Эшләһәң дә, байымайһың21.11.2017
Рәсәйҙә эшләгән халыҡтың алтынан бер өлөшө үҙен тормош өсөн кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итерлек хәлдә түгел. Дәүләт Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк әҙерләгән “Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә эшләгән фәҡирҙәр” тигән бюллетень шуны раҫлай.
“Рәсәйҙә иң түбән эш хаҡына – 7 800 һумға торошло квалификация юҡ”, - тигәйне бер саҡ Хөкүмәт вице-премьеры Ольга Голодец. Ул үҙ эшселәренә шулай бик аҙ түләгән компаниялар менән ҡәтғи һөйләшергә тәҡдим итте. Эш хаҡы кимәленең йәшәү минимумынан да түбәнерәк булмаҫҡа тейешлеге Хеҙмәт кодексында ла әйтелгән. Ләкин, әлеге бюллетендә күрһәтелгәнсә, был ҡануни талап йылдар буйы үтәлмәй килә.
– Беҙҙең илдәге фәҡирҙәрҙең төп өлөшө – хеҙмәт хаҡы ике йәшәү минимумынан ашмаған һәм ике бала аҫраған йәки бер ярым минимумдан артмаған һәм бер бала тәрбиәләгән ғаиләләр, – ти Юғары иҡтисад мәктәбенең Социаль сәйәсәт институты директоры Лилиә Овчарова. Уның әйтеүенсә, фәҡирҙәрҙең 60 проценты – хеҙмәт йәшендәге кешеләр, уларҙың 90 проценты эш урыны менән тәьмин ителгән.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, рәсәйҙәрҙең ике миллионы эш хаҡын йәшәү минимумынан да аҙыраҡ ала (2017 йылдың көҙөнә ҡарата мәшғүл булғандарҙың 7,3 проценты). “Был аҡсаның ошо эшләгән кешегә генә түгел, ә уның ғаилә ағзаларына ла бүленеүен иҫәпкә алһаҡ, ярлылар һаны 12,1 миллион кешегә етә”, - ти Аналитик үҙәк эксперты Владимир Трубин. Уның раҫлауынса, дәүләт секторында эшләгән фәҡирҙәр һаны, хосуси өлкә менән сағыштырғанда, дүрт тапҡырға күберәк. 2011 йылда улар ике тапҡырға ғына артығыраҡ булған. Дәүләттең хеҙмәт хаҡын экономиялауы киләсәктә кадрҙар ҡытлығына алып килергә лә мөмкин. “Дәүләт учреждениеларында, ысынлап та, эш хаҡы түбән булған хеҙмәткәрҙәр һаны арта бара”, – тип билдәләй Юғары иҡтисад мәктәбенең Хеҙмәт тикшеренеүҙәре үҙәге директоры урынбаҫары Ростислав Капелюшников.
– Ике-өс кешенән генә торған һәм икеһе эшләп йөрөгән фәҡирҙәр ғаиләһе һирәк. Нигеҙҙә, балалары һәм пенсионерҙары булған, кемеһелер эш таба алмаған ғаиләләр ярлы йәшәй, – ти Үҙәк директоры урынбаҫары.
Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте хеҙмәт хаҡының иң түбән кимәле буйынса яңы закон проекты әҙерләне: ул ҡабул ителгәс, киләһе йылдың ғинуарынан был кимәл йәшәү минимумының 85 процентына, ә 2019 йылдың 1 ғинуарынан 100 процентына тиң буласаҡ. “Был фәҡирлекте һәм тигеҙһеҙлекте кәметергә ярҙам итәсәк, әммә ул фәҡирлек проблемаһын хәл итмәй”, – тип раҫлай Владимир Трубин. Уның аңлатыуынса, иң түбән эш хаҡы “ҡулланыу кәрзине”нең хаҡына ҡарап иҫәпләнә, ә уныһы кешенең сәләмәт туҡланыу нормаһына тура килеп етмәй.
– Дәүләт тәүҙә эш хаҡын экономиялай, һөҙөмтәлә сирле йәки артыҡ ауырлығы булған кешеләрҙе дауалауға күп сығым түгә, – ти эксперт. – Бындай “һаҡсыллыҡ” иҡтисади үҫеште аҡрынайта: фәҡир кеше хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү менән ҡыҙыҡһынмай, “күләгәләге” эшҡыуарлыҡҡа күсә, ә предприятиелар эшсе көсөн арзан булған шарттарҙа яңы техника файҙалана башларға, етештереү технологияларын камиллаштырырға ашыҡмай. Бынан тыш, күптәр социаль ярҙам талап итә: былтыр субъекттар ҡаҙнаһынан 3,7 миллион кеше бер тапҡыр түләнгән ярҙам алды, был сумма 29 миллиард һум тәшкил итте.
Лилиә Овчарова билдәләүенсә, фәҡирҙәрҙең күплеге урта синыфтың көсһөҙ булыуы тураһында һөйләй. Быны шул миҫал да иҫбатлай: Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2016 йыл йомғаҡтарына арналған докладынан күренеүенсә, юғары квалификациялы йәш белгестәрҙең түбән квалификациялы хеҙмәтләндереү өлкәһенә күсеүе йыш күҙәтелә, сөнки унда эш хаҡы байтаҡҡа ҙурыраҡ. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткә түләүҙең аҙ булыуы ҡайһы бер тармаҡтарҙа кадрҙарға ҡытлыҡ тыуҙыра башлаған. “Boston Consulting Group” аналитика үҙәге белгестәре раҫлауынса, Рәсәйҙәге табиптың уртаса эш хаҡы шоферҙыҡынан 20 процентҡа ғына юғарыраҡ.
Әлеге бюллетень авторҙары раҫлауынса, яҡын киләсәктә фәҡирҙәр өлөшө хосуси сектор иҫәбенә аҙмы-күпме хәл ителә барасаҡ. Эшләп йөрөгән фәҡирҙәр проблемаһын дәүләттең стратегик программа документтарында ла сағылдырырға кәрәк, шулай уҡ фәҡирлек, йәшәү минимумы һәм иң түбән эш хаҡы төшөнсәләрен дә ҡабаттан баһалау талап ителә.