Хөрмә уңды Дағстанда28.11.2017
Тропик һәм субтропик емеш-еләктәре Рәсәйгә тулыһынса тиерлек ситтән килтерелә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа хәл үҙгәрә башланы. Мәҫәлән, быйыл Дағстандың ауыл эшсәндәре хөрмәнән мул уңыш көтә. Ул былтырғынан 25 процентҡа күберәк булмаҡсы.
Беҙҙең халыҡ хөрмәне ярата. Файҙалы витаминдарға бай булыуы менән дә был емеш организмға кәрәк. Ер йөҙөндә хөрмәнең бөтәһе ике йөҙ төрлө сорты бар. Беҙҙең илдә уны Краснодар крайында, Волгоград өлкәһендә, Төньяҡ Осетияла, Ҡырымда һәм Дағстандың көньяҡ өлөшөндә үҫтерәләр. Был миҙгелдә Дағстанда 170 мең тонна хөрмә йыйып алырға ниәтләнәләр. Былтыр республикала барлығы 135 мең тонна “хоҙай емеше” өҙөлгән. Әлбиттә, был тиклем уңыштың нигеҙендә 2012 йылда йәш үҫентеләр үрсетеүгә йүнәлтелгән дәүләт ярҙамының йоғонтоһо ҙур. Биш йыл элек барлыҡҡа килгән баҡсалар бөгөн емештәре менән ҡыуандыра. Әйткәндәй, киләсәктә күрһәткестәр тағы ла үҫәсәк, сөнки яҙ көнө Дағстанда 1179 гектар майҙанда емеш ағастары ултыртылды, шуның 593 гектарында – тиҙ өлгөрә торған сорт.