Рәсәй Хөкүмәтенең ултырышында илдең финанс министры Антон Силуанов федераль бюджеттың үтәлеше буйынса отчет менән сығыш яһаны. Иҡтисадтың бөгөнгө торошо ҡаҙна хәлендә нисек сағылыш таба, еңеллек вәғәҙә итәме ул беҙгә, әллә тағы ла ҡатмарлыраҡ заманмы?Уны асыҡлау өсөн һандарға мөрәжәғәт итмәй булмай. Быйылғы туғыҙ айҙа федераль ҡаҙнаның килеме 11 триллион һум тәшкил итте. Үткән йылғы осор менән сағыштырғанда, 18 процентҡа күберәк. Төп өлөшө – 60 проценттан ашыуы – нефть һәм газ һатыуға бәйле булмаған килем. Анығыраҡ әйткәндә, Рәсәй иҡтисады сеймал хаҡының үҙгәреп тороуына тотороҡлораҡ була бара.
Ҡаҙна, тәбиғи, сарыф итеү маҡсатында туплана. Быйылғы туғыҙ айҙа 11 триллион һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ тотонолған. Бюджеттың башҡарылыуы һуңғы йылдарҙағы уртаса кимәлгә тап килә, ә бына дефициты (сығымдың килемдән күберәк булыуы) байтаҡҡа кәмене һәм әлеге мәлдә 220 миллиард һум тәшкил итә, йәғни эске тулайым продукттың 0,3 проценты. Ә уҙған йылдың шул уҡ осоронда был күрһәткес 2,4 процентҡа барып еткәйне. Күп кенә кисектергеһеҙ сараларға, бигерәк тә ҡырҡыу социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеге тыуғанда, сығымдың килемдән ашыбыраҡ китеүенә лә юл ҡуйырға мәжбүр булалар. Быйыл, күреүебеҙсә, сама менән шул уҡ сығымдар һәм бюджеттың үтәлеше һаҡланған хәлдә лә дефициттың аҙайыуына өлгәшкәндәр.
– Айырым әйтеп үткем килә: социаль өлкәлә алынған йөкләмәләрҙе финанслау уңышлы бара, пенсия һәм пособиелар ҙа тулыһынса түләнә һәм артабан да шулай буласаҡ, – тип ышандырҙы министр. – Дәүләт программаларын һәм өҫтөнлөклө проекттарҙы финанслау, шулай уҡ төп тармаҡтарға һәм төбәктәргә ярҙам итеү ҙә туҡтамаясаҡ.
Артабанғы көнүҙәк мәсьәлә – маҡсатлы федераль программаларҙың һәм адреслы инвестиция программаларының үтәлеше. Уларҙың үтәлешен Антон Силуанов төрлөсә тип баһаланы: һәйбәт һөҙәмтә биргәндәре лә, уртаса килгәне лә, ҡәнәғәтләнерлек булмағандары ла бар. Һуңғылары буйынса хәлде төҙәтеү бурысы әлеге Хөкүмәт ултырышында тейешле министрлыҡтарға йөкмәтелде. Һүлпән үтәлгәндәре аҡса етмәгәнгә генә ҡайтып ҡалмай (ә федераль программаларҙы үтәү өсөн 900 миллиард һум ҡаралған), ул, нигеҙҙә, ҡайһы бер тармаҡтарҙа идара итеү оҫталығының тейешле кимәлдә булмауына ла бәйле. Шулай ҙа адреслы программалар буйынса һуңғы осорҙа ғына ла илдә байтаҡ мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа социаль объекттар һалынды.
Быйылға планлаштырылған сығымдар 1 декабргә ҡарата 82 процентҡа башҡарылғайны. Үткән йылдың шул уҡ датаһына был күрһәткес 79 процент ине. Йылдың аҙаҡҡы айында дәүләт сығымдары 3,1 триллион һум тәшкил итәсәк. Нигеҙҙә, улар эш хаҡы түләүгә һәм социаль тәьминәткә, төбәк ҡаҙналарына ярҙам итеүгә, тышҡы бурысты ҡаплауға тотоноласаҡ. Бюджет аҡсаһын үҙ ваҡытында һәм тейешенсә үҙләштергәндәр исемлегенә Антон Силуанов Эске эштәр министрлығын, Федераль таможня хеҙмәтен һәм башҡа ҡайһы бер тармаҡтарҙы индерҙе. Ләкин ошо йүнәлештә һүлпәнлек күрһәткәндәр ҙә бар. Улар араһында финанс етәксеһе тәүге сиратта Элемтә министрлығын атаны – ул үҙенең быйылғы йөкләмәһен 45 процентҡа ғына үтәгән икән. Транспорт һәм Көнсығышты үҫтереү министрлыҡтары ла дәүләт биргән әҙер аҡсаны үҙләштереүҙә артта ҡала.
Ә төбәктәрҙә хәл нисек? Субъекттарҙың ҡаҙнаһы үтәлеше былтырғынан яҡшыраҡ – 748 миллиард һум өҫтәмә килем алынған, йәғни был күрһәткес, үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, һигеҙ процентҡа артҡан. Быға, нигеҙҙә, табышҡа һәм мөлкәткә һалымдың күберәк йыйылыуы сәбәпсе. Шул уҡ ваҡытта сығымдарҙың да ете процентҡа артыуы күҙәтелә, уларҙың төп өлөшө эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелгән – был маҡсатҡа йүнәлтелгән аҡса 9 процентҡа артҡан. Былтыр 36 төбәктә ҡаҙнаның үтәлеше дефицит менән тамамланһа, быйылғы туғыҙ ай һөҙөмтәһе буйынса ундайҙар 29 булды.
Рәсәй ҡаҙнаһы үҙен ышаныслы тоя, Милли именлек фондында тупланған аҡса ғына ла 1 декабргә ҡарата 3,7 триллион һум тәшкил итте.