Белә тороп бәләгә тарымағыҙ28.11.2017
Белә тороп бәләгә тарымағыҙ Кредит ставкалары апаруҡ түбәнәйгәс, ипотека юллап, ҙурыраҡ фатир һатып алам тип йөрөгән танышым менән һөйләшергә тура килгәйне. Шәхси эшҡыуарға бил бөккән, ярайһы уҡ яҡшы эш хаҡы алған уҙаман мохтажлыҡ кисермәй, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ла хәленән килә. Мәгәр тормош беҙ уйлағанса ғына бармай шул: мөрәжәғәт иткән барлыҡ банктар уға кредит биреүҙән баш тартҡан. Сәбәбе ябай: танышымдың рәсми эш хаҡы бик түбән, уның шаҡтай өлөшөн ул конвертта ғына ала. Ә банктар, белеүебеҙсә, рәсми ҡағыҙҙар менән генә эшләй...


Әйткәндәй, күптән түгел баш ҡала хакимиәте “һоро” эш хаҡы түләгән эш биреүселәр хаҡында хәбәр итеүҙе һорап халыҡҡа мөрәжәғәт иткәйне. Был – мөһим мәсьәлә, сөнки ошондай енәйәтсел схемалар арҡаһында ҡаҙнаға килгән һалымдар күләме түбәнәйә, страховкалау түләүҙәре кәмей, ҡыҫҡаһы, хеҙмәткәрҙәр социаль яҡлауһыҙ ҡала.
Нимә һуң ул “һоро” эш хаҡы? Ул һалымы түләнгән рәсми “аҡ” өлөштән һәм рәсми булмаған, һалым түләнмәгән өлөштәрҙән тора. Схема бик ябай: эш биреүсе хеҙмәткәр менән килешеү төҙөй һәм бәләкәс кенә рәсми эш хаҡын билдәләй. Тап ошо сумманан ул һалымдар түләй. Эш хаҡының ҡалған өлөшөн ул ҡулаҡсаға әйләндереп, конвертта тапшыра, тимәк, һеҙҙең иҫәптән һалым түләүҙәрендә экономия яһай. Документтар буйынса, эш биреүселә түбән эш хаҡына риза булған кешеләр хеҙмәт итә килеп сыға. Был, әлбиттә, шикле ғәмәл, әммә законға ҡаршы түгел.
Унан һуң, “һоро” эш хаҡының күләме, уны биреү ваҡыты бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, ҡыҫҡаһы, тулыһынса эш биреүсе намыҫында. Үҙе – баш, үҙе түш булған хужа хеҙмәткәренең хәле тураһында уйлап торамы ни? Барыһын да үҙе теләгәнсә хәл итә, аҡса булғанда түләй, булмағанда вәғәҙә менән һыйлай, тигәндәй...
Ғөмүмән, “һоро” эш хаҡы түләү ҙә, уны алыу ҙа – енәйәт, ҡануниәтте тупаҫ боҙоу. Һалымдар түләмәгән эш биреүсенең осрағы судҡа барып етә икән, финанс мутлыҡтарына ҡағылышығыҙ булмағанды иҫбатлау бик ҡыйын буласаҡ. Суд эш биреүсене һәм хеҙмәткәрҙе енәйәтсел килешеүҙә торған тип иҫәпләүе лә ихтимал.
Әйткәндәй, хеҙмәткәр штат ҡыҫҡартылғанда йә иһә фирма ликвидацияланғанда эштән киткәндә түләнә торған пособиеға иҫәп тота ала. Әммә шуныһын иҫтә тотоғоҙ: отпуск аҡсаһы, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ пособиеһы, эштән киткәндә, ҡыҫҡартылғанда түләнә торған сумма ла фәҡәт рәсми эш хаҡынан сығып түләнә. Ә бөгөн конверттағы ҙурыраҡ суммаға ҡыҙығып, рәсми эш хаҡына күҙ йомаһығыҙ икән, иртәгәһе көндә ни булырын кем белә? Хужаларҙың бит төрлөһө була: хеҙмәткәр эштән киткәндә “үҙ теләге менән” тигән ғариза яҙҙырыуы ла ихтимал. Ул саҡта бер ниндәй пособиеға ла иҫәп тотоп булмай. Хәйер, һалым түләүҙән ҡасҡан ойошмала кеше хәленә инеү хаҡында һүҙ алып барыу мөмкинме икән?
Киләсәктәге пенсия күләме лә туранан-тура рәсми эш хаҡына бәйле икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәйек. Бөгөн “һоро” эш хаҡына риза булып эшләгәндәр, әлбиттә, был йәһәттән отоласағын аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй.
...Башта телгә алған танышыма әйләнеп ҡайтайыҡ. Банктар рәсми эш хаҡы күләменән сығып ипотека буйынса ҡарар ҡабул итә, әгәр ҙә ул бәләкәй икән, кредит биреүҙәренә өмөт бик аҙ. Ҡайһы бер коммерциялы банктар был аҙымға бара-барыуын, тик улар процент ставкаһын шаҡтай күтәрә. Бында инде тағы уйланмайынса булмай: бөгөн “һоро” эш хаҡына риза булып, эшләп йөрөйһөң, ипотеканы ваҡытында түләй алаһың, ти. Ә иртәгә фирманың хәле хөртәйеп, ул ябылып ҡуйһа, эш биреүсе менән һүҙгә килешһәгеҙ? Ул саҡта ни эшләргә? Икенсе эш тапҡансы бихисап ваҡыт кәрәк, ә банктағы бурыс көтөп тормай бит...
Ҡыҫҡаһы, йылғаға инереңдән алда сығырыңды уйлау зарур. Конверттағы ҙур суммаға ҡыҙығып, киләсәгегеҙҙең нигеҙен ҡаҡшатып ҡуймағыҙ – шул ғына.


Вернуться назад