Быяланан өй һалыуҙың нимәһе бар?..13.12.2017
Быяланан өй һалыуҙың нимәһе бар?.....Мәктәптә уҡығанда, ғәҙәттә, үҙеңдән кеселәргә иғтибар итеп бармайһың. Һирәктәре генә хәтерҙә ҡала. Ишембай районының Әрмет урта мәктәбендә минән ике класс түбәнерәк уҡыған Рәсим СИРАЖЕТДИНОВ бына шундай һирәктәрҙән ине. Белемгә ынтылышы көслө, спортта һынатманы, үҙен яҡлай белде һәм, иң мөһиме, ҡурҡмай фекерен еткерә алды. Шулай ҙа һабаҡташымдың бигерәк тә бөгөнгө тормошо иғтибарға лайыҡ булып сыҡты. Рәсим менән үҙенсәлекле әңгәмә ҡорҙоҡ.

Инвестиция – 250 тәңкә?

— Мәктәпте тамамлағандан бирле һинең менән күрешкән дә юҡ ине, ахыры.
— Өлгөргәнлек аттестаты менән бергә ҡу­лыма юридик колледж дипломы ла алғас, артабан нимә эшләргә икән тип аптырап ҡалдым. Һөнәрем бар бит инде, тик ул йүнәлештә эшлә­гем килмәй, артабан физик культура техникумына уҡырға индем, уны тамамлағас, хәрби бурысымды үтәп ҡайттым. Тик һаман үҙемде тапмай яфаландым. Стәрлетамаҡта төпләнеп, тоттом да һатыусы-менеджер һөнәрен үҙләш­терергә булдым. Ҡыҙыҡ һәм файҙалы ине: автосалонда эшләнем. Тик һаман да күңелдә тыныслыҡ юҡ, нимәлер өйрәнге, эшләп ҡарағы килә, хатта мул ғына килем алыуға ҡарамаҫтан. Ки­лем тигәндән, әлбиттә, төрлө саҡ булды. Бер мәл аҡса бөтөп китте, эш урыны юҡ. Иғ­лан­дар ҡарап ултыра торғас, “кондиционер ҡу­йыусы-көйләүсе талап ителә” тигәненә юлыҡтым һәм ошо эшкә барырға кәрәк тигән фекер тыуҙы. Ысынын әйткәндә, быға тиклем был ҡорамалды тотоп та ҡараған юҡ ине. Әммә интернет ни өсөн, сайттарҙа нисек итеп йыйыу-ҡуйыу буйынса видеодәрестәр быуа быуырлыҡ. Шулай итеп, кондиционерҙар ҡуя башланым, аҙаҡ хатта эш биреүсем менән компаньон булып киттек, йәғни ярты йылда уртаҡ бизнес булдырылды. Эш бар, аҡса бар. Әммә күңел һаман башҡаны көҫәй. Конди­цио­нерҙар ҙа ялҡытты, һөҙөмтәлә бер көн ке­ҫә­лә 250 һум аҡсам ҡалды. Шул суммаға тот­том да “өй һалабыҙ” тип иғлан бирҙем. Тәүге клиент шылтыратты...
— Бөгөн һин кешеләргә инде йөҙҙән ашыу йорт һалып биргән эшҡыуар-төҙөүсе. Тимәк, ниһайәт, күңелең ятҡан һөнәргә эйә булғанһың?
— Эйе. Атаһы менән бергә ағас юнған, ур­ман ҡырҡҡан, таш аҡтарған, мал ҡараған ауыл малайының күңеле, күрәһең, ошо юлды эҙлә­гән. Әйткәндәй, был идея ауылдағы ағайҙарға бер нисә тапҡыр бураларын һатышып биргән саҡта уҡ яралғайны инде.
— Ғәҙәттә, эшҡыуар-әңгәмәселәр эштә­рен йәйелдергән мәлдә “шунса ҡәҙәр аҡса бар ине” тип һөйләй. Һинең инвестиция – 250 һум.
— Бәхет йылмайҙы. Ғаиләмдә лә миңә ҡа­ра­та ышаныс тыуҙы. Аҡса күсергәс тә, кәрәк-яраҡ алып, төҙөүселәр бригадаһын тупланым. Әйтергә кәрәк, өй тиҙ һалынды. Тәүге нигеҙ ҡо­ролған мәлдә был өлкәләге бизнесты энә­һенән-ебенә тиклем өйрәнә инем.
— Еңел генә итеп һөйләгән кеүек, эш һәр саҡ еңел бармайҙыр?..
— Төрлө саҡ була, әлбиттә. Тотош брига­да­ларҙы алмаштырҙым, сифатһыҙ материалдар менән дә алданылар, өй туйлап та аҡса­ла­рын һаман да “иртәгә, иртәнән һуң” тип йө­рө­гән кешеләр ҙә юҡ түгел. Нисек кенә булма­һын, донъя алға бара. Минең төп асыл – бөтә эште шәхси контролдә тотоу. Бура килтерергә төпкөлгә үҙем сығып китәм, кәрәк икән, бурса һалышам, нигеҙ ҙә ҡаҙыйым, төҙөлөш Стәр­ле­тамаҡта барһынмы, Октябрьский ҡалаһын­дамы, Ишембай районындамы – мөһим түгел, һәр саҡ эштең уртаһында ҡайнайым.
Материалдарҙы һайлағанда ла сифатын шәх­сән тикшерәм. Офиста ултырып ҡына тау аҡ­тарып булмай, ғөмүмән. Шул уҡ ваҡытта яңы технологиялар менән танышып барам. Беҙ өй тиһәк, буранан төҙөлгәнен күҙ алдына килтерәбеҙ, ярай әле һуңғы йылдарҙа бурсанан эшләү ысулы таралды. Ә бит, төбөнә төшә баш­лаһаң, беҙҙең климат шарттарына яраҡлы йәнең теләгән материалдан төрлө, иң мөһиме — осһоҙға ғына өйҙәр һалырға мөмкин. За­уыҡ­лы, ышаныслы һәм ҡулайлы итеп. Мәҫәлән, бер стенаһы тотош быяланан өйҙәр бар хә­ҙер. Үҙем өсөн дә киләһе йыл­дың июненә ошондай йорт һалып сығырға тигән ниәтем бар. Клиенттарға ла һәр саҡ үҙен­сәлекле проекттар тәҡдим итәм.

Өйҙәре быяланан, ти...

— Бер эштән икенсеһенә, бер булмыштан бүтәненә еңел генә күсә алаһың. Үҙен­сә­лек­ле итеп өйҙәр төҙөйһөң. Беҙҙең тәбиғи холоҡҡа бындай фиғел ауыр бирелә...
— Күңелең ятмаһа, ҡапыл ғына бер шөғөлгә сат йәбешергә ярамай, минеңсә. Өйрәнелгән ҡалыптар буйынса йәшәү менән килешмәйем. Эйе, ҡурҡыта, әммә эҙләнергә кәрәк, эшләп ҡа­рарға. Мәҫәлән, быяла стеналы йортто ла күҙ алдына килтереү еңел түгел, элек миңә шун­дай өйҙәр барлығы хаҡында әйтһәләр, “әкиәт­тәге һымаҡ” тип йылмайып ҡына ҡуйыр инем. Әммә бик яҡты, йылы, уңайлы һәм тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса осһоҙ бындай йорт.
Уның ҡарауы, гел генә эҙләнеп тә ғүмер үт­кә­реп булмай – кәрәген, ваҡыты еткәс, күңел үҙе таба.
— Ә бына арабыҙҙа үҙе теләмәгән, ҡу­лынан килмәгән йәки, һин әйткәнсә, күңеле ятмаған эш менән ғүмер буйы шөғөл­лән­гәндәр ҙә бар.
— Бик бәхетһеҙ кешеләрҙер улар.
— Тимәк, бәхет шөғөлгә бәйле?
Быяланан өй һалыуҙың нимәһе бар?..— Эйе, тик һөнәрҙән генә түгел, ошо тор­мош­та йәм табып йәшәүҙән тора ул. Был донъяла барлыҡ кешеләр, уларҙың ҡылыҡтары бер-береһе менән бәйләнгән. Мәҫәлән, өйҙө төҙөп бөткәс, хужаларына асҡыс тапшырған мәлдә уларҙың бәхетен күреп, үҙебеҙҙе лә бә­хетле итеп тоябыҙ. Эшебеҙҙән ҡәнәғәттәр икән, тимәк, дөрөҫ юлдабыҙ. Мәҫәлән, уларға йорт оҡшамаһа йәки төҙөлөш мәлендә аҡса кү­сереп бармаһалар, һуңғы һөҙөмтә лә тулы­һынса ҡәнәғәтлек тойғоһо бирмәҫ ине. Өй, иман йорто, гараж... – нимә генә төҙөһәм дә, эшемдән йәм табырға тырышам.
— Ошо йәһәттән ике дипломың буйынса һорау тыуа...
— Тормош үҙгәреп тора, бөгөн был һөнәргә ихтыяж ҙур, иртәгә – икенсеһенә, шуға төрлө яҡлап үҫешергә кәрәк. Ҡасандыр юрист һөнәре абруйлы күренде, физик культура буйынса тре­нерҙар талап ителә ине... Эйе, мин бөгөн үҙем юристар һәм бухгалтерҙар яллайым, физкультура уҡытыусыһы ла түгелмен, әммә үткәндәрем өсөн үкенмәйем – тормошта һәр аҙым мөһим, һәр тәжрибә ҡиммәт, тип уйлайым. Юридик белемем эшемдә алданмаҫҡа ярҙам итә, спорт кешегә һәр саҡ кәрәк. Шуға үкенеп йәшәмәгеҙ.

Ике айҙа – миллион һум!

— Эшеңдән генә түгел, ғөмүмән, тормош­тан йәм табырға тырышаһың. Социаль сел­тәрҙәге диуарыңа күҙ һалһаң, ваҡи­ға­ларҙың уртаһында ҡайнайһың. Йә сит илгә ял итергә сығып китәһең, йә китап яҙаһың, йә кәмәлә сәйәхәт итәһең, шул арала тре­нингтарға йөрөү, уңышлы һөм ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыу...
— Эйе, тормоштоң, мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Башта әйткәнсә, үҙемде төрлөсә һынап ҡарау, үҫешеү – минең тормош девизым.
— Рәсим, 2018 йылдың июненә йорт һалып инәм, тип аныҡ итеп әйттең. Кемдер был төп ғәмәлдәрҙең береһенә ғүмер буйы әҙерләнә, йылдар дауамында төҙөй, ә һин ярты йыл ваҡытты күҙ уңында тотаһың.
— Йәнә ҡалыптар... Бөгөн йорт төҙөр өсөн ай буйы башта диләнкәгә рөхсәт алып, унан өмә яһап ҡырҡырға, шул ысул менән бурарға һәм бихисап мәшәҡәттәрҙе оҙон-оҙаҡ баш­ҡа­рырғамы ни?
— Маҡсаттарыңа әйләнеп ҡайтҡанда, йә­нә социаль селтәрҙәге диуарыңда “60 көндә – 300 мең һум аҡса эшләргә” тип яҙ­ған маҡсатыңа тап булдым. Тормошҡа аштымы?
— Әлбиттә. Әммә эш аҡса эшләүҙә генә тү­гел, табыштан йәнә эске ҡәнәғәтлек кисерергә кә­рәк. Мәҫәлән, күптән ҡул сәғәте хаҡында хыял­лана инем. Сәбәбе табылды – ошо аҡсаға һа­тып алдым. Артабан юғарырағын да ҡуй­ғай­ным, тик уныһы тормошҡа ашманы: ике ай эсендә бер миллион һум таҙа табыш алырға ине маҡсатым. Заказдар аҙайып китеүгә лә бәй­ләргә булалыр быны, тик, минеңсә, мәсьә­лә­гә тәрәнерәк ҡарарға кәрәк.
Миллион һум килем алырға тигән маҡсат ҡуй­ғанда, бер аҙ икеләнеүем дә булды, шуға ки­леп сыҡманы. Ғөмүмән, кеше хыялына, алдына ҡуйған маҡсаттарына ышанырға тейеш – шул саҡта ғына улар ғәмәлгә ашасаҡ. Нисек кенә булмаһын, хыялланып, маҡсаттар ҡуйып йәшәү – тормош талабы. Ҙур булһын, үтәй ал­маҫ­лыҡ та ти, тик улар барыбер кешене үҫ­терә, ниндәйҙер һығымталарға этәрә.
— Ә бына ғәм халыҡ алдында вәғәҙә биреүеңдең сере нимәлә? Бәлки, эстән генә, үҙ алдыңа ғына хыялланып, пландар ҡороп йәшәү отошлораҡтыр, мәҫәлән, уларҙың килеп сыҡмауы ла бар бит.
Быяланан өй һалыуҙың нимәһе бар?..— Бөтә хикмәт шунда ла инде. Үҙ алдыңа ғына ҡуйһаң, уның хаҡында үҙең генә беләһең, килеп сыҡмаған хәлдә, үҙең генә тәнҡитсе һы­маҡ. Социаль селтәрҙә, яҡындарың алдында “мин шуны эшләйәсәкмен” тип әйтеү бермә-бер яуаплылыҡ өҫтәй, маҡсатыңды үтәргә көс бирә, минеңсә. Килеп сыҡмаған хәлдә лә шу­лай ғәм, халыҡ алдында уңышһыҙлығыңды та­ный белергә лә кәрәк – үҙенсә был да һабаҡ. Мәҫәлән, әлеге мәлдә экологик яҡтан таҙа ерҙә үҙенсәлекле йорттарҙан тотош ауыл тө­ҙөргә хыялланам, ошо уйыма ышанам, ҡалғаны — Хоҙай ҡулында.
— Маҡсаттарың матди нигеҙле генә түгел – шуныһы ҡыуаныслы.
— Быйыл бер туҡтамай 40 километр йүге­рергә маҡсат ҡуйҙым һәм үтәп сыҡтым. Был шөғөл “тимер кеше” (“железный человек”) прог­рам­маһын үтәү маҡсатында башҡарылды. Ошо программаны (йәғни триатлон тип тә йө­рөтәләр) үтәр өсөн миңә тағы 180 километр алыҫлыҡта велосипедта елдерергә, дүрт километрға яҡын һыуҙа йөҙөргә кәрәк.
— Быларҙы яҡын арала үтәр планың тип тә ҡабул итергә мөмкиндер. Ҡуйған маҡ­саттарың, хыялдарың, пландарың тор­мошҡа ашһын. Ә бына ҙур маҡсаттарың ниндәй?
— Яратҡан ҡатыным менән бергә улыбыҙҙы Кеше итеп үҫтереү, артымдан яҡты эҙ ҡал­ды­рып барыу.

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад