Һандар ни һөйләй?26.12.2017
* Һуңғы алты йылда Башҡортостандың тулайым төбәк продукты күләме 16,1 процентҡа үҫте.
* 2010 – 2016 йылдарҙа республиканың сәнәғәт тармаҡтары етештергән продукция 30 процентҡа артты. Химия, ағас эшкәртеү һәм машиналар эшләү тармаҡтарының үҫеше, алты йыл элек булған осор менән сағыштырғанда, 154 – 292 процент тәшкил итте.
* Ошо осорҙа республикала иген етештереү – 4,3 тапҡырға, шәкәр сөгөлдөрө – 3,6, көнбағыш орлоғо – 4,4 тапҡырға, бал етештереү 10,9 процентҡа артты.
* Алты йыл эсендә Башҡортостанда урындар һаны бөтәһе 15 меңдән ашыу булған 102 балалар баҡсаһы, 11 меңдән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән 32 мәктәп, сменаһына барлығы 1 600 кеше ҡабул итә алырлыҡ биш поликлиника төҙөлдө.
* Әгәр ҙә 2010 йылда республикала йәшәүсе һәр кешегә 17,5 мең һум килем тура килһә, 2016 йыл йомғаҡтары буйынса, был күрһәткес 28,1 мең һумға етте. Уртаса эш хаҡы ул осорҙа 16,4 мең һум булһа, хәҙер 28,1 мең һум тәшкил итә, йәғни 70 процентҡа артҡан.
* “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, “Акрил Салауат”, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәттәренең сәнәғәт объекттарында дөйөм инвестиция күләме 236,3 миллиард һум булды. Социаль һөҙөмтәһе – 8,3 мең яңы эш урыны.