Күҙаллауҙар әлегә ҡыуандырмай24.10.2017
Күҙаллауҙар әлегә ҡыуандырмайПрезидент Владимир Путиндың Хөкүмәт кәңәшмәһендә, иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин әҙерләгән доклад мәғлүмәттәренә таянып, “Рәсәйҙә иҡтисади көрсөк тулыһынса үтелде. Иҡтисад үҙенең үҫешен тиҙләтә”, – тип бик ҡәтғи һығымта яһауы аналитиктар араһындағы дискуссияларҙы, илдәге иҡтисади хәлгә мөнәсәбәттәрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы артабан киҫкенләтә төштө.


Илдә инфляция кимәле кәметелеп күрһәтелгәндә (мәҫәлән, уҙған 2016 йылда күпселек эксперттар һигеҙ проценттан артыҡ тип баһалаған инфляция рәсми сығанаҡтарҙа 5,4 процент тип күрһәтелде), айырым етештереү тармаҡтарындағы уртаса ике-өс процентлыҡ үҫеште ғәмәлдә кәмеү тип иҫәпләү дөрөҫөрәк булыр. Иҫәпләү палатаһы рәйесе Татьяна Голикова был турала: “Хөкүмәттә иҡтисади көрсөк тамамланды, тип иҫәпләйҙәр, сөнки нефть хаҡы баррелгә 35 долларҙан 50 долларға тиклем күтәрелде, ә бюджет 40 долларға ғына иҫәпләп төҙөлгәйне”, – тип бик ҡәтғи киҫәткәйне.
Алдағы президент дәүере йылдарына иҫәпләнгән иҡтисади стратегия мәсьә­ләһенә килгәндә, бөгөнгө проблема­ларҙың бик ауыр, оҙайлы һәм системалы көрсөк элементтары булыуын инҡар итеү бөтөнләй мөмкин түгел. Үҫеш стратегиялары әлегә ике вариантта тәҡдим ителә: Алексей Кудрин етәкселегендәге Стратегик эҙләнеүҙәр үҙәге әҙерләгән “2018–2024 йылдарға Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш стратегияһы” һәм Столыпин исемендәге үҫеш иҡтисады институтында, “Столыпин клубы” президиумы рәйесе Борис Титов етәкселегендә төҙөлгән программа.
А. Кудрин документы ғәмәлдә уның “Стратегия-2030” программаһының ҡыҫҡартылған вариантын тәшкил итә. “Стратегия-2030” проекты, Советтар Союзы тарҡала башлаған мәлдән алып иҫәпләгәндә, етенсе стратегик документ булды. Быға тиклемге стратегияларҙың береһе лә үтәлмәне. Бөгөн килеп, илдә “иҡтисади көрсөк тулыһынса үтелде”, тип ҡәтғи рәүештә раҫлау һуңғы тәҡдим ителгән, нигеҙҙә, иҡтисади көрсөктө еңеүгә иҫәпләнгән стратегияларҙы юҡҡа сығара һәм ғәмәлдә көрсөк темаһын ябыуға тиң.
Борис Титов етәкселегендә төҙөлгән проектты әҙерләүҙә Абел Аганбегян, Яков Миркин һәм башҡа күренекле иҡтисадсылар ҡатнаша. Уның нигеҙен тәшкил иткән төп принциптар илдәге иң абруйлы финансистарҙың береһе, элекке СССР Дәүләт банкы, РФ Үҙәк банкы идараһы рәйесе Виктор Геращенко рекомендацияларына (финансистар телмәрендә – “Геращенко минимумы”) яҡын. Геращенко тәҡдимдәрендә Үҙәк банк ставкаһын ноль процентҡа тиклем кәметеү; эмиссия сәйәсәтен йомшартып, иҡтисадта монетизация кимәлен (М 2 агрегатын) кәмендә 100 процентҡа еткереп арттырыу; хаҡтар сәйәсәтен көйләү маҡсатында сауҙа өҫтәмәһен закон аша ун процент кимәлендә сикләү, физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) прогрессия шкалаһына күсереү күҙ уңында тотола. Геращенко фекеренсә, әгәр ошо талаптар, ниһайәт, үтәлһә, бер-бер артлы бихисап яңы стратегик проекттар ҡабул итеү ҙә кәрәкмәҫ ине.
Быға тиклемге барлыҡ стратегия­ларҙың үтәлмәү сәбәптәре ғәмәлдә бер үк – Рәсәйҙәге дөйөм көрсөктөң иҡтисади проблемалар менән генә сикләнмәүен, дәүләт идаралығы системаһында ла етди реформа талап ителеүен танымауға бәйле. Мәҫәлән, 2000 – 2010 йылдарға иҫәпләнгән “Стратегия-2010” проекты хөкүмәт һәм президент тарафынан раҫланғанда уның иң мөһим сәйәси өлөшө – дәүләт идаралығына ҡағылышлы пункттары һәм преамбулаһы алып ташлана. “Стратегия-2010” үтәлмәй һәм 2006 йылда уҡ яңы документ – “Стратегия-2020” әҙерләнә башлай, әммә был юлы ла илдәге иҡтисади проблемаларҙың оҙайлы һәм тәрән, системалы, йәғни сәйәси көрсөк күренеше булыуы инҡар ителә. Был хата иң ҙур юғалтыуҙарға, ике тиҫтә йылға яҡын ҡиммәтле ваҡытты әрәм итеүгә килтерә. Шул уҡ хәлде әлегәсә “Стратегия-2030” проекты миҫалында ла күрәбеҙ, һәм ул артабан ҡатмарлаша – хәҙер хатта иҡтисади көрсөк факты инҡар ителә.
Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы Йәмғиәт фәндәре институтының Социаль-сәйәси мониторинг үҙәге таратҡан мәғлүмәттәргә ярашлы, граждандарҙың 46,7 проценты илдә иҡтисади көрсөк дауам итә тип иҫәпләй һәм алып барылған иҡтисади сәйәсәттең логикаһын һәм маҡсаттарын аңламауын белдерә. Граждандарҙың 43,1 проценты феке­ренсә, иҡтисади көрсөк көсәйә һәм уға ҡаршы һөҙөмтәле саралар ҡулла­нылмай. Граждандарҙың күпселеге – 50,5 проценты иҡтисади көрсөккә ҡаршы һөҙөмтәле саралар ҡулланыл­мауының сәбәптәрен иң юғары даирәләрҙәге компетентһыҙлыҡта һәм коррупцияла күрә.
Был шарттарҙа киләһе йылда президент һайлау кампанияһына төп программа документы – иҡтисади үҫеш стратегияһы әҙерләмәй килеү, айырыуса бөгөнгө иҡтисади көрсөктө инҡар итеүгә ҡоролған сәйәсәт алып барыу, кем генә президент вазифаһына һайланмаһын, буласаҡ претендентты алдан уҡ ауыр хәлгә ҡуя. Яңы стратегия иң тәүҙә иҡтисади үҫешкә өлгәшеү юлдарын күрһәтергә тейеш. Ләкин һуңғы йылдарҙа иҡтисади көрсөктән сығыуҙың төп юлы тип фәҡәт инфляцияны еңеү, шул маҡсатта төп ысул сифатында эмиссияны, әйләнештәге аҡса массаһын сикләү ҡулланыла, ә уныһы үҙ сиратында һалым базаһын, йыйылған һалымдар күләмен кәметеүгә килтерә. Был сәйәсәт ил бюджетының килем өлөшө кәмеүенә, һөҙөмтәлә сығым өлөшөнөң дә даими кәмей барыуына этәрә. Үҙәк банк һәм Финанс министрлығы үҙҙәренең барлыҡ эшмәкәрлеген әйләнештәге аҡса күләмен сикләүгә, бюджет сығымдарын кәметеүгә нигеҙләп ҡорғанда, иҡтисади үҫеш стратегияһы төшөнсәһе үҙе үк нонсенсҡа әйләнә. Ә реаль иҡтисади үҫеш өсөн иң тәүҙә әйләнештәге аҡса массаһының артыуы, банк ставкаларының кәмеүе талап ителә.
Үҙәк банктың күп йылдар дауамында әйләнештәге аҡса массаһын ҡыҫыуы, ставкаларҙы юғары кимәлдә тотоуы юғары хаҡтар формалашыуына, реаль инфляция артыуына килтерә. Йәғни беҙҙә иҡтисадты емертеүсе төп фактор булып инфляция үҙе түгел, ә инфляцияға ҡаршы көрәш ысулы тип күрһәтелгән ҡаты эмиссия сәйәсәте тора. Әммә эш әйләнештәге аҡса массаһы дефицитында ғына ла түгел, ә шул аҡса массаһын дөрөҫ ҡуллана белмәүҙә лә. Мәҫәлән, Премьер-министр Дмитрий Медведев 2016 йылдың майында пенсияларға индексация мәсьәләһен күтәргән пенсионерҙар менән осрашыуҙа: “…Аҡса юҡ, әммә һеҙ ныҡ тороғоҙ!” – тигән мәлдә, Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, федераль бюджетта ҡулланылмай ҡалған 7,8 триллион һум аҡса әйләнешһеҙ ята (сағыштырыу өсөн: 1917 йылда дәүләт бюджетының килем өлөшө 13, 488 триллион һум, сығым өлөшө 16,241 триллион һум тәшкил итә).
Айырым айҙарҙа бюджеттағы “артыҡ аҡса” ун триллион һумдан артып китә, әммә Хөкүмәт уны туранан-тура сәнәғәткә – реаль етештереү тармаҡтарына йәки, мәҫәлән, шул уҡ пенсияларҙы индексациялауға йүнәлтеүгә ҡаршы сыға, йәғни бюджетта аҡса бар, ләкин ул резервҡа һалынып килә һәм инфляцияға ҡаршы ҡулланыуға йүнәлтелә. Финанс көрсөгөнә ҡаршы һөҙөмтәле бюджет-эмиссия-кредит сәйәсәте ҡулланаһы урынға, Хөкүмәт үҙе булдырған инфляцияны баҫыуға, һумдың курсын һаҡлауға триллион һумдар йүнәлтеп, ғәмәлдә ул аҡсаларҙы юҡҡа сығарып тора.
Был осраҡта иҡтисади көрсөктөң сәбәптәрен иң тәүҙә финанс сәйәсәтендә, илдәге иҡтисади моделдә күрә белеү мөһим. Бөгөн әйләнештәге барлыҡ аҡса күләменең 80 проценты Мәскәүҙәге Садовое кольцо сиктәренән сығарылмай, төбәктәрҙәге сәнәғәт предприятиелары, финанслау етешмәү сәбәпле, ҡиммәтле кадрҙарҙы, технологияларҙы, фондтарҙы, инфраструктураны күпләп юғалтыуын дауам итә. Мәскәүҙән төбәктәргә бүленгән финанстар иһә иң тәүҙә аҡса массаһы әйләнеше етеҙерәк булған тармаҡтарға – сауҙаға, транспортҡа, энергетикаға, нефть һәм газ сәнәғәтенә генә һалына. Тотош тармаҡтар, төбәктәр, ҡеүәтле сәнәғәт үҙәктәре әүҙем аҡса әйләнешенән ситтә ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҡтисади көрсөктө билдәләүсе был факторҙар президент һайлауҙары тәғәйенләнгән киләһе 2018 йылда ла ил иҡтисадына көслө йоғонто яһап торасаҡ.


Вернуться назад