Боронғо кәсеп оҫтаһы15.12.2017
Боронғо кәсеп оҫтаһыКүп йорттар бөгөн газ һәм электр менән йылытылһа ла, һәр тарафта мейес яғыусы ауылдар ҙа етерлек. Был зәңгәр яғыулыҡтың төпкөлдәргә барып етмәүе, ә газды һәм электрҙы өй йылытыуға тотоноу күптәрҙең кеҫәһенә ныҡ ҡына һуғыуы менән бәйле. Суйын һәм тимер батареялар менән сағыштырғанда, мейес кирбесенең кеше сәләмәтлегенә ыңғайыраҡ тәьҫир итеүе хаҡындағы фекер ҙә нигеҙһеҙ түгел. Аш-һыу әҙерләү өсөн ауыл мейесе йыл әйләнәһенә әүҙем ҡулланыла, шуға ла уның яҡшы һәм уңайлы булыуы бик тә мөһим. Быныһы инде туранан-тура боронғо кәсеп оҫтаһының маһирлығына бәйле.

Мейес сығарыусылар бер ваҡытта ла күп булмаған, хәҙер иһә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ: был етди һәм ауыр эшкә тотонғандар бик һирәк. Шуғалыр ҙа Салауат районында мейес сығарыусы Юлай Басировтың исеме Йүрүҙән буйын­дағы төбәктә киң билдәле. Үҙ кәсебенең бар нескәлектәренә ныҡлап төшөнгән оҫтаны бөгөн райондың күп ауылдарында яҡшы беләләр.
Күңеленә ятҡан һәм тора-бара даими кәсебенә әйләнгән шөғөлгә һәр кем үҙенсә килә. Мейессе булып китеүен Юлай Закир улы бер ҡыҙыҡ хәл итеп иҫкә ала. Биш йыл элек өйөнә мейес сығарырға кәрәк булғас, күрше ауылдан оҫта яллай. Тегеһе мейес нигеҙен һала ла, икенсе көнгә килергә вәғәҙә биреп, ҡайтып китә лә юҡ була. Юлай, бер нисә тапҡыр эҙләп барһа ла, уны осрата алмай ҡайта. Шулай килеп-китеп йөрөп, ниһайәт, бер ай тигәндә оҫта мейесте һалып бөтә.
Эште тиҙләтергә теләгән хужа уға бар яҡтан ярҙам итергә тырыша, бер үк ваҡытта мейессенең һәр хәрәкәтен ныҡлап күҙәтеп, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптарҙы хәтер янсығына һала бара. Ә инде мейес әҙер булыуға, Юлайҙың күңелендә “ул эшләгәнде мин дә булдыра алам бит” тигән уй ныҡлап урын ала, тиҙ­ҙән үҙаллы мейес һалып ҡарау теләге уяна. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, тиҙҙән ошондай мөмкин­лек тә тыуа. Берҙән-бер көн ағаһы Ирек, һүҙҙәренә әллә ни тура мәғәнә һалмай, өйөндәге мейесенең иҫкереүенә, насар йылытыуына зарланып ҡуя. Атаһынан бирелгән тәүәккәллек тәьҫиренәнме, әллә ваҡыты еткәнгәме, Юлай тимерҙе ҡыҙы­уында һуға, мейесте үҙе һалып бирергә тәҡдим итә.
Оҫта эҙләү мәшәҡәтенән көтөлмәгәндә ҡотолған ағаһы шул уҡ көндә иҫкергән мейесен һүтеп ташлай. Үҙенә мейес сығарыусының кәңәшен хәтерләп, Юлай ағаһы менән күрше Күҫәләр ауылынан яҡшы сифатлы тип һаналған балсыҡ алып ҡайта һәм, иҙмә әҙерләп, эшкә тотона.
– Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән икән, – тип йылмайып хәтерләй оҫта үҙенең беренсе мейес сығарыуын. – Нигеҙҙе һалып бөткәйнем – оҡшаманы, тулыһынса һүтеп, яңынан эшләнем. Артабан бер нисә рәтте лә үҙгәртергә тура килде...
Төтөн юлдарын яйлап бөткәс тә, мейесен ҡайтанан емерә Юлай. Ата-әсәһенән күскән тырышлыҡ уға тағы ла ярҙамға килә: биш көн тигәндә, тәүге хеҙмәт емешен күрә.
Беренсе яғыу өсөн тултырылған ҡоро утынға һағайыбыраҡ ут төрткән ағаһы, мейестең дөрләп янып китеүен күреп, шатлығын йәшермәй, ҡустыһын ҡосаҡлап ала. Мөрйәнең яҡшы тартҡанына үҙе лә инанған йәш мейессе күңелендә ҡәнәғәтлек тойғоһо урын ала. Юлай Закир улы бына биш йыл инде үҙ ҡулдары менән һалған һәр яңы мейесте тәүге яғып ҡарағанда ошоға оҡшаш хистәр кисерә...
Бөгөнгө оҫталығына, әлбиттә, еңел генә өлгәшмәгән ул. Мейес сығарыу кәсебенә ныҡлап тотонғас, Юлай интернеттағы мәғлүмәттәрҙе ентекләп өйрәнә, һөнәр­ҙәштәрен табып, уларҙың тәжрибәһен үҙләштерә, ҡыҫҡаһы, шөғөлөнөң бар нескәлектәренә төшөнөргә тырыша. Мейес сығарыуҙа төп материал булған балсыҡтың үҙенсәлектәрен дә хәҙер яҡшы белә, шуға ла уның сифатлыһын, аҙаҡтан ярылып тормағанын һайлай. Мейесте заказсы теләгенә тап килгән формала, кирбестәрен тигеҙ итеп һалып, мөйөштәрҙе матур итеп эшләргә лә өйрәнгән. Эш барышында даими ҡулланылған ”болгарка”, иретеп-йәбештереү ҡорамалын да күптән үҙ иткән заманында алдынғы механиза­торҙарҙың береһе булған Закир Басиров ағайҙың улы.
Үҙҙәрендә һәм күрше-тирә ауылдарҙа Юлай сығарған ике тиҫтәнән ашыу мейес араһында төрлөләре бар: ҡайһылары уңған апай-еңгәләргә тәмле һәм хуш еҫле икмәк, төрлө аш-һыу һәм тәм-том бешереүгә тәғәйенләнһә, икенселәре торба үткәрелгән өйҙәрҙе йылыта. Үҙҙәрен кинәндергән мейестәр өсөн хужалар әле лә оҫтаға рәхмәт уҡыуҙан туҡтамай.

Салауат районы.


Вернуться назад