Беҙҙә лә нефть – бөтә халыҡ милке…24.10.2017
Беҙҙә лә нефть – бөтә халыҡ милке…КПРФ фракцияһы Дәүләт Думаһына тәбиғәт байлыҡтары экспортынан федераль бюджетҡа ингән килемдең 20 процентын граждандарҙың персональ банк иҫәптәренә даими күсереп тороу тураһында закон проекты тәҡдим итте. Дума депутаты Сергей Обухов етәкселегендә әҙерләнгән документ нефть, газ, металл һәм ағас продукцияһы экспорты рентаһына ҡағыла.


Закон проекты автор­ҙары иҫәпләүенсә, Рәсәй Федерацияһы граждандарының һәр береһенә 2018 йылда ун мең һум түләп, артабан сумманы йыл һайын ике процентҡа арттырыу мөмкинлеге бар. КПРФ фракцияһы вәкилдә­ренең бер ҡатлыраҡ күренгән популистик фекеренсә, был инициатива нефть долларҙарының ҙур өлөшөнөң офф-шорҙар аша сит илдәргә сығарылыуын өлөш­ләтә сикләйәсәк. Ләкин нефть экспорты өлкәһен тәртипкә килтереү өсөн байтаҡ ваҡыт, тырышлыҡ кәрәк буласаҡ. Әлегә иһә ундағы хатта киң билдәле, иң ҙур масштаблы енәйәттәр ҙә иғтибарһыҙ ҡала. Мәҫәлән, күре­некле иҡтисадсы, профессор Марат Мусин төҙөгән “Ариадна” мәғлү­мәт комплексы базаһында кәмендә өс триллион долларҙың юғалыуына ҡағылышлы документтар тупланған. Был астрономик сумманың ҙур өлөшөн офф-шорҙар аша үткәрелгән нефть долларҙары тәшкил итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нефть долларҙарының илдә ҡалған өлөшө лә күпләп юғалтыла. Мәҫәлән, уҙған 2016 йылдың авгусында Үҙәк банк Резерв фондын һумдарҙың курс тотороҡ­лолоғон һаҡлауға йүнәлтә башлап, йыл аҙағына фондтың 75 процентын тотоноп бөттө. Уға тиклем, 2016 йылдың 1 авгусында, Резерв фондында 2 триллион 560 миллиард һум тупланған була. Һум курсын һаҡлауға гигант сумма – ике триллион һумға яҡын валюта интервенцияһы йүнәлтеү хәлде төҙәтә алмай һәм Резерв фондын һис бер файҙаһыҙ әрәм итеүгә генә килтерә.
Эксперттар аңлатыуынса, бының сәбәбе Үҙәк банктың эҙмә-эҙлекле эш итмәүендә: 2014 йылдың ноябрендә Рәсәй валютаһының ирекле курсын иғлан иткәндән һуң, артабанғы логик аҙым – күләмле эмиссия үткәреү, әйләнештәге аҡса күләмен арттырыу, Үҙәк банк ставкаһын кәметеү булырға тейеш ине. Ләкин Үҙәк банк, нефть экспортын үҙ ҡулында тотҡан олигархик лобби баҫымына бирешеп, һум курсын нығытыуға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике триллион һум түккәндән һуң, бының нәҡ киреһен эшләй башланы: “Внеш­экономбанк” идараһы рекомендациялары буйынса Рәсәй милли валютаһына кәмендә ун процент кимәлендә яһалма девальвация үткәреү идеяһын күтәреп сыҡты. Авантюраны туҡтатыу өсөн эшкә Президент Путиндың ҡыҫылыуы талап ителде. Әммә был фәһемле хәлдәрҙән һуң да нефть долларҙары әйләнешен көйләү тәртибе үҙгәрмәне, реаль етеш­тереү тармаҡтарын финанслауға, эш хаҡтарын, пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе индексация­лауға әүәлгесә аҡса етмәне.
Был шарттарҙа Дәүләт Дума­һының КПРФ фракцияһы иници­ативаһы ҡәҙимге популистик, хатта спекулятив сәйәси акция һымаҡ ҡына ҡабул ителә. Рәсәй Хөкүмәте закон проектын раҫла­маны һәм нефть экспортынан алынған валютаның Резерв фондында һәм Милли етешлек фондында тупланыуына күрһәтте. Ләкин КПРФ фракцияһы был йүнәлештә эшен дауам итә һәм граждандарҙың иғтибарын нефть долларҙарының фондтарға эләгеп юғалыуына, халыҡ мәнфәғәтендә ҡулланылмауына йүнәлтергә тырыша.
Тәбиғәт ресурстарын реализа­циялауҙан килгән аҡсаны граж­дандарға бүлеп биреү тәжрибәһе күп илдәрҙә уңышлы ҡулланыла. АҠШ-тың Аляска штатында, мәҫәлән, махсус “Аляска фонды” ойошторолоп, унда нефть, алтын, төрлө рудалар, таш күмер, урман продукция­һы һатыуҙан алынған килемдең 25 проценты йүнәл­телә. Ошо аҡсаның яртыһы, йәғни 12,5 проценты Аляска штатында йәшәгән граждандарҙың шәхси банк иҫәптәренә күсерелә, ҡалған 12,5 проценты социаль инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелә. Урындағы аҫаба халыҡҡа – эскимостарға, алеуттарға айырыуса ҙур иғтибар бирелеп, һуңғы йылдарҙа уларҙың тормош кимәле шаҡтай күтәрелә.
Кувейтта барлыҡ граждан­дарға 26 йәшкә еткәнгә тиклем нефть килемдәренән ай һайын 200 доллар түләнә, аҙаҡ ул түләү йыл һайын арта бара. Илдә минималь пенсия күләме өс мең доллар тәшкил итә. Катарҙа барлыҡ граждандар айына 2 мең нефть доллары ала. Норвегияла һәр кешенең банк иҫәбенә бер тапҡыр 100 мең доллар самаһы аҡса һалып ҡуйыла, ә һәр балаға, ул бәлиғ булғанға тиклем, ай һайын өс мең доллар түләнә.
Рәсәйҙә донъя халҡының ни бары ике проценты йәшәй, ә тәбиғәт байлыҡтарының 40 проценты тупланған. Рәсәй Феде­рацияһы Конституцияһына ярашлы, беҙҙә тәбиғәт байлыҡтары бөтә халыҡ милке тип иҫәпләнә. Граждандарға был ғәҙел принциптың берәй заман ғәмәлгә ашырыла башлауына ышанырға ғына ҡала…


Вернуться назад