“Зәңгәр яғыулыҡ” тиҙерәк киләсәк15.11.2017
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законының 21-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы закон проектын тикшерергә ниәтләй. Был статьяны капиталь төҙөлөш объекттарын газ бүлеү селтәренә тоташтырыу тәртибен көйләгән ҡануниәткә ярашлы газ бүлеү һәм газ ҡулланыу селтәрҙәрен төҙөгәндә һәм (йәки) реконструкциялағанда төҙөлөшкә рөхсәт биреүҙе талап итмәгән положение менән тулыландырырға тәҡдим ителә.
— Закон проектын ҡабул итеү административ кәртәләрҙе юҡ итеү, капиталь төҙөлөш объекттарын газ селтәренә тоташтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирәсәк, — тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. — Шулай уҡ ер участкалары бүлеү, проект документацияһына экспертиза, байтаҡ ваҡыт сарыф ителгән яраштырыу процедураларын үткәреү зарурлығы юҡҡа сығасаҡ. Республикала торлаҡ төҙөү йылдам барған осорҙа был айырыуса әһәмиәтле. Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, яңы закон объекттарҙы газ үткәргескә тоташтырыу ваҡытын өсләтә ҡыҫҡартасаҡ. Әле был ғәмәл уртаса 410 көндә башҡарыла. Закон проекты хупланған осраҡта эш 138 көндә тамамланасаҡ.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе әйтеүенсә, эш тамамланғас, заказсы төҙөлөш ойошмаһы менән берлектә файҙаланыу учреждениеһы, сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә күҙәтеүҙе тормошҡа ашырған федераль башҡарма власть органы ҡатнашлығында объекттың ҡануниәт, проект һәм норматив документтар талабына яуап биреүен баһалаясаҡ.