Ҡаҙнаны иҫәпләргә баҙнат итһәк...24.10.2017
Ҡаҙнаны иҫәпләргә баҙнат итһәк...Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында “Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға, 2019 һәм 2020 йылдарҙың планлы осорона дәүләт ҡаҙнаһы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса асыҡ тыңлау ойошторолоуы хаҡында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Ни өсөн проектты был юлы теләге булған барлыҡ кеше ҡатнаша алырлыҡ шарттарҙа үткәрергә булдылар һәм донъялағы иҡтисади көрсөк даими янаған заманда республика бюджетының киләсәге ниндәй буласаҡ?


Илдең иң ҙур һәм ҡеүәтле төбәктәренең береһе – Башҡортостандың дәүләт ҡаҙнаһын туплауҙы һәм төрлө сығымдарға тотоноуҙы ҡанунлаштырыу, әлбиттә, республика парламенты өсөн дә иң мөһим эштәрҙең береһе булып тора. Шуға күрә сараның вәкәләтле булыуы – залда министрлыҡтар һәм башҡа дәүләт ойошмаларының етәкселәре генә түгел, ә бюджетты туплау һәм тотоноу менән ҡыҙыҡһынған башҡа кешеләрҙең дә ултырыуы шуны раҫлай. Сарала теләгән бер кеше ҡатнаша ала ине. Закондың һәм бюджетҡа ҡағылышлы башҡа документтарҙың проекттары алдан уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һәм Финанс министрлығының Интернеттағы рәсми сайтына ҡуйылды. Быға саҡлы ул парламент Президиумы ултырышында һәм даими комитеттарҙа ҡаралғайны. Проект шулай уҡ Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһына һәм Прокуратураға ла ебәрелде, сөнки уларҙың да иҫкәрмәләре һәм тәҡдимдәре булыуы ихтимал. Ә асыҡ тыңлау үткәреү тураһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай быйыл июлдә үк ҡарар сығарғайны, уны ойоштороу өсөн парламент Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге эш комиссияһы төҙөлдө.
Асыҡ тыңлауға килергә теләк белдергән һәр кем парламентҡа шылтыратып та, рәсми сайтта ла теркәлә алды. Тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләрҙең йөкмәткеһен дә алдан ебәреү мөмкинлеге булды. Тәүге тапҡыр булһа ла, халыҡ яғынан ярайһы уҡ юғары әүҙемлек күҙәтелде: 133 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе, теркәү үткән граждандарҙың 119-ы асыҡ тыңлауҙарға килеү мөмкинлеген тапҡайны, сығыш яһарға тип яҙылған 18 кешенең 11-е трибунанан үҙ тәҡдимдәрен яңғыратты. Әйткәндәй, был сара парламенттың рәсми сайтында он-лайн тәртибендә күрһәтелеп барҙы.
– Бюджет тураһындағы закон буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү – республика парламентының эшен халыҡҡа тағы ла яҡыныраҡ итеү, депутат эшмәкәрлегендә асыҡлыҡ һәм билдәлелекте киңәйтеү йүнәлешендәге етди аҙым ул, – тине был сараны алып барыусы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Беҙҙең республика халҡының төбәк ҡаҙнаһының нисек тупланыуын, сығымдарҙың ҡайһы йүнәлештәрҙә һәм ниндәй маҡсаттарҙа тотонолоуын белергә тулы хоҡуғы бар. Бөгөнгө ултырышта яңы килем сығанаҡтары тураһындағы тәҡдимдәрҙе айырыуса көтәбеҙ.
Финанс министры Рида Собханғолова бюджет проектының төп үлсәмдәре менән таныштырҙы: килемдәр 2018 йылда – 147,7 миллиард һум, 2019 йылда – 150 миллиард һум, 2020 йылда 152,9 миллиард һум тәшкил итер; ә сығымдар киләһе йыл – 156,7 миллиард һум, 2019 йылда – 158,5 миллиард һум, 2020 йылда 160,8 миллиард һум булыр тип көтөлә. Тимәк, сығым килемдән күберәк буласаҡ һәм һуңғы тиҫтә йыл самаһы осорҙа был ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Республика ҡаҙнаһын артабан тултырыу барышында был айырма, йәғни бюджет дефициты, тулыһынса ҡаплана һәм йыш ҡына уҙып та китә. Ошо дефицитты ҡаплау юлдары киләһе йылдар өсөн әле үк билдәләнгән, шулар нигеҙендә был айырма 2018 йылдағы туғыҙ миллиард һумдан 2019 йылдағы 8,5 миллиард һумға һәм 2020 йылдағы 7,9 миллиард һумға ҡаласаҡ.
– Был күрһәткестәргә артабан үҙгәрештәр индереләсәк, сөнки закон проектының тәүге уҡыуҙа ҡабул ителгән вариантында бөтә бюджет-ара трансферттар ҙа иҫәпкә алынмаған, улар федераль ҡаҙна ҡабул ителгәс кенә аныҡланасаҡ, – тине министр. – Ҡаҙнаның килем структураһы элеккесә һаҡлана: бөтә керемдең 90 процентын табышҡа, шәхестәрҙең килеменә һәм мөлкәткә һалым, акциздар тәшкил итә. Акциз күләме киләһе йылдарҙа бер аҙ кәмейәсәк, сөнки федераль ҡағиҙәләр төбәк бюджеттарына ҡарата был һалымды яңыса иҫәпләүҙе талап итә. Ҡаҙнаның бик ҙур өлөшө – 80 миллиард һумдан ашыуырағы – “кеше капиталына инвестиция” тип аталған бүлеккә ҡарай, һүҙ социаль сығымдар, йәғни мәғарифҡа, мәҙәниәткә, йәштәр сәйәсәтенә, һаулыҡ һаҡлауға тотоноласаҡ аҡса тураһында бара. Социаль сығымдарҙың арта барыуы – беҙҙең республика ҡаҙнаһы өсөн күптәнге күренеш, һуңғы йылдарҙа граждандар киңерәк ҡуллана башлаған һалым ташламаһы ла шулар иҫәбенә инә. Мөлкәткә һалым да артасаҡ һәм уның бер өлөшөн ошо йорт-ҡаралты урынлашҡан муниципалитеттың ҡаҙнаһына тапшырыу планлаштырыла.
Министр аңлатыуынса, килем буйынса билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн һәр власть органына һәм муниципаль берәмеккә план бирелә, һәм улар уның үтәлеше өсөн яуаплы. Бынан тыш, биш миллиард һум самаһы күләмдә өҫтәмә килем алыу ҙа планлаштырыла һәм был йөкләмә лә төрлө ойошмаларға бүлеп бирелә. Республикала ҡаҙна йөкләмәләренең үтәлешен һәм һалым сәйәсәтенең нисек алып барылыуын күҙәтеү өсөн ошо министрлыҡта мәғлүмәт-аналитика үҙәге лә эшләп килә икән.
Был сығыш асыҡ тыңлауҙағы иң дауамлыһы һәм йөкмәткелеһе булды. Әлбиттә, бюджет мәсьәләһендә иң белдекле кеше – финанс министры. Шуға күрә Константин Толкачев Рида Таһир ҡыҙынан, сығыш яһап бөткәс тә, трибунала ҡалыуын һәм барлыҡ һорауҙарға ла яуап биреүен үтенде.
Асыҡ тыңлауҙа шулай уҡ республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты директоры Дамир Ғәйнанов сығыш яһаны. Уларҙың тәүгеһе республиканың киләһе йылға һәм артабанғы өс йылға социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы менән таныштырҙы. Прогноз өс вариантта – нигеҙ, консерватив һәм маҡсатлы йүнәлештәрҙә – төҙөлгән, уларҙың ҡайһыһы тормошҡа ашыуы иҡтисади хәлгә һәм тулайым эске продукт күләменең нисек арта барыуына бәйле буласаҡ. Дамир Ғәйнанов әлеге закон проектына үткәрелгән экспертизаның һөҙөмтәһе тураһында һөйләне һәм проекттың ағымдағы иҡтисади шарттарға тура килеүен билдәләне.
Өфө районының “Алексеевка” совхозынан Марат Нәсибуллин, Салауат ҡалаһынан Рәйсә Давыдова, Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин, Өфөләге Финанс университеты белгесе Вилиә Чанышева һәм башҡаларҙың һорауҙары ла, иҫкәрмәләре лә бик урынлы булды. Улар ауыл ерендәге һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыуға, алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүгә, ҡалаларҙа балаларҙың уйын майҙансыҡтарын күбәйтеүгә, һирәк сирҙәрҙән яфаланыусыларҙы дарыу менән тәьмин итеүҙе камиллаштырыуға һәм башҡа мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәргә ҡайтып ҡалды. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе тип әйтерлек бюджет проектының социаль йүнәлешле булыуына иғтибар итте.
Константин Толкачев әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Уның аңлатыуынса, бөтә тәҡдимдәр ҙә бюджет буйынса йомғаҡлау ултырышын әҙерләгәндә иҫәпкә алынасаҡ.


Вернуться назад