Ҡытайҙан Европаға Рәсәй аша28.11.2017
Сентябрь аҙаҡтарында Ҡытай Европаға ике яңы тимер юл маршрутын асты. Улар Рәсәй биләмәһе аша үтә. Шулай итеп, Рәсәй мөһим транзит дәүләте булараҡ билдәләнде.

Тәүге Ҡытай – Европа контейнер поезы Словакияға юл алды. Уның маршруты Рәсәй һәм Украина аша үтә. Дөйөм алыҫлығы – 10537 километр. Состав 41 контейнерҙан тора, уға электрон тауарҙар, запчастар, кейем-һалым тейәлгән. Ҡытайҙарға яңы маршрут элеккеһенән юлға киткән ваҡытты ҡыҫҡартыу менән отошло. Ошондай 41 контейнерҙан торған икенсе состав Ухандан Францияның Дурж ҡалаһына йүнәлде. Юлдағы ваҡыт – 16 – 18 көн. Был диңгеҙ аша йөрөгәнгә ҡарағанда 20 көнгә аҙыраҡ. Ҡытайҙан Францияға поезд Ҡаҙағстан, Рәсәй, Беларусь, Польша һәм Германия аша үтә. Маршруттың оҙонлоғо – 10815 километр. Йыл башынан Ухандан Европаның башҡа ҡалаларына 25 мең контейнер менән 277 поезд оҙатылған.


Вернуться назад