Һауаны йылытҡан өсөн түләйбеҙ...07.11.2017
Һауаны йылытҡан өсөн түләйбеҙ... Баш ҡалала уҙғарылған XVII Рәсәй энергетика форумы бик эшлекле мөхиттә үтте. Унда илдең
23 төбәгенән энергетика һәм йылылыҡ тармағында эшләгән 120-нән ашыу компания ҡатнашып, “Башҡортостан энергетикаһы” халыҡ-ара һәм “Йылылыҡ менән тәьмин итеү. Электротехника. Кабель” XXIII махсуслашҡан күргәҙмәләрендә продукция һәм технологияларын тәҡдим итте. Уларҙың яртыһы Өфөлә тәүге тапҡыр, шул иҫәптән Вологда, Киров, Смоленск предприятиелары. Италия, Ирландия, АҠШ, Дания, Швеция, Ҡытай, Ҡаҙағстан кеүек илдәр ҙә ситтә ҡалманы.



Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа иле­беҙҙә энергетика тармағы үҫеш кисе­рә. Быға көрсөк тә тәьҫир итмәй ҡал­мағандыр. Элек күпселек ҡорамалдар сит илдән алынһа, хәҙер үҙебеҙҙең етештереүселәргә лә “йәшел ут” янды. Әммә был өлкәлә борсоған проблемалар ҙа бар. Ошо хаҡта форумдағы “Заман энергетикаһы – күп вариантлы үҫеш” тигән пленар ултырышта ла һүҙ барҙы. Уның эшендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашып, форумдың кәрәкле һәм мөһим сара булыуын билдәләне.
– Өфөлә энергетиктар бындай ҙур форматта инде 17-се тапҡыр осраша. Ошондай уҡ сара яңыраҡ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында ла үтте һәм ундағы һөйләшеү беҙҙә дауам итте, тип әйтергә лә була, – тине Рөстәм Зәки улы.
Электр энергияһынан тыш бөгөнгө тормошобоҙҙо һәм киләсәгебеҙҙе күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Тармаҡ алға бара һәм киләсәктә лә үҫешәсәк. Форумда ҡатнашыу­сыларҙы уның ниндәй хәлдә, тиҙлектә, сифатта камиллашыуы һәм электр энергияһы етештереү сығанаҡтары мәсьәләләре нығыраҡ борсой ине.
Ер шарында электр энергияһын файҙаланыусылар һаны артҡандан- арта. 2000 йылдарҙа үҫеш кисергән илдәрҙә 65 процентҡа ҡулланыусылар һаны үҫкән, алда барған дәүләттәрҙә – биш процентҡа. Беҙҙең илдә иһә һәр кешегә йылына уртаса ете мең киловатт-сәғәт тура килә. Германия, Израиль, Нидерланд, Франция илдәрендә лә ошо сама тотоналар. Шул уҡ ваҡытта күп файҙаланған дәүләттәр ҙә бар: Исландияла – 51, Норвегияла – 25, Кувейтта – 18, Люксембургта һәр кешегә 17 мең киловатт-сәғәт тура килә. Бөгөнгө көндә беҙҙең ил өсөн электр энергияһын файҙаланыу күләме мәсьәлә булып тормай, ә киреһенсә, уны нәтижәле тотоноу – киҫкен һорауҙарҙың береһе, сөнки әле яҡынса энергия ресурс­тарының 30 проценты бушҡа сарыф ителә. Шуға ла ил иҡтисадында энергияның һөҙөмтәлелеген, эске тулайым һәм төбәк продукцияһын етештереүҙе арттырыу өҫтөндә эшләү тәүмаҡсаттарҙың береһе булып тора.
Электр энергияһын файҙаланыу буйынса стандарттар ҙа билдәләнгән. Әле һәр кеше йылына яҡынса биш мең киловатт энергия ҡулланырға тейеш. Беҙҙең республикала был һан 6,5-6,7 мең киловатҡа тиң. Беҙҙәге станцияларҙың ҡеүәте биш гектоватҡа юғары. Республикала йылына 23 миллиард киловатт-сәғәт электр энергия­һы эшләп сығарылһа ла, 27-28 миллиард киловатт-сәғәт тотонабыҙ икән. Шуға ла етмәгән 4-5 миллиард киловатт-сәғәтте Пермь, Силәбе, Ырымбур энергия селтәрҙәренән алабыҙ, йәғни әлегә төбәгебеҙ электр энергияһы менән үҙен тулыһынса тәьмин итеү ҡеүәтенә эйә түгел.
Республика Башлығы был хәлгә ҡарата: “Был беҙҙең өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмай, ғәҙәттән тыш хәл юҡ. Электр энергияһы менән тәьмин иткән предприятиелар уларҙан арзаныраҡ яғыулыҡ алып, ошо юл менән Баш­ҡортостандағы электр энергияһы ха­ҡын тигеҙләй. Беҙ яңы ҙур предприятиелар төҙөү юлындабыҙ, шул иҫәптән Урал аръяғында ла. Унда, төрлө баһалар буйынса, дефицит 200-350 мегаватт тирәһе тәшкил итә. Бәләкәй һан түгел был. Тиҙҙән унда Ҡытайҙан хеҙмәттәштәребеҙ төҙөлөш материалдары буйынса ҙур предприятие һала башларға йыйына. Шулай уҡ Урал аръяғында ошо йүнә­леш­тә Австрия предприятиеһы тө­ҙөләсәк. Баҡыр һәм цинк сығарыу менән шөғөлләнгән “Урал тау-металлургия компанияһы” предприятиеһы әүҙемерәк эшләй башланы. Уларға ла өҫтәмә энергия талап ителә. Бер һүҙ менән әйткәндә, унда дефицитты бөтөрөргә кәрәк. Бынан тыш, респуб­ликаның үҙәк өлөшөндә – Өфө, Стәр­летамаҡ, Салауат ҡалаларында яңы химия производстволары асырға йыйынабыҙ. Салауат эргәһендә эре индустриаль парк булдырыу күҙал­лана, ул да ҙур күләмдә электр энер­гияһын ҡулланасаҡ. 1000 мегаватҡа тиклем ҡытлыҡ булыуы ла ихтимал. Шуға ла беҙ был йүнәлештә даими эшләйәсәкбеҙ”, – тине.
Былар киләсәккә пландар булһа, әлеге ваҡытта ла ошо йүнәлештә эш алып барыла, электр уты етештергән яңы предприятиелар сафҡа индерелә. Яңыраҡ Салауат парогаз ҡорамалы эшләй башлаған. Тағы ла “Интер РАО” йәмғиәте менән берлектә Өфөнөң Затон биҫтәһендә 400 мегаватт ҡеүәтле ТЭЦ-5 сафҡа инәсәк.
Төбәк Башлығы, Рәсәйҙә Башҡорт­остан киләсәк энергетикаһының үҙә­генә әйләнергә тейеш, тигән маҡсат ҡуйҙы. Республикала индерелгән яңы системалар ошо йүнәлештә эш барыуын иҫбатлай. Мәҫәлән, Өфөлә илдә тәүгеләрҙән булып Smart Grid аҡыллы селтәрҙәр проекты тормошҡа ашырыла башланы. Бөгөн алдынғы тренд булған “Энерджинет” стра­тегияһы тормошҡа ашырыла. “Баш­ҡорт­ электр селтәре компанияһы” йәмғиәте май­ҙандарында һанлы электр селтәре, идара итеү системаһы киң йәйел­де­релә, бында яһалма интеллект өҫтөн­лөк итә. Улар ярҙамында селтәрҙәрҙә авариялар һанын кәметеүгә, юғалтыуҙарҙы әҙәйтеүгә булышлыҡ итәсәктәр. Заман технологияларын индереү төбәк энергетикаһын яңы кимәлгә сығарасаҡ.
Әле илдә йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә “ябыҡ” схемаға күсеү бара, 2002 йылда бөтә төбәктәр ҙә шуның буйынса эш башларға тейеш. Был проект электр энергияһын юғалтыуҙы кәметеү маҡсатында тормошҡа ашырыла.
Республикала һыу һәм ҡояш энергияһы ярҙамында ут етештереү йүнәлешендә лә эш алып барыла. Ел ярҙамында ла электр энергияһы етештереү ғәмәлен Туймазыла файҙаланып ҡарағандар, тик әлегә уңышһыҙ булған. Биогаз электр станциялары барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Форумда республика Башлығына “йәшел” энергетиканың киләсәге буйынса һорау бирелде.
– “Йәшел” энергетиканы үҫтереү республикала әллә ни әүҙем бармай, бөгөн ул әлеге ҙур, масштаблы энергетика менән ярыша алмай. Бер яҡтан, беҙҙә ел, һыу, ҡояш энергетикаһы үҫеше өсөн шарттар бар. Икенсе яҡтан, әле республикала файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы тотоноу һөҙөмтәһендә алынған осһоҙ традицион энергия етерлек. Киләсәктә традицион һәм “йәшел” энергетика араһында айырма барлыҡҡа килһә, ваҡыт үҙе мәжбүр итәсәк. Беҙ был йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Форумда “Яңыртылған энергетика проекттары: донъя, Рәсәй һәм төбәк практикаһы” темаһы буйынса әңгәмә ойошторолдо. Шул уҡ көндә “Энер­гетиканың заманса киләсәге”, “Баш­ҡортостанда йылылыҡ энергетикаһы мәсьәләләре һәм үҫеш перспективалары”, “Ел энергетикаһы: генерация объекттарын төҙөү буйынса проект­тарҙы тормошҡа ашырыуҙа кәртә һәм сикләүҙәр”, “Энергия хәүеф­һеҙлеге. Ҙур авариялар – һабаҡтар һәм һығымталар” тигән темаларға “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. 25 тематик секцияла 210-дан ашыу спикер һәм модератор ҡатнашты, шул иҫәптән Италия, Сербия, Финляндия, Беларусь Республикаһынан эксперттар ҙа булды.
Сығыш яһаусылар энергетика тар­мағына ҡағылған төрлө мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты. Мәҫәлән, “Башҡортостанда йылылыҡ энергетикаһы мәсьәләләре һәм үҫеш перспективалары” темаһына “түңәрәк өҫтәл”дә “Өфө инженерҙар селтәре” предприятиеһы директоры Максим Петров, республикала йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын байҡап, төп ҡорамал­дарҙың – ҡаҙанлыҡтарҙың – ныҡ иҫкереүен билдәләне һәм йылылыҡ сығанаҡтарының күбеһенең файҙаһы түбән булыу мәсьәләһен күтәрҙе. Магистраль торбаларҙың һәм кварталдар араһындағы селтәрҙәрҙең иҫкереүе йылылыҡ энергияһының юғалыуына булышлыҡ итә һәм эҫе һыу сифатына кире йоғонто яһай. Юғалтыуҙарға юл ҡуймау өсөн йылылыҡ селтәрҙәрен замансаға алмашыу һәм насос ҡорамалдарын, автоматлаштырыу системаһын киң файҙаланыу талап ителә. Ә инде халыҡтың ваҡытында коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшеп бармауы ҡорамалдарҙы яңыртыуҙы тотҡарлай. Һаран ике тапҡыр түләй, тиҙәр.
Өйгә килеп етмәйенсә ярты юлда юғалған, икенсе төрлө әйткәндә, “урам­ды йылытҡан” өсөн барыбер халыҡтан түләтәләр. Был хаҡта Максим Петров: “Йыл һайын йылылыҡ энергияһы өсөн бурыстарҙы 150 миллион һумға кәметкәндә, йылылыҡ менән тәьмин иткән компания әлеге бурыстарын 10 йыл эсендә ҡаплап бөтәсәк һәм ҡаҙанлыҡ ҡорамал­дарының төп фондын яңыртыу, үҙәк йылылыҡ трассаһын реконструкциялау, капиталь ремонт күләмен 2,5 проценттан 4,1 процентҡа тиклем үҫтереү мөмкинлеге аласаҡ. Былар­ҙың бөтәһенән иң беренсе сиратта ҡулланыусы отошта ҡаласаҡ: ул йылылыҡ энергияһына сығымды кәметә ала, тимәк, хаҡтар үҫеше тиҙлеген кәметә ала”, – тине.
Тимәк, теория һәм күргәҙмәләрҙән ғәмәли эшкә күсеүҙе тиҙләтергә кәрәк. Яңы уйлап табылған яҡшы тәҡдим­дәрҙе көнкүрештә файҙалана баш­ларға күптән ваҡыт. Был Рәсәй хал­ҡы өсөн торлаҡ-коммуналь хаҡтарҙың кәмеүенә булыш­лыҡ итер ине.


Вячеслав ЛЕБЕДЕВ, “Энергомера” йәмғиәтенең күргәҙмәләр эшмәкәрлеге буйынса баш белгесе:
– Ставрополь ҡалаһынан килдек. Форумда даими ҡатнашабыҙ. Сара яңы продукцияны күрһәтеү, имиджды һәм алдынғы урындарҙа барыуҙы раҫлау, яңы партнерҙар менән бәйләнеш тыуҙырыу, дилерҙар һәм клиенттар менән осрашыу, хеҙмәттәшлек буйынса фекер уртаҡлашыу һәм уларҙың яңы тәҡдим-теләктәре менән танышыу, ваҡиғалар ағымын тойоу мөмкинлеген тыуҙыра.
“Энергомера” йәмғиәте приборҙар һәм электр утын ҡулланыуҙы иҫәп­ләгән системаны етештерә. Күргәҙмәлә алтынсы быуын иҫәпләү ҡора­малдары, АСКУЭ системаһы, “LoRaWAN”, DLMS, СПОДЭС кеүек заманса технологияларҙы файҙаланып эшләнгән иҫәпләү приборҙарын алып килдек.
Энергетиканың киләсәге иҫәпләү технологияларын үҙ эсенә ала, тимәк, электр иҫәпләү ҡорамалдарына һәм АСКУЭ системаһына яңы талаптар формалаша, шуға ла һәр күргәҙмә яңы идеялар менән тулылана барасаҡ.

Марат ШӘРИФУЛЛИН, “KERF” фирмаһы менеджеры:
– Күргәҙмә яңы мөмкинлектәргә юл аса, клиенттар базаһын киңәйтеү, башҡаларға ҡарап, үҙебеҙҙең структураны яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Быға тиклем ҙур ҡалаларҙағы сараларҙа ҡатнашып килдек: Өфөлә беренсе тапҡыр, әммә беҙ бындай сараларҙы килеп ҡарай инек.

Дмитрий КЛИМОВ, “ППМ-СЕРВИС” йәмғиәтенең сауҙа бүлеге белгесе:
– Компания күргәҙмәлә өсөнсө йыл ҡатнаша. Сара клиент базаһын арттырыуға, заказсыларҙы етештереүҙәге яңылыҡтар менән таныштырыуға, статусты һаҡлауға булышлыҡ итә. Был юлы автоматлаштырылған ҡойоу машинаһын алып килдек. Ошо ҡорамал йылылыҡ торбаларын изоляциялау өсөн тәғәйенләнгән. Компания йылылыҡ гидроизоляцияһын үҫтерә. Йылылыҡты иң түбән юғалтыуҙар менән етештереүсенән ҡулланыусыға еткереү маҡсатын ҡуябыҙ.


Вернуться назад