Башҡортостанда органик баҫма электроникаһы өлкәһендә яңы компетенциялар буйынса федераль үҙәк ойошторола. Унда электроника, робототехника интернеты өсөн әйберҙәр эшләнәсәк. Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе. — Был перспективалы йүнәлеште ҙур сит ил компаниялары әүҙем үҙләштерә. Республика әлегә тиклем илебеҙҙә булмаған яңы производство ойоштороу мөмкинлегенә эйә, — тине төбәк етәксеһе.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге проекты Башҡортостан технологик башланғысы нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ.