Шофер бул да байы01.11.2017
“HeadHunter” компанияһы Башҡортостандағы юғары эш хаҡы менән баһаланған һөнәрҙәр исемлеген төҙөгән. Рейтингка ярашлы, иң ҙур сумма алып эшләүселәр араһында башлыса сауҙа өлкәһендә тир түгеүселәр.

Улар исемлектең 36 процентын яулаған, һатыу менән шөғөлләнеүселәрҙән ҡала – эшсе персонал (14 процент), төҙөүселәр – 12 процент, 11-әр процентты банк, инвестиция, лизинг һәм сәнәғәт өлкәһе тәшкил итә.
Был тикшеренеүҙәр шуны асыҡлаған: быйыл көҙ, баҡтиһәң, иң кәрәкле һөнәр (вазифа) монтажлау идаралығы башлығы икән. Ошо бурысты атҡарырға килеүсегә айына 120 мең һум эш хаҡы вәғәҙәләйҙәр. Монтажлаусылар начальнигынан сауҙа менеджеры ла ҡалышмай – уның да хеҙмәтен айына 120 мең һумдан башлап баһалайҙар. Һүҙ сауҙа тирәһендә йөрөгәс, магазин директоры вазифаһы ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр – был эш өсөн яңыраҡ 80 мең һум тирәһе эш хаҡы тәҡдим иткәндәр.
Тикшеренеүсе компания күрше өлкәләрҙең хеҙмәт баҙарын да “ҡапшап” ҡараған. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә иң күп эш хаҡын тар профилле программа эшләүсегә бирәләр – 150 мең һум! Унан ҡала йәнә сауҙа өлкәһе вәкилдәре, магазин етәкселәре. Шуныһы үҙенсәлекле: был өлкәлә иң юғары эш хаҡы түләнгән биш һөнәр араһында Е категориялы водитель-экспедитор ҙа бар.
Прицеплы машина йөрөткән һәм тауарҙы алып барған нөктәләрҙә документтар менән дә эшләгән өсөн айына 78 мең һум хеҙмәт хаҡы түләйҙәр. Һәр хәлдә, һәр кемдең теләге һәм мөмкинлектәре бер үк төрлө түгел шул. Кемдер биш йыл физика-математика факультетында белем алып, 150 мең һумға программа яҙа, кемдер өс айлыҡ водителдәр курсында уҡып, айына 80 меңгә йөк ташый. Нисек кенә булмаһын, һәр эштең үҙ ауырлығы һәм отошло яҡтары бар, үҙенсәлектәре лә етерлек.
Иң мөһиме — күңелгә ятҡан эш һайларға кәрәктер. Бит, психологтар белдереүенсә, һөнәрҙең дөрөҫ һайланыуы эш һөҙөмтәһенә лә, сәләмәтлеккә лә берҙәй тәьҫир итә.



Вернуться назад