Ошо һорауға яуап табыр өсөн беҙ Таймырҙа ауылына бынан сирек быуат элек ойошторолған “Марс” фермер хужалығына юлландыҡ. Уның етәксеһе, үҙ эшенең ысын оҫтаһы Рәсүл Әхмәтзакир улы Закиров беҙҙе ихлас йылмайып ҡаршы алды. Мул уңыш йыйылған, инде туңға һөрөлөп, ҡышҡы йоҡоға талған киң баҫыуҙарын, шәхси хужалығында урынлашҡан иген келәтен, төрлө техниканы – йөк машиналарын, автокран, йөк тейәгес, тәгәрмәсле һәм сылбырлы тракторҙарҙы, әле күптән түгел генә ярты хаҡын субсидия аша кире ҡайтарып алыу шарты менән ике миллион ярым һумға һатып алынған, ремонт-техник оҫтаханаһында яңыртыу үткән “New Holland TX 65” иген йыйыу комбайнын – ғорурланып күрһәтте ул. Унан, хәтирәләргә бирелеп, ошо сиктән тыш ҙур тырышлыҡ талап иткән эшкә нисек тотоноуы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Рәсүл Закиров Таймырҙа ауылында Әнисә менән Әхмәтзакирҙың ишле балалы күркәм ғаиләһендә донъяға килә. Ул дәүерҙә совет осоро балаларының ысын-ысынлап патриотизм рухында тәрбиәләнеүе һәр кемгә мәғлүм. Рәсүл ағай ҙа бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә: ҡул араһына кереп, ата-әсәһенә йорт эштәрендә булыша, мәктәптә уҡыған йылдарҙа йәйге каникул ваҡытында күмәк хужалыҡта комбайнсы ярҙамсыһы була, шул рәүешле техникаға ла ныҡлап өйрәнә, үҙенә төрлө кәрәк-яраҡ, уҡыу-яҙыу әсбаптары, кейем-һалым, велосипед, мотоцикл һатып алыу өсөн ярайһы ғына аҡса ла эшләй. Урта белем алғандан һуң армия сафына саҡырылған. Тыуған ил алдында изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһындағы төҙөлөш техникумының механика бүлегенә уҡырға инә. Йәш, егәрле егет унда һөнәри белем үҙләштерә, көндөҙ Моторҙар эшләү заводында тир түгә, бер үк ваҡытта ДОСААФ-та шоферлыҡҡа уҡый. Техникумды тамамлағандан һуң баш ҡалалағы 1-се автобазаға эшкә урынлаша һәм шунда уҡ ҡеүәтле “КрАЗ” йөк автомобиле руленә ултыра. Ул, үҙе әйтеүенсә, нәҡ ошо осорҙа тамағы икмәккә туйып иркен йәшәй башлай, сөнки шул замандағы аҡса менән 300, 400 һәм хатта 500 һум хеҙмәт хаҡы алып эшләй.
Ғаилә ҡорғандан һуң, 1975 йылда, йыраҡ Себер тарафтарына юллана һәм унда ике йыл ауыр эштә бил бөгә.
Үҙенә өр-яңы еңел машина һатып алғас, Себерҙән ҡайта һәм 1978 йылда Мәскәү ауылындағы “Востокнефтепроводстрой” ойошмаһына эшкә керә. Бында ул ун йыл дауамында “КрАЗ” йөк автомобилендә торбалар ташып, магистраль газ үткәргестәр һалыуҙа ҡатнаша. 1988 йылда вахта ысулы менән эшләү өсөн йәнә Себергә сығып китә.
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң илебеҙҙә ҙур үҙгәрештәр башлана, баҙар мөнәсәбәттәре урынлашып, Рәсәй йәнә капитализм юлына аяҡ баҫа. Дәүләттең әлеге тарихи үҫеш этабында тотош ил күләмендә яңы иҡтисади сәйәсәт алып барыла: халыҡҡа ер бүлеп бирелә, кооперативтар асыла башлай. Заман һулышын тойған һәм яңылыҡтан артта ҡалырға теләмәгән Рәсүл Әхмәтзакир улы шул дәүерҙә күңел түрендә йөрөткән изге хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә: 1992 йылдың яҙында урындағы “Маяҡ” колхозынан 30 гектар ер алып, фермер хужалығы ойоштора.
Тәүге мәлдә ата-әсәһе уның ниәтенә ҡаршы була: ҡартайған көндәрендә, айырым хужалыҡ итеү заманындағы кеүек, баҫыу ҡарауыллап йөрөргә тура килер, тип хафаланалар. Әммә Рәсүл ағай һүҙендә тора һәм мораҙына ирешә. Үҙ ерендә ең һыҙғанып бойҙай, борсаҡ үҫтереп, мул уңыш йыйып ала. Көҙөн тыуған йортоноң ишек алдына йөгө менән ашлығын ҡайтарып ауҙарғас, ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә һаламын, бесәнен әҙерләп ҡуйғас, ата-әсәһе бик һөйөнә. Тора-бара малды ишәйтеп, ике һыйыр аҫрай башлайҙар. Әйткәндәй, улар оҙон ғүмерле була, 90 йәштәрен тултырып донъя ҡуялар. Үҙҙәренә игелек күрһәткән улдарына һәр саҡ ярҙам итәләр: яҙғы сәсеү һәм көҙгө урып-йыйыу осоронда уға эшләгән игенселәргә өйҙәрендә төшкө һәм киске аш әҙерләйҙәр, шәхси хужалыҡтағы техникаға күҙ-ҡолаҡ булып торалар.
Рәсүл Закиров фермерлыҡ эшенә үҙенең туғаны Альфред Раяновты ла йәлеп итә. Шәхси хужалыҡ ойошторған мәлдә кәрәкле техниканы – ҡулланыуҙа булған “ДТ-75”, “С-100”, “Т-74” тракторҙары һәм “Урал” йөк машинаһы һатып алыу өсөн ул, нигеҙҙә, Себерҙә эшләп йыйған аҡсаһын тотона. Дәүләттән кредитты яҙын орлоҡ йүнләгәндә генә алып торалар һәм уны тиҙ арала кире ҡайтаралар.
Рәсүл Әхмәтзакир улы ошо осорҙа донъя күргән, тәжрибә туплаған өлкән йәштәге кешеләрҙең файҙалы кәңәштәренә ҡолаҡ һала һәм тир түгеп үҫтереп алынған ашлыҡты эшкәртеп һата башлай. Ә бының өсөн күпме тырышлыҡ, сыҙамлыҡ талап ителгәнен ауыл кешеһе яҡшы аңлай.
Рәсүл ағай үҙенең “Урал” йөк автомобиленә тауҙай бойҙайҙы тейәп, иртә таңдан Дәүләкән тирмәненә барып, аҡ он тартып алып ҡайта. Иртәгәһенә уны “Волга”һына ун бишәр ҡапсыҡ итеп һалып, ауылдар буйлап һатырға сыға. Яҡшы сифатлы әҙер ондо халыҡ теләп ала, аҡса күп керә. Борсаҡты ла эшкәртеп, Өфө ҡалаһы магазиндарына һатыуға оҙата.
Шулай итеп, улар заманында райондағы иң бай фермерҙарға әүерелә. Хөкүмәткә бурыстары булмағас, ҡулдарында ирекле аҡса барлыҡҡа килә, уныһын иһә фермер хужалығын артабан үҫтереүгә, ашлыҡ келәттәре төҙөүгә, машина-трактор паркын киңәйтеүгә, орлоҡ, минераль ашламалар һатып алыуға тотоналар. Бынан тыш, Рәсүл Әхмәтзакир улы хәләл көсөнә таянып эшләп тапҡан аҡсаһына улдары менән бергәләп Дүртөйлө ҡалаһының “Мөғжизәләр яланы” биҫтәһендә улы Рузилгә ҙур, матур йорт һала.
Ҡасандыр ул Владивостокка барып “джип” автомобиле лә алып ҡайта һәм районда беренселәрҙән булып затлы машинала елдереп йөрөй башлай. Үҙе әйтмешләй, “аҡ ҡоҙғонға” әүерелә. Быға, әлбиттә, барыһы ла һәм хатта шул дәүерҙә эшләгән район түрәләре лә шаҡ ҡата. “Ундай аҡсаны ҡайҙан алды икән ул?” тип ҡара янып көнләшкәндәр ҙә күп була.
Төҙөлөш техникумында алған белемдең дә кәрәге тейә: картуф баҡсаһын эшкәртә торған мини-тракторҙы ул үҙ ҡулы менән йыя. Уға ҡарап һоҡланырлыҡ һәм, патент юллап алып, бөгөндән үк күпләп етештереүгә ҡуйырлыҡ! Йыраҡ Сорғот ҡалаһында эшләп йөрөгән ваҡытта, бер мәл көслө дауыл сыҡҡас, кинәт ҡуҙғалып киткән башня кранын уны йөрөткән ҡыҙ тормозға баҫып туҡтата алмағанда, шул һөнәри белеменең файҙаһы тейә: ул кранды ундағы махсус яйланма менән ҡыҫып туҡтатып, ҡырҡ метр бейеклектә ултырған ҡыҙҙы фажиғәле үлемдән ҡотҡара. Бисараҡай шул ҡәҙәр ҡурҡа, биҙгәк тотҡандай дер ҡалтыраныуҙан Рәсүл ағайға ауыҙ асып рәхмәт тә әйтә алмай…
Ғүмер уҙа, “Марс” фермер хужалығы үҙ ҡеүәтен йылдан-йыл арттыра. Рәсүл Закиров ауылдаштары һәм яҡташтары араһында ҙур абруй яулай. Улдары ла үҫеп етеп, атайҙарының тоғро ярҙамсыһына әйләнә. Улар техниканы үҙе һымаҡ “һыу урынына эсә”, кәрәк икән, машинала ла, тракторҙа ла, комбайнда ла йөрөйҙәр. Миҙгелле ҡыр эштәрен башҡарыу менән бер рәттән ауылдаштарына баҡса һөрөүҙә, йөк тейәүҙә, йорт-ҡура төҙөгәндә автокран хеҙмәттәре күрһәтеүҙә ихлас ярҙам итәләр. Шуныһын да асыҡлап үтергә кәрәк: Таймырҙа ла ғына түгел, яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәгән, мал-тыуар тотҡан кешеләр Рәсүл Әхмәтзакир улының баҫыуҙарынан бойҙай, борсаҡ һәм арпа һаламын инде күп йылдар үҙ ихаталарына бушлай ташый. Быларҙан тыш, ауыл биләмәһе хакимиәте менән килешеү нигеҙендә билдәләнгән хаҡҡа, ҡыш бульдозер менән урамдарҙы ҡарҙан таҙарталар, урындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын эттереп тигеҙләп, тәртиптә тоталар.
Бөгөн Рәсүл ағай үҙенең улы – Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлаған Әмир Закиров һәм туғаны – колхоздың элекке тәжрибәле механизаторы Йәмил Раянов менән бергә эшләй. Баҫыуҙарҙа игелгән иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан алынған уңышты улар Яңауыл районындағы элекке Мичурин исемендәге совхоз биләмәһендә урынлашҡан, хәҙер иһә Ҡуяҙы ит комбинатына ҡараған сусҡасылыҡ комплексына отошло хаҡҡа һата.
– Ғәҙәттә, мин ашлыҡты яҙ, уға хаҡ күтәрелгәс, һатып бөтөрөп табыш алам да кондицияға еткерелгән яҡшы сифатлы, элиталы орлоҡ йүнәтеп сәсәм. Сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеүҙе лә фермер хужалығында эшләгән дуҫым махсус техника ярҙамында билдәле бер хаҡҡа башҡара. Донъяла бар нимәне лә еренә еткереп булмай, ә яйын белеп эшләгәндә уңыш яуларға мөмкин, – тип йылмая ул.
Әңгәмәбеҙ ахырында Рәсүл Әхмәтзакир улынан: “Хәҙерге ваҡытта ниндәй проблемалар борсой?” – тип һораныҡ. Тәжрибәле фермер, шунда уҡ етди төҫ алып һәм беҙгә һынаулы ҡарап:
– Һәр өлкәлә һәм тармаҡта проблемалар булған кеүек, фермер хужалыҡтарында ла бар улар. Яғыулыҡтың, запас частарҙың йылдан-йыл ҡыйбатланыуы, тир түгеп үҫтереп алынған ашлыҡҡа хаҡтың тотороҡло булмауы һәм һалымдар, кредиттар буйынса аҙ ғына бурысың ҡалғанда ла тейешле субсидияларҙы ваҡытында ала алмау – быларҙың барыһы ла шәхси крәҫтиән хужалыҡтарына артабан үҫешергә ҡамасаулай. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда аккумуляторҙарға ғына ла хаҡ ике тапҡырға артты, “йомро башлы” алыпһатарҙар, үҙҙәре ерҙә эшләмәйенсә генә, фермерҙарҙан игенде осһоҙ хаҡҡа йыйып, сит илдәргә ҡиммәткә һата һәм үҙҙәренә миллиондар эшләй. Тейешле субсидияларҙы юллағанда бихисап документтар тултырыу һәм йырып сыға алмаҫлыҡ бюрократик кәртәләргә осрау ҙа шәхси хужалыҡ етәкселәренең кәйефен ҡыра, мул тормошҡа булған өмөтөн һүндерә. Ғөмүмән, фермерҙар хеҙмәте дәүләт тарафынан ғәҙел баһаланһа, бик яҡшы булыр ине, – тине.
Ҡорал эшләй, ир маҡтана. Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ. Ошо халыҡ әйтемдәрен тормош девизы итеп алған, үҙ ғүмерендә донъяның әсеһен-сөсөһөн етерлек татыған һәм ҙур юғалтыуҙар ҙа кисергән Рәсүл Әхмәтзакир улының уй-фекерҙәрен һоҡланып тыңланыҡ. Уның кеүек яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәгән, үҙ эшенә бирелгән, ҡоростай ныҡ ихтыярлы кешеләр булғанда, илебеҙ һәм республика ауыл хужалығының киләсәге өмөтлө әле тигән һөҙөмтәгә килдек. Тумырйә ауылына беҙ “Марс”та тормош бармы?..” тигән һорауға асыҡлыҡ индерергә тип барғайныҡ, һөҙөмтәлә уға ыңғай яуап таптыҡ. Эйе, “Марс”та тормош бар, ул унда талғын ғына аҡмай, ҡайнай һәм урғыла!
Рәфил САМАТОВ. Дүртөйлө районы.