Алмасҡа бай илебеҙ28.11.2017
Рәсәй Хөкүмәте алмас сығарыу тармағына етди ярҙам итергә булды. Сәбәбе лә бар: даны таралған “Мир” руднигындағы ҙур авария етәкселәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Үҙ дәүерендә “Мир” Рәсәй тарихында иң күп аҫылташ биргән йомарт ҡатламдың береһе ине.
Алмасҡа муллығы менән илебеҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Донъялағы алмас запасының 60 проценты Рәсәйгә тура килә, уны сығарыу йәһәтенән дә донъяла беренсе урынды биләйбеҙ. Бынан 70 йыл элек Яҡут биләмәләрендә асылған бай алмас һибелмәләре, кимберлит торбалары бер туҡтауһыҙ тау-тау ҡыйбатлы аҫылташтар бирә. Удачная торбаһы ғына йылына 15 миллионға тиклем, ә Нюрбин һигеҙ миллиондан ашыу карат килтерә. Рәсәйҙәге башҡа 52 алмас ятҡылығының күрһәткесе тиҫтәләгән, йөҙәр тапҡырға түбәнерәк.
Әйтергә кәрәк, сығарылған байлыҡтың хәҙер бөтәһе лә тиерлек экспортҡа китә. Финанс министрлығына буйһонған Гохран бары эре һәм ҡыйбатлы таштарҙы ғына һатып ала. Был осраҡта ла бөтәһен дә түгел. Шулай итеп, уның 90 проценты ситкә һатыла. Һөҙөмтәлә донъялағы алмастың һиҙелерлек өлөшө – Рәсәйҙеке. “Кимберлит процесы” халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр бөтә донъяла 124 миллион карат сығарылған. Аҡсаға әйләндергәндә, был – уртаса 14,4 миллиард доллар. Беҙҙең ил өлөшөнә иһә 2,7 миллиард долларға торошло 37 миллиондан ашыу карат тура килә. Ботсван беҙҙән 1,5 ярымға ҡалышып, икенсе урынды биләй. Унан һуң алмас баҫҡысында – Конго менән Канада.
Бер ҡараһаң, барыһы ла яҡшы кеүек. Был, әлбиттә, Рәсәй таштарының уртаса хаҡын иғтибарға алмағанда. Алмастың хаҡы, хатта бер үк ҙурлыҡтағыларының да, тиҫтәләгән тапҡырға айырылып торорға мөмкин. Ҡайһылары хатта бәләкәй генә булыуы ихтимал, әммә таштарҙың кәмселеге бар. Ундай караттарҙың хаҡы кинәт төшә.
Бына шуға ла барлыҡ сығарылған табышты ил өлөшөнә бүлһәң, һандар әллә ни ҡыуандырмай. Намибия караты уртаса 700 доллар торһа, Либерияныҡы – 380 доллар, Сьерра-Леондыҡы – 340 доллар. Хатта Ҡытай алмастары, бында аҙ ғына булыуға ҡарамаҫтан, 240 долларҙан һатыла. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең таштар юғары баһаланмай, бер карат уртаса 80 доллар самаһы.
Кәсеп итә белгәндәргә алмас – табыш сығанағы. Мәҫәлән, Беларусь Республикаһында бер алмас шахтаһы ла юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар былтыр ҡыйбатлы ташты экспортҡа оҙатыуҙан 30 миллион доллар килем алған. Шундай уҡ хәлдә көн иткән Израиль – дүрт миллиард долларға, Швейцария 2,5 миллиард долларға үҙҙәренең ил ҡаҙнаһын байытҡан. Бының сәбәбе ябай – башҡа илдәрҙәге таштарҙы һатып алып эшкәртеп, уларҙан ҡыйбатлы, затлы биҙәүестәр етештерә улар.
Әлбиттә, хәл ул тиклем насар түгел. Сит ил ювелирҙары араһында “русская огранка” тигән термин бар. Был һүҙ үҙ һөнәренең нескәлеген аңлағандарға яҡынса немец сифаты тигәнде аңлата. Бындай ташты башҡалар менән бутау мөмкин түгел. Иң ҡыйбатлы, эре таштар өсөн сит ил һатып алыусылары сиратҡа теҙелгән. Был сират хатта оҙаҡ йылдарға һуҙылыуы бар. Әммә гәүһәр етештергән үҙебеҙҙең төп предприятие – Смоленскиҙағы “Кристалл” заводы, донъяла алмас сығарыу буйынса беренсе урынды биләһә лә, йылына ни бары 400 миллион доллар тауар һата. Беҙҙә сығарылған 37 миллион дөйөм караттың 0,7 миллиондан аҙырағын ғына таштың ошо төрө тәшкил итә.