Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда сәсеү эштәре ғәҙәттәгенән бер аҙнаға һуң башланырға тейеш ине. Әммә йылы һәм матур көндәр аграрийҙарҙы баҫыуҙарға иртәрәк сығырға мәжбүр итте. Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Борай, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары тәүгеләрҙән булып тырмаға төштө. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: быйыл республика Хөкүмәте тарафынан ауыл эшсәндәренә сәсеүҙе ойошҡан һәм агротехник талаптарҙы теүәл үтәп башҡарһын өсөн ҙур ярҙам күрһәтелде.
– Баҫыу эштәре башланғансы уҡ аграр тармаҡҡа былтырғыға ҡарағанда бюджет аҡсаһы күберәк бүленде. Былтыр 360 миллион һум тәшкил итһә, быйыл иһә уның күләме 750 миллион һумға тиклем артты, – тип белдерҙе Хөкүмәт йортонда үткән селектор кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев.
Апрель аҙағына тиклем ауыл эшсәндәренә тағы ла 400 миллион һум аҡса күсереләсәк. Сығымдар, тәү сиратта малсылыҡты үҫтереүгә, элиталы орлоҡ, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға китәсәк. Был аҙнала аграр хужалыҡтар 2011 йылдың дүртенсе кварталында һатып алған техника өсөн субсидия ла ала башланы. Министр белдереүенсә, сәсеүгә һәм мал аҙығы әҙерләү осорона барлыҡ төр бюджеттан 1,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Ошо көндәрҙә күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, минераль ашлама индереү эштәре тамамланасаҡ, күпселек хужалыҡтар сәсеүгә төшәсәк. Был эшкә барлыҡ сәскестәрҙе, сәсеү агрегаттарын йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Бынан тыш хужалыҡтарҙа баҫыуҙарҙы һаламдан таҙартыу эше лә алып барыла. Шуға ла ауыл эшсәндәренә ҡыҙыу осорҙа ике сменала эшләргә тура киләсәк.
Республика әһәмиәтендәге дүрт МТС-тың иртә бөртөклө культуралар майҙаны 200 мең гектар тәшкил итә. Быйыл улар ауыл хужалығы предприятиеларына 75 мең гектарҙа сәсергә ярҙам итәсәк. Был МТС-тан ярҙам көткән аграр хужалыҡтарға хеҙмәт күрһәтеү сикле булыуын аңлата. Шуға ла Ауыл хужалығы министрлығы предприятиеларға үҙҙәренә нығыраҡ тырышырға һәм бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡыра.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.