Кемгә молибден кәрәк?28.11.2017
Медицина молибдены етештереү буйынса Рәсәй донъяла иң ҡеүәтле илдәрҙең береһенә әүерелде. Ульяновск өлкәһенең Димитровград атом реакторҙары ғилми-тикшеренеү институтында уникаль эшкә тотондолар.

Бөтә донъяла медиктар диагностика өсөн “Молибден-99” ҡоралын фай­ҙалана. Ядро медицинаһы өсөн был иң үтемле тауар. Уға ихтыяж йылына 15 – 20 процентҡа үҫә, ә сауҙа 25 миллиард долларҙан артып китә. Әлегәсә был әйбер менән башлыса Канада тәьмин итте, донъяла етештерелгәндең 40 проценты уларға тура килде. Әммә былтыр унда етди авария булды. Һөҙөмтәлә “Молибден-99”-ға бығаса күрелмәгәнсә ихтыяж артты, хаҡы бер нисә тапҡырға ҡыйбатланды.
Рәсәй ғалимдары килеп тыуған бушлыҡты үҙҙәре тултырырға хәл итте. Былтыр дәүләт ҡаҙнаһынан был маҡсатҡа 1,4 миллиард һум аҡса бүленде. Етештереүҙең тәүге сираты файҙаланыуға тапшырылды, ә икенсеһе киләһе йылда эш башлар тип көтөлә. Ул сағында донъя баҙарының 25 процентын Рәсәй биләр тип күҙаллана.


Вернуться назад