Һауанан аҡса килерме?28.11.2017
Рәсәйҙең Транспорт министрлығы илдең транспорт тармағын үҫтереү йәһәтенән ғәжәп программа ҡабул итте. Унда авиацияға ла етди урын бирелә. Был транспорт төрө ҡаҙнаға күп миллиард һум табыш килтерәсәк тип күҙаллана.
Транспорт ведомствоһы белдереүенсә, һауа транспортында халыҡты ташыу буйынса донъяла Рәсәйҙең өлөшөнә өс процент ҡына тап килә. Был һандың хатта ике процентҡа тиклем төшкән йылдары ла булды. Ә быны кәмендә ун тапҡырға арттырыу өсөн шаҡтай мөмкинлек бар. Әммә бының өсөн ҙур авиаузелдар булдырыу зарур.
Белгестәр ил картаһында һүрәтләнгән авиамаршруттар селтәрен иҡтисадтың рентген күсермәһе тип билдәләй. Был селтәр тығыҙыраҡ булған һайын предприятиелар көслөрәк хеҙмәт итә һәм эшлекле әүҙемлек тә арта. Ун йыл самаһы элек кенә Рәсәй донъя масштабында “аҡ тап” булып күренә ине. Әммә һуңғы ете йылда беҙҙең күктәге һауа транспорты ағымы йылына даими 10 – 18 процентҡа үҫте. Әгәр көрсөк елдәре иҫмәһә, был һан тағы ла күберәк булыр һәм тарихи рекорд ҡуйыр инек.
Шулай ҙа бөтәһе лә алда. Әле Рәсәй күгендә 800-ҙән бер меңгә тиклем эре самолеттар хәрәкәт итә. Уларҙа 50 – 80 мең кеше оса. Сағыштырыу өсөн: быйыл алыҫҡа йөрөй торған поездарҙы 130 миллион пассажир файҙаланған, ә бөтә Рәсәй компаниялары бортҡа 42 миллион кеше алыу мөмкинлегенә эйә. Был – ҙур эштең башланғысы ғына.
Минтрас күҙаллауы буйынса, 2020 йылға беҙҙең һауа киңлеге бөгөнгөнән алты тапҡырға тығыҙыраҡ буласаҡ. Барыһынан алда эске авиаташыуҙар күләме был ваҡытта өс – биш тапҡырға үҫергә тейеш. Рәсәйҙә 1990 йылдарҙа табышһыҙ тип туҡтап ҡалған тиҫтәләгән төбәк-ара маршрут яңынан хәрәкәткә киләсәк. Дөйөм алғанда, ҙур булмаған самолеттар осошо әүҙемләшәсәк. Улар илдең төрлө төбәктәренән халыҡты үҙәккә ташыясаҡ.
Бынан тыш, Рәсәй халыҡ-ара йөк ташыу транзитында ла шаҡтай аҡса эшләй аласаҡ. Иҫәпләүҙәр буйынса, ун йылдан һуң был йүнәлештә эш күләме өс тапҡырға үҫәсәк. “Донъя һауа транспорты ағымын хеҙмәтләндереү һауанан аҡса эшләүгә тиң. Әммә бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе эшкә ҡушырға кәрәк”, – ти авиацияла пассажирҙар ташыу баҙары эксперты А. Исайкин.
Әлегә Европа менән Азия араһындағы һауа ағымының 90 проценты беҙҙең күкте урап үтә. Әгәр хәлде үҙгәртеп, халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәтләндереүгә өлгәшһәк, ҙур табыш килтерерҙәй яңы индустрия барлыҡҡа киләсәк. Иҫәпләүҙәренсә, бының өсөн дүрттән дә кәм булмаған ҙур транспорт үҙәге төҙөргә кәрәк. Әлбиттә, хаҡы арзан түгел. Уның ҡарауы киләсәктә бындай һәр үҙәк йылына йөк бушатыуҙан һәм техниканы хеҙмәтләндереүҙән 50 миллиард һумдан ашыу аҡса эшләйәсәк.