Һарыҡсылыҡ – ейәнсуралар өсөн иң табышлы тармаҡтарҙың береһе. Төбәктең тәбиғәте мал аҫрау өсөн отошло һаналһа, икенсенән, бында элек-электән һарыҡсылыҡ киң үҫеш алған. Райондың “Маяҡ” муниципаль унитар ауыл хужалығы 2012 йылда төҙөлгән, әле бында һигеҙ меңдән ашыу һарыҡ үрсетелә. Хужалыҡ һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереүгә һәм агросәнәғәт кластеры төҙөү концепцияһына индерелгән. Хужалыҡ етәксеһе Дәмин Юланов әйтеүенсә, Башҡорт Самаҙыһы, Таҙлар, Кинйәбулат, Вәлишә ауылдарында һарыҡ фермалары бар. Әммә Хоҙайбәндә ауылында урынлашҡан “Аҡҡондоҙ” хужалығы – иң ҙуры. Бында күптән түгел төҙөлгән аҙбарҙа һарыҡтар үҙҙәрен яҡшы тоя, сөнки төҙөлөш өсөн кәрәкле ҡоролмалар дөрөҫ һайланған. Әйткәндәй, бер аҙ һыуығыраҡ урынға ҡуйғанда, малдың йөнө яҡшы үҫә. “Франчеза” (волгоград) тоҡомло һарыҡтың йөнө сифатлы, ите тәмле, үҙҙәренең талымһыҙ булыуы хужалыҡ өсөн отошло һанала.
“Аҡҡондоҙ”ҙоң төп биҙәге – 130 килограмм ауырлығындағы Ромео тәкәһе. Тоҡомло тәкә үҙенең мәртәбәһен белеп кенә утлай, сөнки үткән йыл “Алтын көҙ” ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Ромео районға һәм республикаға алтын миҙал килтергән. Миҙалды күкрәгенә таға алмаһа ла, “алтын”дың баһаһын тоя, үҙенә иғтибар биргәнде ярата, тип шаярта хужалыҡ малсылары.
– Һарыҡ ите баҙарҙа яҡшы үтә, шулай уҡ Ҡорбан байрамдарында беҙҙең продукцияға һорау икеләтә арта. Өфөнөң иң ҙур мәсеттәренең береһе “Ләлә-Тюльпан” менән килешеү төҙөлгән, беҙ үҙ транспортыбыҙ менән йыл һайын ҡорбан салырға теләүселәргә һимеҙ, тәмле, экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы ит тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ уның йөнө лә бик үтемле. Күптән түгел Татарстандан килеп йөндөң бер килограмын 105 һум менән ҡабул иттеләр, был ябай һарыҡ йөнө менән сағыштырғанда, ун тапҡырға күберәк. Беҙҙең төп маҡсат – 2020 йылға тиклем һарыҡтарҙың һанын 60 меңгә еткереү, – тине Дәмин Марат улы.
“Маяҡ” хужалығының йәнә бер отошло алымын телгә алыу кәрәктер. Һарыҡсылыҡ тармағына ҡыҙыҡһыныу уятыу, халыҡты эш менән тәьмин итеү маҡсатында шәхси ихата хужаларына ҡышҡы миҙгелде сығарыу өсөн һарыҡ бирелә. Мәҫәлән, теләүселәр, әгәр һарыҡты көтөү өсөн уңайлы кәртәһе булһа, хужалыҡтан 100 баш һарыҡ ала. Әгәр һарыҡтар ҡышты имен-һау сығып, хужалыҡ килешеүенә ярашлы, махсус пункттар үтәлһә, эш хаҡы иҫәбенә 20 һарыҡ көткән кешегә ҡалдырыла. Был ысул күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған, һарыҡ алырға теләүселәр артҡан. Әммә барыһы ла мөмкинлектән файҙалана алмай, сөнки шәхси ихатаң тейешле талаптарға яуап бирерлек булырға тейеш.
– Был ысулды күрше райондарға таратырға ла иҫәп бар, – тип һүҙгә ҡушылды район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов. – Быйыл беҙ мең һарыҡты шәхси хужалыҡтарға бирәсәкбеҙ, әле һигеҙ ғариза ҡабул иттек. Шулай уҡ күрше Йылайыр районы фермеры Рәнис Таһиров 200 баш һарыҡты ҡышлатасаҡ. Был тәүге тапҡыр район-ара килешеү нигеҙендә башҡарыла, әгәр эксперимент уңышлы үтһә, был юҫыҡта артабан да эшләрбеҙ, тип уйлайбыҙ. Көйөргәҙе һәм Баймаҡ районынан да ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ.
Ҡасандыр колхоз-совхоздарҙа утар-утар һарыҡ фермалары булғанда, һуңғы йылдарҙа яландарҙа ҡуйҙарҙың йәйрәп йөрөүенә халыҡ бер аҙ төңөлә төшкәндә, Ейәнсура районында ҡайтанан һарыҡсылыҡ тармағы киң үҫешә икән, тимәк, был һарыҡ итенә, йөнөнә баҙар иҡтисадында һорау бар тигән һүҙ. Тауарға һорау бар икән, уны һатыуы ла ҡыйын түгел. Иң мөһиме – баҙарға алып сығырлыҡ тауарың булһын. Был йәһәттән ейәнсураларҙан өлгө алырға, йәғни “Маяҡ”тарға эйәрергә кәрәк, улар һарыҡсылыҡ тармағында күптән инде маяҡ булырлыҡ кимәлгә еткән.
Ейәнсура районы.