Хеҙмәт бар ерҙә бәрәкәт бар08.11.2017
Хеҙмәт бар ерҙә бәрәкәт бар Уңған эшҡыуар Григорий Ғилмәүетдинов шәхси эшен 2005 йылда уҡ аса. Иң тәүҙә утын һатып ҡына аҡса эшләй башлаған йүнсел аҙаҡ пилорама һатып ала. Шулай уҡ мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп көн иткән ғаилә шәхси хужалыҡ эштәре өсөн килемде лә шунан ала башлай. 2009 йылда Григорий, пилорамаға материал әҙерләүгә урманды ҡуртымға алып, заказдар үтәүгә тотона. Шәхси эшен киңәйтеү йәһәтенән ит етештереүгә 2011 йылда асылған крәҫтиән (фермер) хужалығында бөгөн 80 баш һыйыр малы иҫәпләнә, 30-ға яҡыны һауыла һәм һөт ризыҡтары етештерелә.

Әҙерләнгән тауарҙы һатыу өсөн шул йылдарҙа район үҙәгендә кибет асыла, 2013 йылда иһә билмән цехы ла эш башлай. Ҙур уңыш менән алға барған хужалыҡтың бөгөн район үҙәгендә өс, Әребаш ауылында бер аҙыҡ-түлек магазины бар. Район үҙәк дауаханаһында туҡланыу үҙәге лә уңышлы эшләй, халыҡты аш-һыу менән дә тәьмин итә. Бынан ике йыл элек асылған икмәкханала көнөнә 700-ләп булка, 30 төрлө икмәк ризыҡтары етештерелә. Тәмле, сифатлы һәм, иң мөһиме, осһоҙ ризыҡҡа район халҡының ихтыяжы ла ҙур.
Шулай уҡ хужалыҡтың бөгөн 110 гектар ере бар. Унда күп йыллыҡ үләндәр, иген культуралары, картуф үҫтерелә. Бының өсөн заманса махсус ауыл хужа­лығы техникаһы ҡулла­ныла.
Хеҙмәт бар ерҙә бәрәкәт барКиләсәктә айырым бил­мән етештереү һәм кондитер цехтары төҙөмәксе хужалар. Ҙур шәхси хужалыҡ­ты алып барған уңған ғаиләлә бөгөн өс ҡыҙ үҫә. Ҡатыны Эльза иһә хужа­лыҡтың иҫәп-хисап, теркәү һәм башҡа һанап бөткөһөҙ мәшәҡәттәрен алып бара, хужаның әсәһе Фәзилә Искәндәр ҡыҙы иһә, билмән яһау цехына етәкселек итеп, улына ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ бөгөн 30-лап ке­шегә эш урыны бул­ды­рылған. Етештерелгән та­уарҙы Бөрө, Өфө халҡы ла яратып һатып ала. Ху­жалыҡ етәксеһе, Татьяна Миметдинова, Рәлис Нә­биуллин, Руфина Ғәлләм­шина, Айгөл Хәзипова, Ирек Бәҙрисламовты маҡ­тап: “Бындай тырыш хеҙ­мәткәрҙәр булғанда эшмә­кәрлегебеҙ һәр саҡ алға барасаҡ”, — тип билдәләне.

Тәтешле районы.


Вернуться назад