Мал кәртәгә инһә лә, мәшәҡәт бөтмәй13.12.2017
Мал кәртәгә инһә лә, мәшәҡәт бөтмәйҠыш бауыры нисек булыр, ә бына көҙҙө оҙата алмай этләндек. Бигерәк тә мал һәм уны тотҡандар өсөн һынауға әүерелде. Әлбиттә, бесәнен экономиялап, һәүкәшен, атын һаман да яланға ҡыуып отҡандар ҙа бар. Уның ҡарауы, берсә йылы, берсә һыуыҡ булып тороуы арҡаһында һарай эсен таҙартыу еңелдән түгел. Өҫтәүенә бер туҡтамай ямғыр яуҙы. Нисек кенә булмаһын, ерҙе ҡар ҡапланы, тимәк, мал ныҡлап кәртәгә инде тигән һүҙ.


– Бер мәшәҡәт бөтһә, икенсеһе өҫтәлә, – тип ҡаршы алды “Интернационал” хужа­лығының Восток ауылында урынлашҡан фермаһында эшләгән бер төркөм мал ҡа­рау­сылар. Ысынлап та, көтөү туҡтау менән­ме ни, бесән, фураж һалырға кәрәк бит. Ә эштәре етерлек егеттәрҙең: бесән төргәк­тә­рен һүтергә, мал ҡураһын таҙартырға. Әл­биттә, техника күп урында ҡул көсөн ал­маштырмай ҡалмай, хәҙер, ана, ҡайһы бе­рәүҙәр көтөүен дә трактор менән көтә. Бында ла заманға йәнәш атларға тырыша­лар: аҙыҡты техника тарата, һөт феләк­тә­рен дә күтәреп йөрөргә кәрәкмәй. Шулай ҙа иртәнән кискә тиклем мәшәҡәт тамамланмай.
Ошо бурысты Руслан Рахманғолов ме­нән Артур Ғиззәтуллин күптән түгел баш­ҡарһа, Альберт Рахманғолов мал араһында ғүмер буйы, үҙе әйтмешләй, “колхоз заманынан” бирле йөрөй. Иң мөһиме – бер ай эшләйме, сирек быуатмы – мөһим түгел, хужа­лыҡтың уңышы яғыулыҡҡа өҫтәлә бар­ған, игенгә төшә килгән хаҡтар менән бергә ошо егеттәрҙең хеҙмәтенә лә бәйле. Йәй булыуына йә иһә мал кәртәгә инеүенә ҡарамай... Ә, күрәһең, бер тиҫтәнән саҡ ҡына ашыу кешенән торған коллектив бында тырыш: фермала 200 баштан ашыу һыйыр малы аҫрала, шул иҫәптән 164 һауын һыйыры. Ошо ҡәҙәр башты бағып ҡара әле!
– Билдәле, ҡышҡа ҡарай һөт кәмей, шу­лай ҙа тәүлегенә уртаса һауым 15,3 литр тәшкил итә, һыйырҙар быҙауларға әҙер­ләнә, – тип күрһәткестәрҙе барлай “Интернационал” йәмғиәтенең генераль директоры Николай Козырев.
...Мал кәртәгә инде, ләкин ауылда эш бөтмәй: һу­ғым мәле етә, һы­йыр быҙаулай, һа­рыҡ бәрәс кил­те­рә, кәбән аҡ­та­ра­һы бар... Ауыл хужа­лығы эшсән­дәрен Хоҙай һау­лыҡтан һәм са­быр­лыҡтан айыр­маһын!

Ишембай районы.


Вернуться назад