Быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы. Мәртәбәле баһа – муниципалитеттың тормош көҙгөһө. Ҡала һуңғы арала төрлө кимәлдәге адреслы программалар ярҙамында йылдам үҫешә. Тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Владимир КУЛИКОВ менән әңгәмәләштек.– Владимир Иванович, Стәрлетамаҡ үҙенең йәйәүлеләр зонаһы комплексы менән дан алды. Ошо хаҡта һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Улар Коммунистик урамында, Октябрь һәм Ленин проспекттарында эшләнде. Бында ял итеү өсөн дә, йәйәү йөрөргә лә уңайлы шарттар тыуҙырылған, велосипедсыларға махсус юл бар, автомобилдәр өсөн – туҡталҡалар. Урамдарға ҡуйылған скульптура сәнғәте әҫәрҙәре үҙенсәлекле йәм өҫтәй.
Йәйәүлеләр зонаһын үҙгәртеп ҡороу дауам итә. Әле эштәр “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән “Заманса ҡала мөхите” федераль программаһына ярашлы Хоҙайбирҙин урамында башҡарыла. Программаны тормошҡа ашырыуҙа федераль, республика һәм муниципаль бюджеттарҙан финанс бүленә. Реконструкцияланған биҫтәләрҙә йәшәгәндәр үҙҙәре лә унда ҡатнаша, сөнки программала дөйөм йәмәғәт урындары ла, күп фатирлы йорт ихаталары ла күҙ уңында тотола. Урамдың үҙе лә, уның буйлап теҙелеп киткән 90-ға яҡын йорт та матурланасаҡ һәм ҡулайлы зонаға әүереләсәк. 2022 йылға тиклем Стәрлетамаҡта башҡа парк-бульварҙар ҙа яңы төҫ аласаҡ.
– Стәрлетамаҡтың 250 йыллыҡ юбилейына төҙөкләндерелгән “Иҫке ҡала” биҫтәһе Европа кимәлендә тип һоҡланалар.
– Төҙөкләндерелеп кенә ҡалманы, ул тергеҙелде тиһәк тә була. Был биҫтәгә ҡаланың тарихи йөҙөн ҡайтарырға тигән уй тормошҡа ашырылды. Баязитов сауҙа рәттәре композицияһы барлыҡҡа килде. Салауат кинотеатры, Стәрлетамаҡ дәүләт урыҫ драма театры, ял паркы, фонтан... Унда шулай уҡ Йондоҙҙар аллеяһы асылып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына нигеҙ һалған сауҙагәр Савва Тетюшевҡа арнап тәүге йондоҙ булдырылды. Ул – ҡаланың иң матур ерҙәренең береһе, халыҡтың яратҡан урынына әйләнде. Никахтарын теркәгән йәштәр унда шау-гөр килеп фотоға төшә, мәҙәни саралар үтеп тора.
– Проекттарҙа халыҡтың да ҡатнашлығын әйттегеҙ, тимәк, стәрлетамаҡтар бик әүҙем?
– “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға теләк ҙур. Быйыл комиссия 11 проектты хупланы. Уларҙың ярҙамында балаларға алты уйын, ике спорт майҙансығы эшләргә планлаштырҙыҡ, бер йорт алдына асфальт түшәлде. Улар араһында үҙенсәлекле эштәр ҙә бар: мауыҡтырғыс фәндәр менән шөғөлләнеү өсөн интерактив музей һәм мәрхүмдәр менән хушлашыу йорто.
Башҡа программалар ҙа әүҙем рәүештә тормошҡа ашырыла. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә, мәҫәлән, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тырышлығы менән 19-сы мәктәптә спорт майҙансығы асылды, балалар ҡаласыҡтары эшләй башланы. Киләсәктә был программа тағы бер нисә белем усағында һыналасаҡ.
– Стәрлетамаҡта матур йорттар төҙөлә, тотош биҫтәләр ҡалҡа. Был биҫтәләрҙең инфраструктураһы нисек үҫешә?
– Үткән йыл аҙағында “Төньяҡ” биҫтәһендә заманса талаптар буйынса бер мең урынлыҡ мәктәп төҙөлдө. Белем усағы шуныһы менән иғтибарға лайыҡ: унда физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн шарттар тыуҙырылған, ике бассейн, спорт залдары, махсуслаштырылған кабинеттар бар. Ошолай ҙур уҡыу йорто йәнә бер яңы (“Бишенсе”) биҫтәлә төҙөләсәк. Белем усағы 1225 балаға тәғәйенләнә. Әйткәндәй, ул – Башҡортостандың 100 йыллығына ҡалҡасаҡ объекттарҙың береһе һәм республикалағы иң ҙур мәктәп исеменә дәғүә итә. Был белем усағы икенсе сменала уҡыусыларҙы беренсе сменаға күсереүҙә ҙур ярҙам күрһәтер тип өмөтләнәбеҙ.
Стәрлетамаҡта өс йәше тулған балаларҙы баҡсала урындар менән тәьмин итеү проблемаһы юҡ, алда инде 1,5 йәшлек сабыйҙарҙы урын менән тәьмин итеү маҡсаты тора. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә бер юлы төҙөләсәк өс балалар баҡсаһы был проблеманы хәл итешер тип уйлайым. Әйтергә кәрәк, ҡалала шәхси балалар баҡсалары системаһы ла үҫешкән. Был халыҡта ыңғай фекер уята, сөнки баҡсалар башлыса күп ҡатлы йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашыу сәбәпле, балаларҙы йыраҡ йөрөтөргә кәрәкмәй.
Социаль объекттар менән бер рәттән дини йорттар ҙа ишектәрен аса. Ҡаранай Моратов урамында мәсет төҙөлә, Киров паркында 1937 йылда емерелеүгә дусар булған Ҡазан соборы урынында часовня (бәләкәй сиркәү) урынлашасаҡ.
Яңы биҫтәләрҙә сауҙа һәм ял үҙәктәре асыла – өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә.
– Стәрлетамаҡ медицина хеҙмәте менән ҡала халҡын ғына түгел, тирә-яҡтағы райондарҙа йәшәгәндәрҙе лә тәьмин итә.
– Ҡала травматология пунктында оҙаҡ йылдар дауамында шундай проблема булды: аяҡ-ҡулы йәрәхәтләнгән кешеләр рентген үтер өсөн икенсе ҡатҡа күтәрелергә мәжбүр ине. Хәҙер, бинала ремонт эштәре башҡарылып, аппарат беренсе ҡатҡа күсерелде.
Ҡала үҫә, шуға ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе камиллаштырыу ғына түгел, яңыларын булдырыу талап ителә. Мәҫәлән, ҡала балалар дауаханаһы поликлиникаһында “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең яңы станцияһы барлыҡҡа килде. Ундағы бригадалар нәҡ яңы биҫтәләргә беркетелгән. Быға тиклем “Ашығыс ярҙам” ҡаланың бер осонан икенсеһенә бара ине.
Октябрь айында 1-се ҡала дауаханаһында Германиянан килтерелгән аппараттар менән йыһазландырылған амбулатор гемодиализ үҙәге асылды. Ошо ҡорамалдар ярҙамында стәрлетамаҡтар ғына түгел, яҡын-тирә райондар халҡы ла хеҙмәтләндерелә.
– 300 мең кеше йәшәгән ҙур ҡала өсөн шулай уҡ быйыл асылған янғын һүндереү часы ла мөһимдер?
– Һис шикһеҙ. Ул пост Стәрлетамаҡтың яңы өлөшөндә сафҡа инде. Тимәк, янғын һүндергән егеттәргә лә ваҡыттарын юлға сарыф итергә тура килмәйәсәк.
Әлбиттә, хәүефһеҙлек әйтелгәндәргә генә ҡайтып ҡалмай: автотранспорт системаһы әүҙем үҫешә. Юлдарҙы киңәйтеү, юл ҡулсалары төҙөү һымаҡ шарттар менән бергә автоһәүәҫкәрҙәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге лә борсой. Әлеге тәңгәлдән быйыл йәй ҡаланың бер нисә урамына юл йөрөү ҡағиҙәһен боҙоуҙы теркәгән камералар ҡуйылды. Йыл аҙағынаса йәнә ошондай биш ҡорамал сафҡа инәсәк.
– Һаулыҡ, хәүефһеҙлек һымаҡ төшөнсәләр менән экология мәсьәләләре лә йәнәш йөрөй. Стәрлетамаҡтар Экология йылын ниндәй һөҙөмтәләр менән йомғаҡларға йыйына?
– Был йәһәттән беҙҙә ҙур проект – Стәрле йылғаһын таҙартыу һәм тәрәнәйтеү – бара. Федераль бюджет ярҙамында тормошҡа ашҡан был эш Экология йылы сиктәрендә генә башҡарылмай. Һөҙөмтәлә йылға буйында йәшәгән халыҡты яҙлы-көҙлө һыу баҫыуҙан һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
– Владимир Иванович, һеҙ үҙегеҙ ҙә йәштән үк йәштәр менән эшләгән кадр. “Авангард” заводында ябай эшсе булғанда ла, ҡала башҡарма комитетына күскәс тә әлеге быуын менән тығыҙ бәйләнештә булдығыҙ, уларҙың хәстәре менән йәшәнегеҙ, йәштәр бүлеген етәкләгәндә был бөтөнләй төп бурысығыҙға әүерелде. Йәштәр тормошона ҡыҙыҡһыныуығыҙ бер ҙә кәмемәгәндер?
– Ысынлап та, йәштәр менән эшләүе минең өсөн ҡыҙыҡ һәм мөһим. Бөгөн уларға бәйле һөйләрлек ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа бар, үкенесле мәлдәр ҙә юҡ түгел. Тәү сиратта торлаҡ мәсьәләһенә туҡталып үтке килә.
Ташламаға эйә 1400 ғаиләгә ер бүленде. Тик, үкенескә ҡаршы, был тиклем граждандарҙы ҡаланың үҙендә генә урындар менән тәьмин итеү мөмкин түгел. Килеп тыуған хәлдән былай сыҡтыҡ: Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән йәштәр Стәрлетамаҡ районында ер участкаларына эйә булды. Тик проблема һаман да бар, әлеге мәлдә ошондай уҡ категорияға ҡараған 1900 ғаилә сиратта тора. Бәхеткә күрә, йәнә ҡаланан йыраҡ түгел ерҙә 700 гектар ер бүленә.
Әммә икенсе бер мәсьәлә бар – ҡалала йәш кадрҙар етешмәй. Мәҫәлән, медицина өлкәһендәге белгестәргә, производствола эшсе һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ кисерелә, сөнки күптәр уҡып бөтә лә Мәскәү, Санкт-Петербург тирәһенә ынтыла. Кадрҙарҙы урында ҡалдырыу буйынса етди ҡарарға килеп, урта-юғары уҡыу йорттары менән предприятиелар араһындағы бәйләнеште нығытырға булдыҡ. Күптән түгел генә ошо йәһәттән осрашыу үтте: һәр кем үҙенең дәғүәһен, теләктәрен еткерҙе. Сер түгел: предприятиеға тәжрибәле хеҙмәткәр кәрәк, тик йәш кешелә ундай “байлыҡ” ҡайҙан булһын? БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы был тәңгәлдән эш башланы ла инде: кескәйҙәр өсөн роботтар эшләүселәр түңәрәге булдырылды, эшсе йәштәрҙең белеме камиллаштырыла, студенттар заводтарҙа практика үтә, тәжрибә туплай һәм артабан хеҙмәт урыны менән тәьмин ителә.
– Стәрлетамаҡ таланттар төйәге булараҡ та дан алған...
– Быйыл илдең иң яҡшы 500 мәктәбе араһында 1-се гимназия һәм 1-се лицей ҙа урын алды, алты уҡыусыбыҙ БДИ буйынса 100-әр бал йыйҙы.
Спорт өлкәһендә иһә донъяуи кимәлдә исемдәр бар: “Стәрлетамаҡ” футбол клубы – Башҡортостан чемпионы, “Тархан” волейбол командаһы – Рәсәйҙең юғары лигаһында. Карен Галстян дзюдо, самбо өлкәһендә Чилиҙан алты миҙал менән ҡайтты, Илья Саушин – полиатлон буйынса Рәсәйҙең һәм донъяның бронза чемпионы. Йөҙөүсе егетебеҙ Антон Анчин Европа һәм донъя чемпионы исемен яуланы. Юлиә Әбүбәкирова, Ринат Ҡәҙеров еңел атлетика, дзюдо буйынса Сурдлимпия уйындарында шулай уҡ иң юғары һөҙөмтәләргә иреште.
– Ҡалала инвестициялар йәлеп итеү буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?
– Быйыл йәй Ҡытай менән Рәсәй хеҙмәттәшлеге нигеҙендә Стәрлетамаҡ менән Хуаньшань ҡалаһы араһында, мәҫәлән, туризм, тирә-яҡты һаҡлауға ҡағылышлы килешеү төҙөлдө. Стәрлетамаҡҡа килгән ҡунаҡтар ҡалаға хайран ҡалып, инвестициялар һалыу өсөн ҡулайлы мөхит тигән һығымтаға килеп ҡайтты. Ошондай проекттарҙы артабан да тормошҡа ашырасаҡбыҙ.
– Владимир Иванович, ҡала етәксеһе йөгөн тарта башлауығыҙға бер йыл тулды. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә байтаҡ эш башҡарылған. Дәррәү алған старт артабан да емешен бирһен. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Йомғаҡлау урынына ҡаланы бер нисә һүҙ менән нисек билдәләр инегеҙ?
– Стәрлетамаҡ ҡалаһы – үҫеш юлында!