“Ваҡиғаларҙы берләштереп, биләмәләрҙе үҫтерәбеҙ”15.12.2017
“Ваҡиғаларҙы берләштереп, биләмәләрҙе үҫтерәбеҙ”Ябай ваҡытта йәшәмәйбеҙ. Ә ҡасан тормош еңел булған? Аныҡ ҡына яуап биреүе лә ауыр, сөнки һәр осорҙоң етешһеҙлектәре, өҫтөнлөктәре, ыңғай яҡтары бар. Беҙҙең халыҡ үткәндәргә табынып йәшәргә күнеккән, әммә бынан арынып, заман менән бергә атларға, ил, донъя шарттарына яраҡлашып йәшәргә ваҡыт. Салауат районының “Янғантау” шифаханаһында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүгә арналған “Ваҡиғаларҙы берләштереп, биләмәләрҙе үҫтерәбеҙ” тип аталған I Төбәк-ара форумда ла һүҙ ошо хаҡта барҙы.


Инвесторҙар ҙа, инфраструктура ла кәрәк

Республиканың күп төбәктәренә хас булғанса, төньяҡ-көнсығыш райондары дотация иҫәбенә көн күрә. Һалым-йыйымдар төп сығымдарҙы ҡаплауға ла етмәй. Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов та, ошо хаҡта белдереп, район хакимиәте башлыҡтарын инвестициялар йәлеп итергә, яңы производстволар өсөн төбәктәренән сыҡҡан эшҡыуарҙарҙы тыуған ерҙәренә ҡайтарып, яңы предприятиелар асыуға күндерергә саҡырҙы. Тотороҡлолоҡ урынлаштырыу өсөн һәр ерҙә Салауат районындағы “Янғантау” шифаханаһы кеүек “якорь” булырҙай төп эре предприятие асылырға тейеш, тип белдерҙе ул.
­­Төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса программа 2011 йылда ҡабул ителгән һәм 2020 йылға тиклем оҙайтылған. Эйе, үҫеш бар, әммә тейешле кимәлдә түгел. Илдәге көрсөк тә уны бойомға ашырыуҙы тотҡарлаған, башланған ҡайһы бер проекттар ҙа туҡтап ҡалған. Форумда ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләнеләр.
Республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков инвесторҙарға күрһәтелгән дәүләт ярҙамына айырым туҡталды. Ундай эшҡыуарҙарға милеккә һәм килемгә һалым ташламалары яһала, ер участкалары аукционһыҙ ҡуртымға бирелә, проектты бойомға ашырғанда сығымдарҙы субсидиялау, бизнесты кредитлаған саҡта залог мөлкәте һәм займ биреү, инфраструктура төҙөлөшөндә айырым өҫтөнлөктәр һәм “берҙәм тәҙрә” принцибы проекттарына ярҙам күрһәтеләсәк.
Төньяҡ-көнсығыш райондарын төпкөл­дәр рәтенә индерәләр. Бәлки, республика өсөн улар төпкөлдөр, әммә Башҡорт­остандың Рәсәй уртаһында урынлашыуын, был биләмәләрҙең йылдам үҫешкән Пермь крайы, Силәбе, Свердловск өлкәләре ме­нән сиктәш булыуын иҫәпкә алғанда, төпкөл һүҙен ҡулланыу урынһыҙ. Ошо хаҡта “Берҙәм сиктең иҡтисади бәйлә­неше” темаһына арналған пленар ултырышта сығыш яһаған “Кроношпан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ардашер Курбаншо фекере бик урынлы әйтелде.
– Юлдар, инфраструктура үҫешһә, төбәк инвестицияларҙы йәлеп итәсәк. Башҡортостан – Урал үҙәге, логистика яғынан да бик уңайлы урында урынлашҡан. Ә логистика – иҡтисадты үҫтереү өсөн мөһим фактор, – тине ул.

Күршеләр хеҙмәттәшлеккә әҙер

Күрше Силәбе, Свердловск өлкәлә­ренән, Пермь крайынан рәсми ҡунаҡтар, эшҡыуарҙар ҡатнашыуы ла был төбәктең иҡтисади яҡтан ымһындырғыс булыуы хаҡында һөйләй. Пленар ултырышта сығыш яһаған Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлиховтың һүҙҙәре быны дәлилләй.
– Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы араһында күптән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырылған, эшлекле хеҙмәт­тәшлек өсөн яҡшы нигеҙ бар. Сәйәси һәм иҡтисади аралашыу уның һөҙөмтәһе булып тора, – тип вице-губернатор ошондай төбәк-ара майҙандың кәрәклеге һәм уның ике яҡ өсөн дә файҙалы булыуы тура­һында белдерҙе.
Сәйәси һәм иҡтисади йәһәттән дә 30 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәгән Свердловск өлкәһе менән тығыҙ бәйләнештә тороу республика өсөн дә отошло. Ике төбәк 2011 йылда төҙөлгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник килешеүҙәр нигеҙендә хеҙмәттәшлек алып бара. Былтырғы йыл һөҙөмтәһе буйынса тауар әйләнеше 16 миллиард һумдан ашҡан. Вице-губернатор быны ыңғай күрһәткес тип билдәләне. Дуҫлыҡ ебе Екатеринбург һәм Өфө ҡалаларын тоташтырыу менән генә сикләнмәгән, ә сиктәш төньяҡ-көнсығыш райондарын да үҙ эсенә алған. Күршеләрҙең Артинский ҡала округы – Мәсетле районы, Красноуфимск ҡалаһы һәм ҡала округы Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Салауат райондары менән хеҙмәттәшлек итеп йәшәй. Форум барышында мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Ауыл хужалығы министр­лығы малсылыҡ өлкәһендә яңы технологиялар – роботлаштырылған комплекстар индереү буйынса “Новотекс” компания­һының вәкиллеге менән килешеү төҙөнө. Төбәктең урман сәнәғәте ассоциацияһы “Урал урман сәнәғәтселәре союзы” Свердловск тармаҡ эш биреүселәренең коммерцияға ҡара­маған берлеге ағас эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә килеште.
– Малсылыҡ өлкәһендә яңы технология­ларҙы – роботлаштырылған комплекс­тар­ҙы индереү һөт етештереүҙең һөҙөмтә­лелеген һәм сифатын арттырасаҡ. Урман сәнәғәтенең ағас эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек беҙҙең республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүгә керемдәрҙең артыуына булышлыҡ итәсәк, – тип белдерҙе Рөстәм Мәрҙәнов.
– Форумды халыҡ-ара тип ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтә алам, сөнки бында халыҡ-ара компанияларҙан коллегалар ҡатнаша. Бөгөн бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уларҙа Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек мөмкинлектәренең артыуын күрәбеҙ, шулай уҡ мәҙәни яҡтан да, – тине Азат Сәлихов.

Органика – ауыл хужалығы киләсәге

Башҡортостан органик ауыл хужалығын үҫтереү буйынса программаны әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекты итеп ҡарала. Бының өсөн беҙҙә шарттар бар – баҫыуҙар тәбиғи яҡтан таҙа.
Пленар ултырышта Органик продукцияны етештереүселәр һәм ҡулланыу­сылар милли берләшмәһенең башҡа­рыусы директоры Олег Мироненко, ошо хаҡта сығыш яһап, донъяла тәбиғи шарттарға таянып етештерелгән ризыҡтарға һорау көндән-көн артыуын белдерҙе. Билдәле булыуынса, алға киткән Европа илдәрендә бөгөн сифатлы һәм кеше һаулығына зыян килтермәгән тауар етештереүгә ҙур иғтибар бүленә.
– Быйыл экопродукт баҙары 100 миллиард долларҙан ашты, 2025 йылда ул тағы ла 130 миллиард долларға артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта уны файҙаланған төп ҡулланыусы үҙаллы етештереүгә һәләтһеҙ. Ҡулланыусылар баҙары етештереүгә ҡарағанда күпкә тиҙ үҫә, шуға ла яңы сығанаҡтар эҙләү бара, шул иҫәптән Рәсәй төбәктәрендә лә. Әлеге ваҡытта Европанан яҡынса 25 йылға ҡалышабыҙ. Литвала 2400 етештереүсе булһа, Германияла бер миллион гектар ергә – 25 мең. Рәсәйҙә ошо маҡсатта файҙаланыуға яраҡлы 285 миллион гектарға ни бары 82 етештереүсе бар, тағы ла 100-ө үҫеш юлында. Байлығыбыҙ иҫ китмәле, беҙ баҙарҙың был өлкәһендә ҙур урын яулай алабыҙ, – тине Олег Мироненко.
Германиянан форумға килгән ҡунаҡтар­ҙы ла ошо мәсьәлә ҡыҙыҡһындыра. Улар төньяҡ-көнсығыш райондарын экологик яҡтан таҙа һәм хәүефһеҙ продукция етештереүҙе ойоштороу майҙаны итеп ҡарай.
– Органик ауыл хужалығы тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты күҙ уңында тота. Был тәү сиратта тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға индергән өлөш. Законға ярашлы, конверсия ваҡыты – өс йыл. Органик ауыл хужалығына – ике йыл. Башҡортостан Республикаһы биләмәләре лә конверсия ваҡытын үтә алыр, һәм уларҙа органик ауыл хужалығын алып барыу мөмкин буласаҡ тип ышанам, – тине “Германия – Рәсәй аграр-сәйәси диалогы” проекты етәксеһе Мартин Шюсслер.
Рәсәйҙә органик ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр бар, әммә улар был хаҡта рәсми белдермәй. Әгәр ҙә форумда алып барылған диалог һөҙөмтә бирһә, беҙҙең республика илдә тәүгеләрҙән булып рәсми рәүештә органик продукция етештерә башлаясаҡ.

Район-ара хеҙмәттәшлек мөһим

Төбәкте үҫтереү мәсьәләһен ҡарағанда, ошо биләмәләрҙә урынлашҡан һәр райондың берҙәм организм кеүек эшләүе мөһим. Форумда был мәсьәлә лә күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин сығышында ошо хаҡта әйтеп китте. Һүҙҙе нығытып, Ҡариҙел менән Мәсетле райондары ҡарабойҙайҙы эшкәртеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ҡариҙелдәр киләсәктә Асҡын, Дыуан, Нуриман райондары менән ошондай уҡ килешеүҙәр төҙөргә йыйына.
Илдар Ғарифуллин белдереүенсә, район предприятиелары илдең башҡа төбәктәренә сығарып һатырлыҡ ит етештерәсәк. Әле ошо маҡсатта ит эшкәртеү буйынса ҙур цехты сафҡа индерергә йыйыналар. Тәүге этапта – ике мең баш мал, аҙаҡ иһә был һанды ете меңгә еткереү күҙаллана. Итте экспортҡа сығарасаҡтар. Бер өлөшө район предприятиеларында ярымфабрикаттар әҙерләүгә китәсәк.
Әгәр ҙә төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә ауыл хужалығын үҫтереү буйынса мөһим проекттар, программалар ғәмәлгә ашһа, был цех сеймал менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителәсәк.

Эшсе ҡулдар етешмәй

Ниндәй генә ҙур проекттар, пландар булмаһын, уларҙы бойомға ашырыу өсөн эшсе ҡулдар кәрәк. Шуға ла форумда ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙең береһе “Эшҡыуарҙар өсөн хеҙмәт ресурс­тары. Социаль сәйәсәт йүнәлешендә эшһеҙлекте кәметеү” темаһына арналды.
– Республиканың хеҙмәт баҙарындағы дөйөм хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе тойола. Быйыл төньяҡ-көнсығыш райондарында рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 25 процентҡа кәмеп, ноябргә 978 кеше тәшкил итте. Көсөргәнешлек коэффициенты иһә 0,5-кә тиң, йыл башы менән сағыштыр­ғанда 0,3-кә кәм. Республикала эш биреүселәрҙең Мәшғүллек үҙәгенә тәҡдим иткән вакансиялар һаны артыуы күҙәтелә. Ноябрҙә вакансиялар банкында 45 мең эш урыны бар ине, йыл башына ҡарағанда 12 меңгә күберәк. Төньяҡ-көнсығыш райондарының хеҙмәт баҙарында ла ыңғай үҫеш бар, – тине республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов.
Ноябргә ҡарата төбәктә теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,03 процент тәшкил иткән, ләкин Ҡариҙел (0,66 процент), Нуриман (0,65 процент) һәм Асҡын (0,64 процент) райондарында республика күрһәткестәренән түбән. Дөйөм алғанда, был төбәктә быйыл вакансиялар һаны 17 процентҡа (194 берәмеккә) артҡан. Мәҫәлән, Дыуанда ул, 3,4 тапҡырға үҫеп, 57-нән 193-кә еткән, ә Асҡында, 2,1 тапҡырға күбәйеп, 80-дән 164-кә тиңләшкән. Нуриманда, киреһенсә, вакансиялар 157-нән 124-кә кәмегән.
Күптәрҙең рәсми теркәлмәйенсә эшләүе һәр кемгә мәғлүм. Уларҙы легаль хеҙмәт баҙарына сығарыу өсөн эш алып барыла, тик төрлө фондтарға түләүҙәрҙең күп булыуы, саҡ ҡына һуңлатҡан осраҡта ҙур күләмдә штраф һалыуҙары эш биреүсене өркөтә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡандар төньяҡ-көнсығыш райондарында хеҙмәт ресурстарына ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн төп йүнәлештәрҙе билдәләне: йәш белгестәрҙе ауыл еренә йәлеп итеүҙе дәртләндереү саралары аша төбәктең агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү механизмын әҙерләү; йәш белгес йорт алғансы йәки төҙөгәнсе йәшәү өсөн хужалыҡтарҙа торлаҡ фонды булдырыу; республика һәм күрше өлкәләрҙең профилле вуздарында белем алған студенттарҙы практика, стажировка үтергә саҡырыу, эшкә йәлеп итеү, бер хужалыҡта аныҡ һөҙөмтә алыуға ынтылған төрлө өлкәләрҙән йәш белгестәрҙе бер командаға туплау.
Әлбиттә, тәҡдимдәр иғтибарға лайыҡ, улар ил тарихында быға тиклем үтелгән этаптарҙы сағылдыра. Шуға ла был практиканы тергеҙә алһалар, тотороҡло эш урыны һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булдырыуға ирешһәләр, йәштәр ауылда ҡаласаҡ.

Төп йүнәлештәр билдәле, хәҙер алға

Шулай итеп, форумда төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса төп йүнәлештәр билдәләнде: ауыл хужалығын (малсылыҡты, органик продукция етештереүҙе, йәшелсәселекте) күтәреү, сәнәғәтте (ағас эшкәртеүҙе, сәнәғәт предприятиеларын) үҫтереү, кооперацияны йәйелдереү, инфраструктураны заман талаптарына яраҡлаштырыу, күрше райондар менән бәйләнеште яйға һалыу. Туризм өлкәһендә иһә һауыҡтырыу, тарихи урындарға сәйәхәт, һунарсылыҡ, гастрономия һәм агротуризм кеүек йүнәлештәргә иғтибар йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ шифахана-курорт һәм геотуризм ҡеүәтен тағы ла һөҙөмтәлерәк файҙаланыу бурысы тора. Тимәк, әле төбәкте үҫтереү өсөн эшләргә лә эшләргә.



Вернуться назад