Кешеләр мәнфәғәте нисек яҡлана?01.12.2017
Кешеләр мәнфәғәте нисек яҡлана? Башҡортостан – үҙенсәлекле төбәк. Уның тәбиғәтенән һәм халыҡтың көнитмешенән сығып ҡына ла шулай әйтергә мөмкин. Ҡайҙалыр уңғандар сәсеүгә төшкәндә, икенсе яҡта баҫыуҙа һаман да ҡар ята. Мәҫәлән, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары халҡы ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәй. Шуны күҙ уңында тотоп һәм уларҙың тормош сифатын тағы ла яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылда Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән урта сроклы комплекслы үҫтереү программаһын ҡабул итте.
Ғәҙәттә, төньяҡ-көнсығыш райондары тиһәк, Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Балаҡатай һәм Мәсетле райондары күҙ алдына баҫа, күптән шулай хәтерҙә нығынған. Хәҙер иһә исемлеккә йәнә Нуриман, Ҡариҙел һәм Асҡын райондары теркәлгәс, территория ярайһы киңәйҙе. Ғөмүмән, был тарафтарҙа бер ниндәй ҙә ҡаланы осратмаҫһың, тимәк, һауаны зарарлаған, һыуҙы бысратҡан завод-фабрикалар юҡ. Халыҡтың экологик йәһәттән таҙа төбәктә ғүмер итеүе бәхет түгелме?! Уның ҡарауы, Мәсәғүтте барыһы ла үҙәк тип ҡабул итә, хатта уға ҡала статусын һораусылар ҙа осрай.
Әйткәндәй, тиҙҙән республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүгә бағышланған төбәк-ара форум үтәсәк. Ул төбәккә артабан яңы һулыш өҫтәр, үҫеш өсөн көслө этәргес бирер, тип ышанғы килә. Декабрҙә ойоштороласаҡ сара Рәсәйҙәге иң алдынғы шифаханаларҙың береһе – “Янғантау”ҙа уҙасаҡ. Ҙур иғтибар инвестициялы мөхитте яҡшыртыуға һәм Пермь крайы, Силәбе, Свердловск өлкәләре менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға биреләсәк.


Шуны билдәләү урынлы, 2011 йылда ҡабул ителгән программаның киләһе йылына ғына эшләй башлағаны тураһында хәбәрҙарбыҙ. Ул 2015 йылға саҡлы барҙы, бер аҙҙан һуң тәүҙә уны тормошҡа ашырыу – 2016 йылға һәм аҙаҡтан, Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһы кеүек, 2020 йылға тиклем тағы ла оҙайтылды. Программа структураһы һәм йөкмәткеһе буйынса элек­кеһенән айырыла, саралары, маҡсат­лы йүнәлештәре яңынан ҡарап сығылған.
Ошо арауыҡта сараларҙың күп өлөшө үтәлгән дә инде: 20 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған (пландың 70 проценты). Төньяҡ-көнсығыш райондарға һалынған төп капиталдың инвестиция күләме шулай уҡ 20 миллиард һумдан ашҡан, республика адреслы инвестиция программаһына һәм территориаль заказға ярашлы, шуның бюджет өлөшө яҡынса ете миллиард һум тәшкил иткән.
Субтөбәк өсөн мөһим инвестициялы проекттар тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, Яңы Балаҡатай ауылында ашхана өсөн һыу ҡойоу линияһы асылған, Дыуан райо­нында “Урал-тау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһына ит комбинаты төҙөлгән һәм шунда уҡ һыу ҡойоу цехы эшләй башлаған. Нуриман районында тәмләткес ҡушылған һыу етештереү цехы сафҡа ингән, өс мең башҡа иҫәпләнгән роман тоҡомло һарыҡтар үрсетеү фермаһы төҙөлөп бөткән, һарыҡ итен эшкәртеү цехы файҙаланыуға тапшырылған. Салауат районында ағас эшкәртеү һәм һыу ҡойоу цехтары асылған. Ә Ҡариҙел районында малсылыҡ базаларын үҙгәртеп ҡороу һәм реконструкциялау буйынса проекттар тормошҡа ашырылған.
Шул уҡ ваҡытта бер нисә документҡа ҡул ҡуйылған. Әйтәйек, Салауат районында цемент етештереү буйынса завод төҙөү тураһында инвестициялы проектты тор­мошҡа ашыра башлауға килешеүҙәр бар. Проектты Тажикстандың “Ориенинвест” ИПК-һы тәҡдим иткән. Дөйөм хаҡы – 11,9 миллиард һум. Йылына ике миллион тонна цемент етештереү планлаштырыла, 250 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Бынан тыш, Нуриман районында балыҡсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса эштәр дауам итә. Төп инвестор “Тихий берег” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биш биләмәне ҡуртымға алған. “Желанда” бағыр фермаһының ҡеүәте – 20 тонна тауар етештереү. Әле 25 мең йәш форель һыуға ебәрелгән дә инде. Киләһе йылдарҙа туристар өсөн тәғәйенләнгән өс йорт сафҡа индереләсәк, “Устье Салдыбаша” форель фермаһын төҙөү буйынса әҙерлек эштәре бара, “VillaRiba” ял базаһын һалыу дауам итә.
Салауат районында эшҡыуар Миңле­баев Ләүзә һәм Үсҡанды йылғалары буйында бикре һәм бағыр балыҡтарын үрсетмәксе. “Времена года” йәмғиәте “Бухта Кила” ял базаһында “Маяҡ” исемле йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы төҙөй. Ә Ҡариҙел районында “Зуев” йәмғиәте мал һуйыу цехы төҙөлөшөнә 150 миллион һум инвестиция йәлеп иткән. Дыуан районында 800 баш малға иҫәпләнгән ике корпусты (“Урал-тау” йәмғиәтенә ҡарай) төҙөүгә 43 миллион һумлыҡ инвестиция һалынған. Ҡыйғы районында иһә пенополистирол етештереү буйынса цех (“Кристалл” йәмғиәте) төҙөлөшөнә ике миллион һум аҡса инвестицияланған.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа баҫым яһау төньяҡ-көн­сығыш райондарҙы иҡтисади йәһәттән һауыҡтырыуҙың бер ысулы икәнен аңлап уй-ниәттәр бойомға ашырыла. Биш йыл эсендә 292 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ йүнәле­шендә өс микрофинанс ойошмаһы асылған. Һөҙөмтәлә бирелгән микрозайм­дарҙың күләме 153 миллион һумға еткән, үҙәк хеҙмәтенә 236 эшҡыуар мөрәжәғәт иткән.
Мәғлүм булыуынса, төньяҡ-көнсығыш – башлыса аграр территория. Шуның өсөн иң беренсе сиратта ауыл хужалығына йөҙ менән боролоу зарур. Үҫемлекселеккә килгәндә, яңы технологияларҙы индереү, уңышҡа көслө тәьҫир иткән мелиорацияны әүҙем ҡулланыу үҙен аҡлаясаҡ, сәсеү әйләнешен боҙмау отошло тигән фекерҙе яҡлайҙар бында.
Ит һәм һөт етештереү – ауыл хужалы­ғының төп тармаҡтары. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә етерлек: сәсеүлек майҙансыҡтары йәйелеп ята, мал аҙығын етерлек әҙерләргә мөмкин. Бында бизнесты алға ебәреү өсөн түбәндәге магистраль йүнәлештәрҙе билдәләү урынлы: ярҙамсы хужалыҡтар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын берләштереү; агропродукция эшкәртеү буйынса эш урындары асыуҙы күҙ уңында тотҡан бәләкәй предприятиелар ойоштороу; урман эшкәртеүҙе юлға һалыу; төҙөлөш материалдарын етештереү; дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы асыу.
Ысынында хәҙер кооперацияға берлә­шеү – бәхәсһеҙ. Был тәңгәлдә Өфөнән килеп оҫталыҡ дәрестәре үткәргәндәр. Асҡын һәм Октябрьский райондары (Пермь крайы) умартасыларының “Асҡын” төбәк-ара кооперативы төҙөүе маҡтауға лайыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, объектив сәбәптәр арҡаһында бер нисә проект – Балаҡатай һәм Нуриман райондарында – һыйыр малы комплекстары, Мәсәғүттә – һөт-консерва комбинаты, Мәсетле районында – һыйыр аҙбары менән ҡаҙ фермаһы, Ҡариҙел районында мебель цехы “һауала эленеп ҡалған”.
Программала субтөбәктәрҙә агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Шуға бәйле бына ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшелгән: 2017 йылдың туғыҙ айында төньяҡ-көнсығыш райондарҙа тулайым тауар күләме, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1,9 процентҡа артҡан, ә аҡса менән иҫәпләгәндә 10,1 миллиард һум тәшкил иткән. Был – республика күләменең һигеҙ проценты. Шулай уҡ ошо арауыҡта ауыл хужалығы тауары етештереүселәргә бюджеттан 154,9 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, үҙ сиратында, субсидия бирелгән. Үҫемлекселек менән малсылыҡҡа ла тос ярҙам күрһәтелгән, алынған кредиттың ниндәйҙер өлөшө ҡапланған, гранттар таратылған.
Һуңғы йылдарҙа төбәктә малсылыҡты үҫтереү кәрәклеге тураһында күп һөйләй­ҙәр. Ни өсөн тигәндә, республикабыҙҙың үҙәк һәм көньяҡ райондары менән сағыштырғанда, үҫемлекселектән ҙур файҙа алып булмай. Быйыл туғыҙ айҙа, дөйөм алғанда, малсылыҡ продукцияһы етештереү күләменең артыуы күҙәтелгән, ә 1 октябргә ҡарата бөтә төр хужалыҡтарҙа 116 мең баштан ашыу һыйыр малы, 46 мең баш тирәһе һауын һыйыры, 15 мең йылҡы, 125 мең ярым һарыҡ менән кәзә иҫәпләнә.
Ауыл хужалығы ойошмалары һәм крәҫ­тиән (фермер) хужалыҡтары тарафынан йыл башынан 48 мең тоннанан ашыу һөт һауылған, өҫтәүенә мал һәм ҡош ите етеш­тереү ҙә планға ярашлы алып барыла.
Әле Дыуан, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарында иҡтисадтың нигеҙен тәшкил иткән өс ит эшкәртеү комбинаты эшләй. Беҙгә бирелгән мәғлүмәт буйынса, һәммәһе лә сеймал менән тулыһынса тәьмин ителеп тора. Асылда сеймалды эргә-тирә райондарҙан, шулай уҡ Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән дә алалар.
Ҡасандыр төньяҡ-көнсығыш райондар, республикабыҙҙың картуф үҙәге булараҡ, фекер алышыуға сығарылғайны. Хатта белорустар килеп, технологияларын тәҡдим итте. Ысынлап та, был яҡтарҙа картуф үҫтереүҙең киләсәге бар, тиҙәр. Етеш­терелгән продукцияны һатыуҙы ойошторғанда, эш технологияларын теүәл үтәгәндә, “икенсе икмәк” сәсеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ һәм иҡтисади яҡтан да үҙен аҡлаясаҡ. Дыуан районында “Үҙәк” машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының техникаһы һәм ҡеүәте 2 500 тонна тәшкил иткән картуф һаҡлау урыны бар. Киләсәктә картуфты крахмал өсөн тәрән эшкәртеү цехы төҙөү күҙ уңында тотола.
Эш күләме социаль һәм инфраструктура призмалары аша асыҡ күренә – программаның тәүге бишйыллығында 482 урынлыҡ өс мәктәп, 839 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән алты балалар баҡсаһы, 170 койка-урынлыҡ өс дауахана, өс спорт объекты төҙөлгән һәм реконструкция­лан­ған. Асҡын, Дыуан, Ҡар­иҙел, Ҡыйғы, Нуриман райондарын­дағы белем усаҡтары, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары – шуға асыҡ миҫал. Өҫтәүенә транспорт инфраструкту­раһы үҫешенә 4,2 миллиард һум аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә 456 километр юл, 18 күпер, шулай уҡ күпер яны юлдары төҙөлгән һәм ремонтланған. Яҡшы юл торошоноң көслө үҫешкә бер аҙым булыуын берәү ҙә инҡар итмәҫ.
Программа сараларын тормошҡа ашыра башлағандан алып 4,3 меңдән ашыу кешегә эш урыны булдырылған, шуның яртыһы бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тура килә. Үҙ сиратында эшһеҙлек кәмегән, уртаса эш хаҡы артҡан.
Квартал һайын күҙәтеү алып барыу үҙ һөҙөмтәһен биргән. Әйтәйек, быйыл туғыҙ айҙа ғына 1,6 миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштерелгән. Быйыл сафҡа инде­реләсәк объекттар: Ҡыйғаҙы ауылында (Асҡын районы) фельдшер-акушерлыҡ пункты; Яңы Балаҡатайҙа фатирҙарға газ үткәреү һәм ҡаҙанлыҡ урынлаштырыу; Мәсәғүттә йорттарҙы һыу менән тәьмин итеү; Түбәнге Ҡыйғыла урамға һыу торбалары һуҙыу; Иҫке Күл һәм Павловка ауылдарында социаль-мәҙәни үҙәк менән һыу бүлеү резервуары төҙөү.
Программа ысын мәғәнәһендә “ҡой­роҡта һөйрәлгән” райондарҙы йәнләнде­реүгә ярҙам иткән. Уның ҡарауы, төп капи­талға йүнәлтелгән инвестиция күләменә, халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүгә, эшһеҙлекте кәметеүгә, торлаҡ төҙөүгә иғтибарҙы кәметмәҫкә кәрәк, ти белгестәр.
Сәнәғәт үҙәге һаналған Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән яҡын урынлашыу өҫтөнлөгө оҫта файҙаланыла – малсылыҡты үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, шулай уҡ туризм өлкәһендә бәйләнештәр өсөн уңайлы шарттар бирә икән. Бигерәк тә ауыл хужалығы һәм урман хужалығы йүнәлештәре, шулай уҡ социаль-иҡтисади күрһәткестәргә көслө йоғонто яһаған туризм, сауҙа һәм төрлө хеҙмәт күрһәтеү ҙә ситтә ҡалмай.
Был тарафтарҙа күрше төбәктәргә тауарҙарын уңышлы һатҡан предприятиелар бихисап. “Урал-тау” йәмғиәте (Дыуан районы, Таһир Зарипов), эшҡыуар Илгиз Зиннәтуллин (Мәсетле), “Красная Горка” йәмғиәте (Нуриман), эшҡыуар Рафаил Ғәлләмов (Балаҡатай районы) һәм башҡалар шуға дәлил.
Быйыл төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү ниәтендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендә Башҡортос­тан делегацияһы Силәбе ҡалаһында булды. Бик бай программа ҡаралғайны: рәсми осрашыуҙар ойошторолдо, сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль-мәҙәни хеҙмәттәш­лекте үҫтереүҙе һәм нығытыуҙы күҙ уңында тотҡан документтарға ҡул ҡуйылды.
Ә июндә “Янғантау” шифаханаһында үткән төньяҡ-көнсығыш райондарҙа инвестициялы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьә­ләләренә арналған кәңәшмәнең файҙалы яҡтарын телгә алыу артыҡ. Ҡайһы берәү­ҙәр, өс йыл ҡалыуын белгәс: “Программаны тағы ла оҙайтыу кәрәге бармы-юҡмы?” – тип икеләнә. Яуапты программаны тормошҡа ашырыу ваҡыты тамам­ланыуға яҡынлашҡанда бирергә мөмкин булыр, тиҙәр. Бөтәһе лә министрлыҡ һәм ведомстволарҙың уңышлы эш алып барыуға бәйле. Программаны ғәмәлгә ашырғанда барыбыҙ ҙа көткән һуңғы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙме? 2020 йылға бөтә финанс сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестиция күләменең 1,5 тап­ҡырға артыуы, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы оҙатыу – 1,4, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү – 1,7, сәнәғәт тауарҙарының – 1,1, уртаса айлыҡ эш хаҡының 1,5 тапҡырға артыуы тураһында һүҙ бара.
Дөйөмләштереп әйткәндә, төньяҡ-көн­сығыш райондарҙы үҫтереү програм­маһы төбәккә икенсе һулыш биреүен танынылар. Төп маҡсат – субтөбәктең инфраструкту­раһын үҫтереү, уңайлы шарттар тыуҙырыу, эш урындары булдырыу, халыҡтың ситкә китмәүенә булышлыҡ итеү, ғөмүмән, кешеләр мәнфәғәтен яҡлау. Бында даны тотош илебеҙгә таралған “Янғантау”, “Ҡарағай”, “Танып”, “Әй” кеүек шифахана­ларҙың урынлашыуын иҫәпкә алғанда, киләсәктә шифахана-курорт комплексын үҫтереү йүнәлеше мөһим урынды алып торасаҡ. Шуға күрә лә бөгөн был юҫыҡта көслө стратегия булдырыу урынлы. Ул дәүләт финанслауының өҫтөнлөгө лә булырға тейешлегенә баҫым яһай.



Вернуться назад