Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләү айырыуса ауыл хужалығында үҙенең емештәрен бирә. Тиҫтәләрсә йылдарға ташлап ҡуйылған баҫыуҙар йәнләнә, сәсеүлектәр арта. Бығаса ҡайһы бер культураларҙы күпләп ситтән һатып алһаҡ, хәҙер үҙебеҙ экспортҡа оҙатабыҙ. Әммә был юҫыҡта яҡшы һөҙөмтәләрҙең дә мәшәҡәт тыуҙырыуы билдәле. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла игендең уңыуы ауыл эшсәндәре өсөн бер бәләгә әүерелде. “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо хаҡта белдерҙе.
– Быйыл дүрт миллион тоннаға яҡын иген йыйып алынды. Тулайым продукт алыу йәһәтенән күрһәткес яҡшы булһа ла, табыш алыу буйынса хәл ҡыуанырлыҡ түгел, – тине Илшат Илдус улы. – Баҙар ҡанундары үҙ шарттарын ҡуя. Бөгөн бойҙайҙың килограмы уртаса биш һум торһа, былтыр – туғыҙ, 2015 йылда 11 һум ине. Һөҙөмтәлә табыш буйынса игенселәр отолдо. Шулай уҡ шәкәргә лә хаҡ төштө. Әле уның килограмы 24 һум булһа, үткән йыл 37 һумға һатылды.
Күренеүенсә, бөтә әйбергә хаҡ көнләп арта барғанда, көс түгеп үҫтерелгән ер кешеһенең хеҙмәте арзанлана. Ә бит уларға хужалыҡты яңы техника менән тәьмин итергә, эш хаҡы түләргә һәм башҡа бихисап мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Тап шуға ла тармаҡ етәксеһе етештерелгән продукцияны осһоҙға һатып бармаҫҡа, келәттәрҙә һаҡлап тороп, хаҡ күтәрелгәнен көтөргә тәҡдим итте. Әлбиттә, заманса эш итә башларға ла кәрәк. Мәҫәлән, ашлыҡ эшкәртеү буйынса ҡорамалдар алып был хәлдән ҡотолорға мөмкин. Яҙға игендең килограмы һигеҙ һумға етеүе лә ихтимал. Был юҫыҡта фермерҙар иген киптергестәр, келәт һатып алып, продукцияһын шунда һаҡлай ала. Министр бының өсөн дәүләттең субсидия бүлеүен билдәләне.
Илшат Фәзрахманов артабан эш стратегияһын үҙгәртеү, һәр районда кәмендә 10 процент самаһы альтернатив, юғары табыш бирерҙәй культуралар үҫтереү зарурлығын әйтте.
– Бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, ҡарабойҙайҙы тағы күберәк етештереүҙең мәғәнәһен күрмәйем, – тип һүҙен дауам итте ул. – 2018 йылда сәсеүлектәрҙең структураһын үҙгәртәсәкбеҙ. Бойҙай аҙыраҡ булһа, ҡуҙаҡлы һәм техник культуралар майҙандарын киңәйтәсәкбеҙ.
Ысынлап та, был йүнәлештә уйланаһы урын бар. Мәҫәлән, бөгөн нут йәки төрөк борсағының тоннаһының үҙҡиммәте 10 мең һумдан артмаһа ла, ысынында ул 65 мең һум тора, өсөнсө класлы йомшаҡ бойҙай – 5,5 мең һум самаһы. Алтын етендең тоннаһы 27 мең һумға торошло, ә рапс – 21 мең һум.
– Был культуралар файҙа бирә. Тап шуға, ауыл хужалығы әүәлдән йолаға әйләнгән алымдар менән эш итһә лә, беҙ сәсеүлектәр майҙанын үҙгәртеү яҡлы. Быны аграр тармаҡ хеҙмәтсәндәренә юғары табыш алыуға ярҙам итеү йәһәтенән эшләргә бурыслыбыҙ, – тине Илшат Илдус улы.
Сарала министр йыл һуҙымында ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәтен, проблемаларын даими яҡтыртҡан бер төркөм матбуғат хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, почет грамоталары ла тапшырҙы.