Лена Зарипова бешергән тәмле бәрәместәрҙе, бөйөрөктәрҙе тәмләп ҡарағас, һәр кем ошондай баһа бирә. Һатып алыусыларҙы нисек йәлеп итә ул? Бер тапҡыр тәмләп ҡараған кеше ни өсөн мотлаҡ икенсегә уның ҡамыр ризыҡтарын алырға тырыша? Тап ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ та инде.Үҙен Гөлнара тип таныштырған ҡатын көн дә тиерлек Асҡарҙың уртаһында урынлашҡан кафенан төшкө сәйгә эшҡыуарҙың итле бөйөрөктәрен һатып алырға күнеккән. “Тәмле лә, сифатлы ла. Бер бәлешен ашаһаң, тамағың да туҡ, кәйефең дә шәп!” — тип йылмайҙы ул. “Күрше ауылдан йөрөп эшләйем, төшкөлөккә өйгә ҡайтырға мөмкинлек юҡ. Һәр саҡ нимәлер әҙерләп килтереп тә булмай, шуға беҙгә Лена Зарипованың тәмле ризыҡтары ярҙамға килә лә инде. Тиҙ генә һатып алабыҙ ҙа рәхәтләнеп сәй эсәбеҙ. Ҡайһы саҡта кискелеккә өйгә алабыҙ, көнкүрештә төрлө саҡ була бит”, — тине әңгәмәсем. Уның һүҙҙәренә Тәслимә ханым да ҡушылды: “Ленаның әсәһе Хафиза апай Өмөтҡужина беренселәрҙән булып районда иң тәмле сейбөйөрөк (чебурек) бешергән кешеләрҙең береһе булды. Бөгөн уның эшен ҡыҙы лайыҡлы дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы: әсәһенең “марка”һын тоторға тырыша ул, шуға күрә улар әҙерләгән ризыҡтар тәмле лә, сифатлы ла.
Йәш эшҡыуар Лена Зарипованы районда яҡшы беләләр. Үҙенең төп эшенән тыш, ул төрлө йүнәлештә бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнә. Тормош ҡосағында ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтһенме йәки аҙнаһына бер тапҡыр төрлө аҙыҡ-түлек тултырылған “десант” ебәрһенме, балаларын ялға алып ҡайтып, күрше Магнитогорск ҡалаһына кинотеатрға, аквапаркка алып барһынмы, йә булмаһа, төрлө аттракциондарға йөрөтһөнмө?! Шулай уҡ геройым күптән түгел социаль йүнәлештә 100 мең һумлыҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Район дауаханаһында балалар өсөн уйын бүлмәһен тулыһынса йыһазландырыуҙы үҙ өҫтөнә ала.
— Дауаханаларға барғанда, ата-әсәләрҙең, бигерәк тә йәш балалы ҡатындарҙың табипҡа сират көткәндә кескәйҙәре менән бергә булыуын, кабинетҡа кереп сыҡҡансы кемгә ҡалдырырға, табипҡа нисек күренергә икән, тип йонсоп ултырыуҙарын йыш күрергә тура килә. Шул саҡта ниңә дауаханала балаларҙы ҡалдырып тороу өсөн бер бүлмә юҡ, тигән уй килде. Кескәйҙәр шунда ултырып, һүрәт төшөрөп, йә булмаһа, төрлө уйындарға әүрәп, уйынсыҡтар уйнап бер аҙ ултыра ала бит. Күңелдә тыуған һорауға яуап эҙләп, дауахана етәкселегенә барҙым, “Беҙҙә ундай мөмкинлектәр тыуҙырырға аҡса юҡ”, — тигән яуап ишеттем. Үҙем эшләйем, бүлмә бирәһегеҙме, тигәс, улар аптырап ҡалды. Аҙаҡ ризалыҡ алып, төрлө инстанциялар менән килешеп, хыялымды тормошҡа ашырҙым. Әйткәндәй, минең етәкселектә эшләгән хеҙмәткәрҙәр медицина комиссияһын даими үтә, уларҙың да теләге иҫәпкә алынды. Бөгөн ата-әсәләр ҙур ихласлыҡ менән бар уңайлыҡтар тыуҙырылған балалар бүлмәһенә үҙҙәренең бәләкәстәрен ҡалдырып, кәрәкле табиптарға күренә, төрлө процедуралар үтә, — тине Лена Камил ҡыҙы.
Әле уның ҡарамағында 30 хеҙмәткәр эшләй. Эшҡыуар бөгөн 25-тән ашыу ризыҡ төрө етештерә: билмән, манты, фрикаделька, тефтель, кәтлиттәр янында итле бәлеш, самса, сейбөйөрөк, өсбосмаҡ кеүек тәмлекәстәр ҙә урын алған.
— Ит мәсьәләһе менән шәхсән үҙем шөғөлләнәм, беҙҙәге барлыҡ ризыҡ хәләл һәм сифатлы. Иткә бер ниндәй ҙә ҡатнашма ҡушылмай. Уны урындағы халыҡтан һатып алабыҙ, ситтән осһоҙ хаҡҡа алғаныбыҙ юҡ. Һатып алыусының ышанысын юғалтһаң, ҡайтанан яулап алыу еңелдән түгел, сөнки бөгөн һәр кем өсөн һайлау мөмкинлеге шаҡтай юғары заманда йәшәйбеҙ, — тип серҙәре менән уртаҡлашты эшҡыуар ҡатын.
Һуңғы ваҡытта өйҙә ҡамыр ризыҡтары етештереп, уны үҙҙәре ойошмалар буйлап һатыусыларҙы ла осратырға мөмкин. Был хаҡта әңгәмәсемдең үҙ фекере: “Әлбиттә, һәр кем үҙенсә көн күрергә тырыша. Тырышлығы бар икән, ниңә тәүәккәлләмәҫкә? Әммә һәр ризыҡ тейешле санитария талаптарына яуап бирерлек шарттарҙа етештерелергә тейеш, шуға күрә мин йөрөп һатҡан кешеләрҙең ризығын алырға ашыҡмаҫ инем. Һәр кем был осраҡта үҙе һайлау мөмкинлегенә эйә һәм үҙ һаулығы өсөн яуап бирә”.
Уңған кеше бар яҡлап та өлгөрә, ти халыҡ. Тырыш ханым — “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең иң әүҙем ағзаһы. Белемен камиллаштырырға ла ваҡыт таба. Өҫтәүенә ул – Асҡар ауыл биләмәһе депутаты. Ире Илнур Нурғаян улы — ҡатынының уң ҡулы, өлкән ярҙамсыһы. Улар бергәләшеп ғаилә бизнесын алып бара, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлай, яңы хыялдар менән яна.