Йылайыр районы республика буйынса урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын иң әүҙем тормошҡа ашырған төбәктәр иҫәбендә. Дүртенсе йыл рәттән һәр ауыл биләмәһе үҙҙәре тәҡдим иткән проект менән конкурста еңеп сыға. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ тәҡдим иткән проекттар нигеҙендә йылдар буйы хәл ителмәгән проблемалар аҡрынлап тормошҡа аша, программаның кәрәклеге йыл һайын үҙен раҫлай.
Район хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2014—2017 йылдарҙа урындағы башланғыстар өсөн 50,8 миллион аҡса бүленгән. 2014 йылда йылайырҙар Учалы районынан ҡала республикала икенсе урынды яулай. Улар 13 проект тәҡдим итә һәм шуның 11-е уңышлы тип табыла, халыҡ көсө ярҙамында тормошҡа ашырыла.
2015 йылда йәнә 13 ауыл биләмәһе ҡатнаша һәм барыһы ла конкурста еңеп сыға. Дөйөм проекттың хаҡы — 15 миллион 400 мең һум тәшкил итә. 2016 йылда 12 ауыл биләмәһе ҡатнаша, проекттарҙың дөйөм хаҡы 10,9 миллион һум була. Быйыл урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына бөтәһе тәҡдим ителгән 13 проекттың 8-е конкурста еңеп сыға. Финанслау күләме – 8,037 миллион.
Матрай ауыл биләмәһе халҡы — урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Улар, дүрт йыл буйы үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күтәреп, аҡрынлап ғәмәлгә ашырыу юлын тапҡан. Ауыл биләмәһе башлығы Наил Әбдрәхимов әйтеүенсә, тәүге йылда улар ауыл урамдарын тәртипкә килтереү буйынса тауыш бирә. Дүрт урам араһындағы 1 километр 478 метр оҙонлоғондағы юл ремонтлана. Артабан халыҡтың һорауы буйынса урамдарға яҡтылыҡ биреү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Матрай ауыл биләмәһенә ҡараған ете ауылдың алтыһына “Ильич лампа”лары ҡуйыла, бөтәһе 80 урынға лампочка урынлаштырыла. Былтыр матрайҙар тағылмалы ҡорамалдары менән “МТЗ-82” тракторына эйә булһа, быйыл иһә улар тракторға арба менән роторлы сапҡыс һәм 3,5 кубометр һыйҙырышлы мискә (һауыт) ала.
— Тракторлы булыу күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам итте. Ҡыш урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, яҙ сүп-сар түгеүҙә файҙаланыла. Шулай уҡ көндәлек тормошта ла уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Һуңғы йылдарҙа янғын осраҡтарының күбәйеүен, ауылдың район үҙәгенән йыраҡта урынлашыуын иҫәпкә алып, тәүге ярҙам килеп еткәнсе, урында һыу тултырылған мискәнең булыуы мотлаҡ, тигән ниәттән сығып ауыл халҡы һауыт алыуға тауыш бирҙе. Артабан да ошо программала ҡатнашырбыҙ, тигән ышаныстабыҙ, — ти Наил Нурфәйез улы.
Әйткәндәй, программа эшләй башлағандан алып районда 44 проект тормошҡа ашырылған. Ауыл халҡының күпселеге юлдар төҙөкләндереү, урамдарға һыу, яҡтылыҡ үткәреү, трактор һәм янғын машиналары алыу өсөн тауыш бирә. Иван-Ҡыуалат ауылы халҡы ла ошо программала әүҙем ҡатнаша. Ошоға тиклем улар янғын һүндереү өсөн махсус йыһазландырылған машина һатып алыу, ауыл урамдарын яҡтылыҡ менән тәьмин итеү өсөн лампалар ҡуйҙыртһа, быйыл иван-ҡыуаттар ауылға эсәр һыу үткәреү өсөн тауыш биргән. Әле ауылда ике скважина бырауланған, һыу һуҙыу өсөн махсус торбалар һатып алынған.
Райондың төпкөл ауылдары иҫәпләнгән Ҡыҙҙар Биргән ауылы урамдарында ла яңы диодлы фонарҙар яҡтырта башлауы урындағы башланғыстарҙың ауыл халҡы өсөн көнүҙәк һәм кәрәкле икәнлеген йәнә бер ҡат иҫбатлай. Программа нигеҙендә, Үркәс ауыл биләмәһе халҡы былтыр “Беларусь” тракторы һатып алған, быйыл уға ҡар таҙартыу ҡоролмаһы һәм һөргөс һатып алыу өсөн тауыш бирә. Күптән түгел үркәстәрҙең хыялы тормошҡа ашҡан: Нефтекама ҡалаһының “Уралагромаш” компанияһы уны алып килтергән. Проекттың дөйөм хаҡы — 450 мең һум. Әйткәндәй, үркәстәргә был юлы икеләтә бәхет йылмайған. Нефтекама партнерҙары ауыл халҡына универсаль КУН һәм көрәк бүләк иткән.
Бәрҙәш ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл халҡы ла урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында бик теләп ҡатнаша. Тәүге йылда бәрҙәштәр ауылдың үҙәк урамына — асфальт, ҡалған алты урамға таш түшәй, икенсе йылда ял итеү проектын яҡлап сыға. Ауыл янындағы “Кузнис быуаһы” тигән урында һыуҙы быуып, плотина төҙөп, уның тирә-яғын таҙартып, ял урыны булдырыла. Яр буйына ҡом түшәлгәс, быуа бигерәк тә матур ял урынына әүерелә.
Быйыл Бәрҙәш ауылы халҡы янғын һүндереү машинаһы алыу проекты менән конкурста еңеп сыға. Ағымдағы йылда ауыл биләмәһендә ике янғын осрағы теркәлгән. Икәүһе лә балаларҙың ут менән һаҡһыҙ шаярыуынан килеп сыға. Ауыл биләмәһенә барлығы дүрт ауыл — Бәрҙәш, Яңы Александровка, Үрге Казарма һәм Сосновка — ҡарай. Киләсәктә УАЗ-452 базаһында эшләнгән махсус янғын һүндереү машинаһының күберәк гаражда тороуы яҡшыраҡ, әлбиттә. Шулай ҙа район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙа уның булыуы ышаныслы.
Үрге Ғәле ауылы биләмәһе былтыр, программаға ярашлы, МТЗ-80 тракторына эйә булһа, быйыл иһә ауыл халҡы күберәк өс төрәнле һабан, КУН һәм тағылмалы һыу мискәһе өсөн тауыш бирә. Тракторҙың файҙаһын үткән йылда ауыл биләмәһенә ҡараған Сидоровка, Бикйән, Байғужа ауылы халҡы “татып” та өлгөргән. Былтырғы ҡарлы ҡышта улар юлдарҙы таҙартыу өсөн ошо тракторҙы файҙаланып, юлһыҙ ултырған мәлдәре булмаған. Ошоға тиклем юл, ауыл урамдары район юл хужалығы техникаһы тарафынан таҙартылған, әммә сығымдар юғары булған. “Үҙеңдеке яҡшыраҡ та, арзаныраҡ та”, — ти үрге ғәлеләр.
Яманһаҙ ауыл биләмәһе лә урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында йыл һайын ҡатнаша һәм отолмай. Тәүге йыл яманһаҙҙар ауыл аша ағыусы Галчатник йылғаһындағы күперҙе төҙөкләндергән, былтыр тракторлы булған. Быйыл яманһаҙҙар күршеләренән ҡалышмай, янғын һүндереү машинаһы өсөн тауыш биргән. Уны һатып алыр өсөн ауыл биләмәһе 100 мең һум бүлһә, халыҡтан — 150 мең, бағыусыларҙан 50 мең йыйылған, ҡалғаны республика ҡаҙнаһынан бүленгән.
Күренеүенсә, йылайырҙар урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында бик әүҙем ҡатнаша, һәр ауыл биләмәһе үҙҙәренең бәләкәй йәки ҙур проблемаларын хәл итеүҙә уны уңышлы ҡуллана, үҙ өлөшөн индерә. Тап халыҡтың әүҙемлеге һәм ышанысы арҡаһында йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәләләр аҡрынлап булһа ла тормошҡа аша. Иң мөһиме — уны һәр кем аңлап ҡабул итә, үҙ өлөшөн индерә. Һәр хәлдә, Йылайыр районы халҡының йыл һайын конкурсҡа тәҡдим иткән проекттарының күпселеге еңеп сыға. Был район етәкселегенең, урындағы властарҙың ауыл халҡы менән берҙәм эшләүен күрһәтә. Башҡа райондар халҡына йылайырҙарҙан өлгө алыу ҡамасауламаҫ ине. Халыҡ әйткәнсә, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ.
Йылайыр районы.