Ете ҡат тирең түгеп...10.11.2017
Ете ҡат тирең түгеп...Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкселегендәге Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы урып-йыйыу эштәре, мал аҙығы әҙерләү, орлоҡ һалыу һәм ер эшкәртеү буйынса район хеҙмәт ярышында лайыҡлы рәүештә еңеүсе булып танылып,
I дәрәжә диплом, аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн хужалыҡ водителе Фуат Сәғәҙәтовҡа Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, механизатор Ҡәнзәфәр Гөлбәйетовҡа район хакимиәтенең Почет грамотаһы, баш агроном Урал Әхмәтйәновҡа район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Баҫыусылыҡ бригадиры Урал Гөлбәйетов иһә республика Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Ә механизаторҙар Фәнил Ғәйетбаев менән Самат Сәйетов “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Г. ОМОРҘАҠОВА.


Вернуться назад