Келәттәр буласаҡ!19.12.2017
Быйыл мул уңыш йыйып алыуыбыҙға берсә ғорурланһаҡ, берсә ыуаланып ни эшләргә белмәнек. Көс һалып үҫтерелгәнде һаҡлау өсөн келәттәребеҙ етмәй икән. Был мәсьәләне илдең Ауыл хужалығы министрлығы 2020 йылға тиклем хәл итергә ниәтләй.
Күптән түгел министрлыҡта яңы бойороҡҡа имза ҡуйылды. Уға ярашлы, ике-өс йылдан Алыҫ Көнсығыш, Аҙау, Ҡара һәм Балтик диңгеҙ порттарында 44 – 54 миллион тонна иген һыйҙырышлы яңы терминалдар пәйҙә буласаҡ. Был һандар осраҡлы түгел – ул Рәсәйҙең экспортҡа иген оҙатыу күләменә тура килә. Ашлыҡ һаҡлағыстар Рәсәй сиктәрендәге логистик үҙәктәрҙә төҙөләсәк. Шундай проекттарҙың береһе Байкал аръяғы крайында терминал булдырыуҙы күҙаллай. Был Себер игенен Ҡытайға оҙатыу өсөн ҡулайлы буласаҡ. Алыҫ Көнсығыштағыһы йылына өс миллион тонна иген һалыу өсөн иҫәпләнә. Ә Аҙау-Ҡара диңгеҙ бассейнында, Новороссийск икмәк аҙыҡтары комбинатында реконструкция башланды. Төҙөкләндереп бөткәндән һуң иген һаҡлау йәһәтенән уның ҡеүәте ике тапҡырға тиерлек артасаҡ. Һөҙөмтәлә бөтәһе 40 – 45 миллион тоннаға тиклем иген һаҡларға мөмкинлек тыуа. Ә Балтикала бер миллион тонна иген һыйҙырышлы яңы терминал төҙөләсәк.
Шәкәр күп
Белгестәр быйыл Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең тәү тапҡыр үҙҙәрен шәкәр менән тулыһынса тәьмин итәсәген белдерә. Шәкәр ҡамышынан етештерелгәнен ситтән һатып алыу 40 процентҡа кәмегән, ә татлы ризыҡты экспортҡа оҙатыу 1,5 миллион тоннаға тиклем үҫкән.
“Союзроссахар” мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда БДБ илдәрендә шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү, 30 процент самаһына артып, 9,4 миллион тоннаға еткән. Иң алда – Рәсәй етештереүселәре. Миҙгел башланыу менән экспортҡа 80 миллион тоннанан ашыу татлы аҙыҡ оҙатылған.
Ноябрь айында ғына беҙҙең ил экспортҡа 24 миллион тонна тирәһе шәкәр һатҡан. Күпләп Азербайжан менән Ҡаҙағстан һатып алған.
Шулай уҡ Үзбәкстанға ла тәүге ылау юл алды. Бында 6,7 мең тонна шәкәр киткән. Үҙәк Азиялағы ил халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү ниәтендә һәм уға хаҡ артыуға юл ҡуйылмаһын өсөн бөтәһе 150 мең тонна шәкәр алмаҡсы. Бөгөнгә 60 мең тоннаға килешеү төҙөлгән.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, баҙарҙа дәғүәселәребеҙ кәйефте ҡыра. Украина файҙаһына беҙҙең шәкәрҙең хаҡы төшә. Һөҙөмтәлә октябрҙә Украина Азербайжанға һәм Тажикстанға шәкәрҙе сентябрь айына ҡарағанда өс тапҡырға күберәк оҙатҡан.
Польшаға – алма һуты
Польшанан Рәсәйгә алма һәм башҡа аҙыҡтар индереү, уларҙы эшкәртеү тыйылғаны барыбыҙға ла мәғлүм. Унан һуң бер нисә йыл үтте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хәл 180 градусҡа үҙгәрҙе. Ошо көндәрҙә үҙебеҙ Евросоюзға Калининградта етештерелгән алма һуты ебәрә башланыҡ.
Эйе, үҙебеҙҙә сығарылған алма һутының тәүге партияһын Польша халҡы тәмләне. Эсемлек “Калининград йәшелсәһе” кооперативында ҡойолған. Ойошманың был шөғөлгә тотоноуына ни бары икенсе йыл ғына булһа ла, уңышы менән ҡыуандыра.
Әлегә Польшаға 18 мең тонна алма һуты оҙатылған. Әлбиттә, тәү ҡарауға был үтә күп булмаһа ла, күрһәткес үҫә. Былтыр ойошма 1,4 миллион тонна эсемлек әҙерләгән, быйыл да шул уҡ күләмдә булыр тип көтөлә. Әгәр Европала һутҡа ихтыяж булһа, уны даими ебәреп торорға ниәтләйҙәр. Киләсәктә уның күләме кварталға 20 мең тоннаға етеүе мөмкин.
Әйткәндәй, Рәсәй продукцияһы сифаты һәм хәүефһеҙлек буйынса Евросоюздың бөтә стандарттарына тап килә. Белгестәр уның хатта яҡшыраҡ булыуын билдәләй. Дәүләттәр араһындағы бөгөнгө киҫкен мөнәсәбәт ваҡытында бындай контракт төҙөү сәбәбе – һуттың үҙенсәлекле тәмгә эйә булыуында. Әле Рәсәйҙә лә, Евросоюзда ла бындай сифатлы һуттар юҡ.
Мандарин уңышы юҡ
Тиҙҙән Яңы йыл байрамы. Быйылғы байрам табынында Абхазия мандарины булмаҫ, моғайын. Хәҙер Рәсәйгә был татлы емеш былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек аҙыраҡ килтерелә.
Быйылғы миҙгелдә Абхазиянан мандарин ташыу 15 октябрҙә башланған. Шунан бирле Сочи ҡалаһындағы Рәсәй таможняһы ни бары 1,5 мең тонна цитрус емешенә документ әҙерләгән. Былтыр был ваҡытҡа Рәсәйгә дүрт мең тонна абхаз мандарины килтерелгәйне. Ул саҡта таможня хеҙмәткәрҙәре тәүлегенә 60 – 70 тонна емеш ҡабул итһә, хәҙер 25 тоннанан да артмай.
Бының төп сәбәбе – быйыл мандарин уңышы ғәҙәти йылдарҙан ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ булған. Абхазияның экспортҡа оҙатылған төп тауары химик матдәләр менән эшкәртелмәгән ағастарға һөжүм иткән ҡоротҡостарҙан ныҡ зыян күргән. Тап шуға ла эксперттар декабрҙә беҙҙең кәштәләрҙәге барлыҡ цитрус емештәренең хаҡы 15 -20 процентҡа артасағына шикләнмәй. Әйткәндәй, Абхазиянан килтерелгән мандаринға ҡытлыҡ ул тиклем һиҙелмәүе лә ихтимал, сөнки беҙҙә уның күләме ни бары өс процент самаһы тәшкил итә.
Болан мөгөҙө,
кедр сәтләүеге...
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы 2020 йылға тиклем аҙ даирәгә таралған һәм ҙур табыш бирерҙәй продукцияларҙың үҫеше, уларҙы экспортҡа оҙатыу хаҡында программа ҡабул итте.
Уға ярашлы, алдағы ике йылда йәш болан мөгөҙҙәрен, кедр сәтләүеген, ҡырағай тәбиғәттә үҫкән емеш-еләк һәм бәшмәкте йыйыу, экспортҡа оҙатыуҙы киңәйтеү өсөн төрлө ташламаларҙы арттырмаҡсы. Документта шулай уҡ болан мөгөҙөн илткәндә транспорт һәм таможня сығымдарын ҡыҫҡартыу ҡаралған. Ә емеш-еләк һәм бәшмәк сит илгә нығытылған географик атама бренды менән һатыласаҡ.
Йәш боландарҙың мөгөҙө ҡан тамырҙары менән тулыланған. Улар альтернатив медицинала һәм косметологияла ҡулланыла. Был продукцияны Азия илдәре ихлас һатып ала.
Былтыр Алтай Республикаһы Гонконгка 13,7 тонна марал һәм таплы болан мөгөҙө оҙатҡан. Бөгөн башлыса йәш мөгөҙҙәрҙе Корея һатып ала. Былтыр, мәҫәлән, унда Рәсәйҙән 28 миллион долларлыҡ 91 миллион тонна сеймал ебәрелгән.