Ҡапҡалары көлөп тора15.11.2017
Ҡапҡалары көлөп тораҺуңғы ваҡытта ауыл ерендә халыҡ йорт-ихатаһын тәртиптә тотоп, ҡапҡа-ҡоймаларын семәрләп, тәҙрә йөҙлөктәренә һәм кәрниздәренә төрлө биҙәк һалып, зауыҡлы йәшәргә ынтыла. Был йәһәттән уларға һәр ауылдың алтын ҡуллы оҫталары ярҙамға килә. Шундайҙарҙың береһе – Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан Зөфәр Ирназаров тимерҙән семәрләп ҡапҡа эшләү менән мауыға.


Һәр кемдең теләгенә ярашлы, үҙҙәре әйтмешләй, “көлөп торған ҡапҡа”ны ултыртып та ҡуя. Заказ биреүселәр оҫтаға үҙҙәре ниндәй төҫтә, ниндәй ҙурлыҡта һәм нисегерәк се­мәр­ләп яһау, уларҙы урынлаштырыу хаҡында тәҡдим­дәрен еткерә. Артабан Зөфәр Ғәйфулла улы күпме тимер, башҡа материал тотонола­сағы хаҡында әйтә, уларҙы һатып алырға ҡуша. Олораҡ­тарға йәки эштең асылын белмәгәндәргә кәрәк-яраҡты үҙе магазиндан ҡарап ала йәки клиенттары менән бергә һайлай. Оҫтаның төрлө проф­настилдан семәрләп эшләгән ҡапҡалары Әлмөхәмәт ауылы урамын ғына түгел, тотош ра­йон­дың йөҙөн биҙәй. Бай­маҡ, Учалы һәм Бөрйән тарафтарынан да заказ биргән кешеләр бар.
– Эштең күләменә һәм ҡап­ҡаның ҙурлығына ҡарап, эш хаҡы билдәләнә. Бер ҡапҡа яҡынса 18–25 мең һум тирәһе тора, материалдарға алты-һигеҙ мең һум самаһы кәрәк. Клиенттарҙың ҡайҙа йәшәүе­нә ҡарамаҫтан, һәр саҡ урын­ға барып эшләйем. Эш күбе­рәк яҙ һәм көҙ була, – ти Зөфәр Ғәйфулла улы.
Алтын ҡуллы оҫта тәбиғәт­тән бирелгән һәләтен тағы ла камиллаштырыу, яңы эш алымдарын үҙләштереү өҫ­төн­дә даими шөғөлләнә. “Был тәңгәлдә иң ҙур ярҙамсым – Интернет. Тап уның ярҙа­мын­да заманса материал­дарҙы ҡулланыу, биҙәктәр яһау сер­ҙә­рен өйрәнәм. Үҙем яһаған ҡапҡа өлгөләрен махсус төркөмгә һалып барам”, – ти ҡапҡа яһаусы оҫта.
Йәмәғәте Айгөл менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Бәләкәс улы хәҙерҙән үк атаһына тимер-томор алып биреп тора, үҙенсә ярҙамлаша. Кем белә, бәлки, ҙурайғас, ул да ата­һының шөғөлөн дауам итер.


Вернуться назад