Рәсәй—Ҡытай дуҫлыҡ йәмғиәтенең 60 йыллығы айҡанлы ошо көндәрҙә Башҡортостан вәкилдәре ингән Рәсәй делегацияһының Ҡытайға сәфәре дауам итә. Беҙҙең төркөмгә Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, вице-премьер Илшат Тажетдинов етәкселек итә. Сара барышында ике дәүләт араһындағы мәҙәни, ижтимағи һәм социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлектең, шул иҫәптән Башҡортостан әүҙем ҡатнашҡан “Волга-Янцзы” проектының төп йүнәлештәре тикшерелде. Шулай уҡ берлектәге инвестиция проекттары, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проекттар ҡаралды.
Илшат Тажетдинов “Цзюньхэ” Сычуань тирә-яҡ мөхитте һаҡлау компанияһы идараһы рәйесе Ли Лэцзюн әфәнде менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Был компания Сибай ҡалаһында цемент заводы төҙөү буйынса инвестиция проекты тәҡдим иткәйне. Әһәмиәтле проектҡа “Урал аръяғы-2016” форумында нигеҙ һалынғайны. Завод төҙөлөшөнә 205 миллион долларҙан ашыу инвестиция һалынасаҡ, 200-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Осрашыуҙа яҡтар “юл картаһы” сараларының үтәлешен, заводты проектлау, уның тышҡы инфраструктураһы мәсьәләләрен, төҙөлөш шарттарын һәм срогын тикшерҙе.