Мәскәү – Пекин28.11.2017
Рәсәй донъяла үҙенең ағасҡа байлығы менән дан тота. Мәҫәлән, Алыҫ Көнсығышта ағас запасы 21 миллиард кубометр тәшкил итә, был Азия–Тымыҡ океан төбәге илдәрендәге барлыҡ ағастың 51 проценты тигән һүҙ. Шулай ҙа беҙҙәге байлыҡ йыш ҡына әрәм-шәрәм ителә. Һөҙөмтәлә ил шаҡтай аҡсаһын юғалта.

Алыҫ Көнсығышта бындай һалҡын ҡарашты тәртипкә һалыу өсөн ағас һатыу һәм алыу буйынса Рәсәй-Ҡытай биржаһы барлыҡҡа киләсәк. Бындай тәҡдимде Рәсәйҙең Көнсығышты үҫтереү министрлығы индерҙе. Бөгөн Мәскәү биржаны Рәсәй биләмәһендә төҙөүҙе тәҡдим итә. Был эшҡыуарҙарға ағасты рәсми рәүештә һатып алыу өсөн кәрәк.
Бының өсөн алдағы көндәрҙә ике ил дәүләте власть әһелдәренең тәҡдимдәре ентекле өйрәнеләсәк. Хуплау тапҡандан һуң электрон биржа формалаша башлаясаҡ, шулай уҡ эшҡыуарҙарға осрашыу өсөн тейешле урындар барлыҡҡа киләсәк.


Вернуться назад