Элек-электән беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ өсөн шишмәләр иң изге урын һаналған. Һәр юлсы шишмә янынан үткәндә уның шифалы һыуын тәмләгән, ҡул-битен сайҡаған, талған йөрәгенә ял алған. Тап шишмә урғылған ерҙә ауыл барлыҡҡа килгән. Хәтеремдә, бәләкәй саҡта атайым еләккә алып барған сағында сылтырап аҡҡан һәр шишмә янына туҡтап, беҙҙән “бисмилла” әйттереп, өс тапҡыр усыбыҙға алдырып, һыу эсереп, уның тарихын һөйләр ине. Үҙе шул арала ҡулына ни эләкһә, шуның менән уның ярын таҙалап, сүп-сарын алып китер ине. Балалыҡ менән ул саҡта һыу бәреп сыҡҡан шишмәләрҙең әһәмиәтен дә аңлап бөтмәгәнмендәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр беҙ кисеп сыҡҡан шишмәләрҙең күбеһе бөгөн ҡороған, әммә күңелдә атайымдың изге хәтирәһе һаҡлана.Быйыл Рәсәйҙә Экология йылы, ә республикабыҙҙа Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан һәм үҙенең ун йыллыҡ юбилейы сиктәрендә Аҡъяр телевидениеһы “Тере шишмә” тип аталған үҙенсәлекле телепроект иғлан итте. Уның талаптары буйынса, был акцияла теләгән ғаилә, коллектив йәки тотош ауыл ҡатнаша ала. Төп маҡсаты — шишмәләрҙе тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, уларҙың тарихын өйрәнеү. Шуныһы ҡыуаныслы: телепроектта ҡатнашырға ауыл биләмәләре ҙур теләк белдергән. Тәүгеләрҙән булып уны Йәнтеш ауылы халҡы башлаған. Аҡъяр телевидениеһы директоры Роза Рәсембәтова әйтеүенсә, йәнтештәр Сана сыҡҡан шишмәһен таҙалаған. Ауыл халҡы шишмә янын тәртипкә килтереп, уны яңынан таш менән бураған. Әйткәндәй, Йәнтеш тирәһендә ошондай һыу сығанаҡтары бихисап. Шунлыҡтан ошо ауылда йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәсих Әхмәтов ауыл янындағы шишмәләрҙең картаһын тергеҙеү менән мәшғүл. Шишмәнең тарихына күҙ һалғанда, ул былайыраҡ. Элек ауыл халҡы тау араһындағы һуҡмаҡтан атты тауға ҡарай үрләтеп өйрәтер булған. Шулай йөрөй торғас, үҙенән-үҙе шишмә урғылып сыҡҡан. Әле лә был һуҡмаҡтан кеше өҙөлмәй, хатта ҡышын да шишмәгә һыу алырға килеүселәр осрай. Шишмә һыуын файҙаланыусылар уның шифалы икәнлеген дә билдәләй.
Федоровка ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә, проектҡа ҡушылып, Ғариф ҡоҙоғон төҙөкләндерҙе. Әбүбәкер һәм Федоровка ауылы халҡы был урынды ташлағаны юҡ, шулай ҙа урындағы телевидение иғлан иткән конкурста ҡатнашып, эште тағы ла йәнләндереп ебәрә. Өфө ауылы биләмәһендә ике шишмә таҙартылған. Үрнәк ауылы ололары Аҡбүрт шишмәһен рәтләгән. Ошо уҡ ауылдан алыҫ түгел Гөрөлдәк шишмәһе, шарлауыҡ булып аға. Уны Әминә менән Фаил Ҡаһармановтар ғаиләһе тәртиптә тота, гел ҡарап, тәрбиәләп тора. Иҫәнгилделәр иһә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында дөйөм көс менән юлы быуылған Ҡымыҙлы шишмәһен терелтеп ебәреп, ситен буралап ҡуйған. Үҙенең эшһөйәр халҡы менән дан тотҡан Сәғит ауылы халҡы был эшкә айырыуса ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Ауыл уртаһынан аҡҡан Ҡалтай шишмәһенә яңы һулыш өҫтәй, йән бирә. Ауыл менән аҡса йыйып, уның янын таҙарта, ҡый үләндәрен йыйып, әллә күпме машина сүп-сар түгелә. Өмәгә бар ауыл сыҡты, тип ҡыуана үҙҙәре.
Эште ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлдәр Ҡәйепова, ауыл старостаһы Шәһит Мәмбәтов, ауыл советы депутаты Риф Сынбулатовтар ойоштора. Мәктәп уҡыусыларының, ауыл йәштәренең, шулай уҡ уҡ ололарҙың да ситтә ҡалмауы ҡыуаныслы. Инеш башына уҫаҡ бурап ултыртҡандар. Борон ошо тирә байҙарына ялланып мал көтөргә килгән бер ҡаҙаҡ: “Был ауыл матур икән, шишмәләре ҡалта (кеҫә) кеүек кенә”, — тип әйткән ти. Сәғиттең халыҡтағы исеме лә Ҡалтай. Тирә-йүндә шишмәләр күп, уларҙы ла төҙөкләндерәбеҙ, ти сәғиттәр.
Телевидение коллективы ла башҡаларҙың изге эштәрен телекамера аша күҙәтә торғас, үҙҙәре лә был эшкә тотонорға булып китә. Йәнтеш ауылы янындағы Сигүҙ шишмәһен таҙалап, иң йәмле тапҡырында ял итә торған урын ҡора. Был өҫтәлдә айыҡ табындар ғына ҡоролһон, тип теләй улар. Һәм артабан да был шишмәне ташламайбыҙ, тиҙәр. Һәр эш тураһында урындағы телевидение сюжет әҙерләне, күбеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелде.
Алда әйтеүемсә, Аҡъяр телевидениеһы быйыл үҙенең ун йыллығын билдәләй. Шул айҡанлы үткән тантанала “Тере шишмә” телепроектында ҡатнашыусыларҙы бүләкләргә ниәтләй. Эш бының менән генә сикләнмәйәсәк, артабан да проектты дауам итеү ҡаралған, сөнки унда ҡатнашырға теләүселәр күп, яңынан-яңы шишмәләр табыла, иң мөһиме — халыҡ был акцияны дәррәү күтәреп алды, үҙҙәре үк был эштең мөһимлегенә төшөндө, тәбиғәтебеҙҙең киләсәк яҙмышы үҙебеҙҙең ҡулда икәнлеген яҡшы аңлай, ти Роза Раузат ҡыҙы.
Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәренең матур башланғыстарын башҡа коллегалары ла күтәреп алыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Хәйбулла районы.