Һауа торошо нисек була?14.11.2017
Йылдың нисек килеүе, һауа торошоноң нисек торасағы менән ер эшсәндәренән дә нығыраҡ ҡыҙыҡһынған кеше юҡтыр. Крәҫтиәндең, икмәк үҫтереүсенең уңышы, тырышлыҡтан башҡа, тәбиғәт шарттарына ла ныҡ бәйле шул.


Быйыл үҙенең 25 йыллығын билдәләгән игенселәрҙең төп дуҫы Рәсәй гидрометүҙәгенең үҙенең торошо нисек һуң? Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында дәүләт синоптиктарҙы ла яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйҙы. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә хатта был хеҙмәт бөтөнләй юҡҡа сығарылды. “Әлегә тиклем ғалимдар Алыҫ Төньяҡта, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта һауа торошоноң нисек алмашыныуын насар белә. Арктика тураһында ла мәғлүмәттәр аҙ”, – ти Рәсәй Фәндәр академияһы География институтының климатология лабораторияһы етәксеһе А. Шмакин.
Бының төп сәбәбе – метеостанциялар селтәрен кинәт ҡыҫҡартып бөтөү. 1980 йылдар аҙаҡтарында средстволар булмау сәбәпле күҙәтеү пункттарының сирек өлөшө ябылды. Ә 1990 йылдарҙа тағы 15 метеостанцияны юғалттыҡ. Хәҙер, төньяҡтың ҡырыҫ климатында урынлашҡан, барып етеү өсөн ауыр булған 49 үҙәкте лә иҫәпкә алып, бөтәһе өс мең тирәһе ҡалған. Сағыштырыу өсөн: революцияға тиклем бер меңдән ашыу һауа торошон тикшереү пункты булған. Шулай уҡ һаҡланған станцияларҙың күбеһендә ҡоролмалар ике-өс тапҡырға күберәк хеҙмәт итеп, үҙенең бурысын күптән үтәгән.
Дәүләт тиҫтә йылдар буйы гидрометүҙәккә иғтибар бирмәне, яңыртыу өсөн аҡса бүлмәне. Бары аҙаҡҡы өс йылда дәүләт тармаҡты финанслай башлағас ҡына эш йәнләнә башланы. Былтыр Гидрометүҙәктең асыҡ ҡаҙнаһы (сер итеп тотолмай) 15 миллиард һумға етте.


Вернуться назад