Әрәмтамаҡтар ҡайҙа?14.11.2017
Әрәмтамаҡтар хаҡында һүҙ әленән-әле күтәрелә. Дәүләттең төрлө ярҙам сараларын файҙаланып, бушлай медицина ярҙамы алып та үҙҙәре Пенсия фондына һәм һалым түләүҙәренә бер тин индермәгән әҙәмдәр яңы барлыҡҡа киләсәк “әрәмтамаҡ реестрына” индерелергә тейеш, тигән ҡарашта белгестәр.


Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин билдәләүенсә, әле Дәүләт Думаһында ошо йәһәттән иҫәп алыу буйынса махсус закон проекты әҙерләнә. “Эш ауыр бара, – ти тармаҡ етәксеһе. – Сөнки был тема үтә үҙенсәлекле, күп сығанаҡтарҙан, илдең төбәктәренән барлыҡ килем хаҡында мәғлүмәттәр йыйырға кәрәк”, – тине ул Владивостокта үткән иҡтисади йыйында.
Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, илдәге 15 миллион ватандашыбыҙҙы әрәмтамаҡтар исемлегенә индерергә мөмкин. Был кешеләр хеҙмәткә яраҡлы йәштә. Улар дәүләт ҡаҙнаһына бер ниндәй түләү индермәй. Бәлки, бәғзеләр эшләргә теләп тә хеҙмәт урыны таба алмайҙыр. Икенсенән, ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ файҙаһына эшләп тә күпме күләмдә килем алыуы билдәһеҙ. Тап шуға ла Хөкүмәттә фискаль йыйымдар өсөн һалым хеҙмәте яуап бирһә, Максим Топилин етәкселегендәге ведомство илдәге хеҙмәт баҙарын көйләү, эшһеҙҙәр һанын аныҡлау менән мәшғүл булырға тейеш.
Министрлыҡта әрәмтамаҡлыҡҡа һалым тураһындағы законды Беларусь Республикаһы тәжрибәһе иҫәпкә алып эшләнеүе хаҡында хәбәр итәләр. Бынан ике йыл элек “Социаль аҫраусанлыҡты иҫкәртеү хаҡында” президент декреты ҡабул ителде. Уға ярашлы, йыл һайын рәсми эшләмәгәндәр ҡаҙнаға 3,6 миллион белорус һумы (250 доллар самаһы) түләргә тейеш. Декрет Белоруссия тарихында булмағанса етди тауыш сығарҙы, ығы-зығы ҡупты. Һөҙөмтәлә Александр Лукашенко һалым йыйыуҙы туҡтатты, эшкә урынлашып өлгөргәндәргә түләнгән аҡсаһын кире бирергә вәғәҙәләне. Ә быйыл 1 майҙан чиновниктарға әрәмтамаҡ тигән мөһөр тағылғандарға эш урындары булдырырға ҡушты. Быныһы, әлбиттә, һалым йыйыуға ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ мәсьәлә.
Быйыл февралдә Максим Топилин да Рәсәйҙәге әрәмтамаҡтар түләйәсәк аҡса йылына 25 мең һум тирәһе булыу ихтималлығын асыҡтан-асыҡ әйтте. Беҙҙә лә Белоруссия тарихының ҡабатланыуы бар, ти белгестәр.


Вернуться назад