо, 17,6 мең дана емеш-еләк үҫентеһе етештерелгән. Сифатлы орлоҡто һәм үҫентеләрҙе институт ауыл етештереүселәренә һата. Быйыл сауҙанан табыш 17 925 000 һум тәшкил иткән. Бер йыл эсендә етештереүселәр менән 1 146 000 һумлыҡ 36 килешеү төҙөлгән. Тағы ла бер ҡаҙаныш – “смена” тигән судан үләненә патент алынған.
Учреждение ғалимдары тәжрибә уртаҡлашыу сараларынан да ситтә ҡалмай. Быйыл улар 83 конференция, симпозиум, форум һәм семинар, ун күргәҙмә эшендә ҡатнашҡан, 170 доклад менән сығыш яһаған. Институттың хеҙмәте өс миҙал һәм дипломдар менән баһаланған. Ғалимдарҙың мәҡәләләре Юғары аттестация комиссияһы һәм сит ил баҫмаларында әленән-әле донъя күрә, уҡыу ҡулланмалары, китаптары, методик тәҡдимдәре нәшерләнә.
Ә. СӘХИБГӘРӘЕВ,
Башҡортостан ауыл хужалығы
ғилми-тикшеренеү институты
директоры урынбаҫары.