Эшләһәк тә мандып булмай28.11.2017
Сер түгел: бөгөн ғаиләһен ҡарар өсөн бер нисә урында тир түгеп тә осон-осҡа ялғап йәшәгәндәр бихисап. Хеҙмәт биржаларында тәҡдим ителгән вакансияларҙың да эш хаҡы 7– 10 мең һумдан артмай. Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге аналитик үҙәк илдә 12 миллион граждандың эшләп йөрөп тә хәйерселек сигендә көн күреүен билдәләгән.
Ошондай хәлдә йәшәгән 12 миллион эшсе – ил иҡтисадындағы барлыҡ мәшғүлдәрҙең биштән бер өлөшө тигән һүҙ. Демография, миграция һәм төбәк үҫеше институтының күҙәтеү советы рәйесе Юрий Крупнов билдәләүенсә, Октябрь революцияһының 100 йыллығын билдәләгән осорҙа был һан айырыуса киҫкен тойола. Ни генә тимәйек, Рәсәйҙә халыҡтың өлөшөн үҙләштергән ҡатлам бар. Кәм тигәндә, уларҙың бер триллион доллары урланған һәм коррупционерҙар тарафынан һуңғы ун йылда сит илдәргә сығарылған. Ресурстарҙы бүлеү йәһәтенән ғәҙел булмаған система тар ҡатламға үҙенең байлығын даими ишәйтергә мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта ҡалған халыҡ аҙ ғына эш хаҡын иҫәпләй.
Бер ҡараһаң, дәүләт үҙе үк бындай системаның барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. СССР мәлендә йәшәү минимумы иң аҙ эш хаҡынан 1,5 тапҡырға кәмерәк ине. Бөгөн киреһенсә. Йәшәү минимумы хеҙмәткә минималь түләү күләменән юғары.
Белгестәр бөгөн Рәсәйҙә эшһеҙлек түбән кимәлдә тигән фекер менән килешмәй. Лайыҡлы эш хаҡы алып эшләгәндәр һанаулы ғына. Тимәк, ғаиләһен ҡарарға теләгәндәргә бер генә юл ҡала – теләйме-теләмәйме, аҙ ғына хеҙмәт хаҡына һеперелергә.
Һалым түләү системаһындағы бер үк шкала йәнә бер ҡат ябай халыҡтың кеҫәһенә һуға. Түбән эш хаҡына көн иткән дә, миллионлап килем алған да бер үк күләмдә 13 процент һалым түләй. Байҙар уны әллә ни һиҙмәһә лә, осон-осҡа ялғап йәшәгәндәр өсөн был апаруҡ ҙур сумма. Һөҙөмтәлә илдә эшләгән хәйерселәр генә түгел, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы күрмәгән ярлылар ҙа бар.
Әлбиттә, был мәсьәләне хәл итеү өсөн бер ниндәй ҙә айырым ысулдар кәрәкмәй. Бөтәһе лә күптән билдәле. Хеҙмәткә ғәҙел түләүҙе тергеҙергә кәрәк. Мәҫәлән, АҠШ-та сәғәтенә иң аҙында һигеҙ доллар түләнә. Тағы лайыҡлы эш хаҡы түләрҙәй сифатлы эш урындары булдырыу зарур. Бының өсөн аныҡ уйланған индустриялаштырыу программаһы кәрәк.