Төбәкте үҫтерергә кәрәк12.12.2017
Төбәкте үҫтерергә кәрәк– Тәү сиратта малсылыҡ тармағында заманса технологиялар ҡулланыу күҙ уңында тотола. Был үҙ сиратында һөт етештереү сифатын күтәрергә ярҙам итәсәк. Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге хеҙмәттәшлек был райондар өсөн этәргес көс буласаҡ. Дөйөм алғанда, яҡын арала төньяҡ-көнсығышта яңы технологиялар һәм эш урындары тыуҙырыласаҡ, – тип белдерҙе Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүгә арналған “Ваҡиғаларҙы берләштереп, биләмәләрҙе үҫтерәбеҙ” тип аталған I Төбәк-ара форумда.


Сара Салауат районының “Янғантау” шифахана­һын­да үтте. Унда күрше Силәбе, Свердловск өлкә­ләренән, Пермь крайынан рәсми ҡунаҡтар, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Форумда “Төбәктәрҙең хеҙмәттәшлеге” күргәҙмәһе һәм B2B, B2G форматында эшлекле бәйләнештәр биржаһы эшләне.
“Берҙәм сиктең иҡтисади бәйләнеше” темаһына арналған пленар ултырыш аҙағында хеҙмәттәшлек тура­һында килешеүгә һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу юлдары буйынса документтарға ҡул ҡуйылды. Унан һуң республика Башлығы ҡарама­ғындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советының ултырышы булды.
“Туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙенсәлектәре: әүҙем, ваҡиғалы, һауыҡтырыу һәм агротуризм. Төньяҡ-көнсығыш биләмәләренең шифахана һәм геотуризм мөмкинлектәрен маҡсатлы ҡулланыу”, “Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәш­лек һәм кооперация. Органик ауыл хужалығы”, “Урман сәнәғәте комплексы өлкәһендә төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлек”, “Эшҡыуарҙар өсөн хеҙмәт ресурстары. Социаль сәйәсәт йүнәлешендә эшһеҙлекте кәметеү” темалары буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.
Әлеге ваҡытта Салауат районында “Янғантау” геопаркы асыу буйынса ҙур эш алып барыла. Форумда “ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары” программаһы етәксеһе, халыҡ-ара эксперт Патрик МакКивер: “Рәсәйҙә Башҡортостан беренсе булып ошондай ғариза бирҙе. “Янғантау” геопаркын ЮНЕСКО исемлегенә индереү буйынса саралар 2018 йылдың йәйендә үтәсәк. Эксперттар килгәнсе биләмәне әҙерләргә кәрәк. Беҙ бөтә тейешле тәҡдимдәрҙе лә индерәсәкбеҙ, сөнки Рәсәйҙән килгән беренсе ғариза башҡа кандидаттарға өлгө булырға тейеш”, – тип белдерҙе. Әйткәндәй, геопарк асыу – республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында ойошторолған иң ҙур сараларының береһе.
Форум эше тураһында мәҡәләне йома һанында уҡырһығыҙ.



Вернуться назад