Ләйлә йондоҙо24.10.2017
Ләйлә йондоҙоБашҡортостан нефтселәре ошо көндәрҙә ҙур юғалтыу кисерҙе – күренекле нефт­се, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ләйлә Мәрҙәншина арабыҙҙан китеп барҙы.


Ләйлә Хәнип ҡыҙы 1927 йылда Илеш районының Үрге Маншыр ауылында тыуған. Уға мәктәпте ауыр һуғыш йылдарында тамам­ларға тура килә. 1944 йылда йәш ҡыҙҙы күрше Дүртөйлө райо­нының Ҡаҙы-Йәлдәк ауылындағы башланғыс мәктәпкә бәләкәй балаларҙы уҡытырға ебәрәләр. Һуғыш дауам итә, тормош ауырлаша. Мәктәптә китаптар етешмәй, дәфтәрҙәр бөтөнләй юҡ, балалар һыуыҡ бүлмәләрҙә өшөп ултыра. Ләйләгә утын әҙерләп, мәктәпте йылытырға, нефтселәрҙең цемент ташыған ҡағыҙ тоҡтарынан дәфтәрҙәр киҫеп тегергә тура килә. Балалар, ас-яланғас булһалар ҙа, уҡырға тырыша. Күптәренең атайҙары, ағайҙары – фронтта…
Шатлыҡлы Еңеү көнө килеп етә. Әммә тормош әле һаман көйләнмәй. Ауылда төп эшсе көс – ҡатын-ҡыҙ, ҡарттар һәм бала-саға. Тирә-яҡта нефтселәр эшләй башлай, тик промыслаларҙа ла эшсе көс самалы – ир-ат юҡ. 1946 йылда мобилизация буйынса мәктәп тамамлаған йәш ҡыҙҙарҙы йыйып, скважиналарҙы хеҙмәтләндереү, ремонт бригадаларына ебәрә башлайҙар. Көслөрәк, таҙараҡ егеттәр иң ауыр эшкә – вышкалар ҡороу, быраулау бригадаларына йүнәл­телә. Скважиналарҙы ҡарау иһә еңелерәк иҫәпләнә – унда гел ҡыҙ-ҡырҡын эшләй.
19 йәшлек Ләйлә лә оператор ярҙамсыһы булып китә. Оҙаҡ­ламай, әҙерәк эш рәтен аңлай башлағас та, грамоталы ҡыҙҙы өлкән оператор итеп тәғәйен­ләйҙәр. Йәнәшәлә апалы-һеңлеле Ткачевалар, Третьякова, мастер Малышева, тәжрибәле опера­торҙар булып өлгөргән Ненмасова, Ғиниәтуллина…
Скважиналарҙа эш ауыр, техника етешмәй. Йәйге эҫелә лә, көҙгө ямғырҙарҙа, ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла ҡыҙҙар тиҫтәләгән скважинаны ҡарай. Колонналар эсенә бер бот ауырлығындағы ҙур ҡырғыс төшөрөп, һыуынып ҡатҡан парафиндан таҙартыу, сығарылған нефтте, күләмен үлсәп, резервуарҙарға бушатыу – бөтәһенә лә ҡул көсө талап ителә. Ҡышын скважиналарҙы көрт баҫа, яҙын һыу аҫтында ҡалалар. Авария була ҡалһа, бөтәһе лә ярҙамға ашыға. Торбалар йыш өҙөлә. Туң ерҙе аҡтарып, түгелгән нефткә сумып, өҙөлгән торбаларҙы алмаштырыу – иң ауыр эш. Баштан-аяҡ балсыҡҡа, нефткә буялып бөткән ҡыҙҙар, хәлдән тайып, скважинанан скважинаға ашыға. Туңып, аҡтарылып, ҡанап бөткән ҡулдарында – ҙур гайка асҡыс­тары, ауыр лом, балға, сүкештәр. Моғайын, һуғыш осоронда, унан һуңғы тәүге ауыр йылдарҙа промыслаларҙа эшләгән Башҡортостан ҡыҙҙарының һәр береһе Герой исеменә лайыҡ булғандыр…
Ләйлә Мәрҙәншинаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме 1959 йылдың 19 мартында, үҙе һис көтмәгәндә бирелә. Был мәлгә тормош ярайһы уҡ көйләнә. Нефтселәр ҙә ныҡлап аяҡҡа баҫа. Промыслаларҙа техника күбәйә, эш бер аҙ еңеләйә.
“Алтын Йондоҙ” миҙалын һәм Ленин орденын Ләйлә Мәрҙән­шина быраулау мастеры Ричард Аллаяров менән бергә ала. Улар тиҫтерҙәр, 1927 йылғылар. Ричард Хәйрулла улы Белоруссияла, хәрби гарнизонда үҫә. Атаһы – офицер, 1941 йылдың июнендә ғаиләһен Башҡортостанға оҙатып өлгөрә. Йәш егет Ишембайҙа һөнәрселек училищеһында уҡый һәм 1943 йылда “Ишембайнефть” тресында быраулаусы булып эшләй башлай. 1946 йылда “Туймазыбурнефть” тресына күсе­релә, 1948 йылдан – быраулау мастеры. 1964 йылда Р.Х. Аллаяров Башҡортостан нефтсе­ләренән бер төркөм менән бергә Нефтеюганск нефть һәм газ сығарыу идаралығына күсерелә. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шунда эшләй. 1968 йылда мәрхүм була. Октябрьский ҡалаһында бер урамға Ричард Аллаяровтың исеме бирелгән.
Ләйлә Мәрҙәншина – Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған тәүге нефтсе ҡатын-ҡыҙ. Ул операторҙар араһында бер юлы күп скважиналар хеҙмәтләндереү инициаторы була. Скважиналар һаны артҡас, операторҙар етешмәй башлай. Л. Мәрҙәншина, В. Сурков, һуғыш ветерандары К. Максимов, И. Окользин, Ғ. Мө­хәмәтйәнов йәнәшә урынлашҡан бер нисә скважинаны үҙ өҫтөнә ала. Күршеләре тәүҙә уларға шик менән ҡарай. Промыслаларҙа эш еңеләйә төшкәс, “күп скважиналылар” хәрәкәте 1951 йылдан алып киң тарала башлай. Был башланғыстың инициаторы Ләйлә Мәрҙәншина тәүҙә – өс, оҙаҡламай – һигеҙ, аҙаҡ 12 скважинаны ҡарап өлгөрә. Скважиналар тығыҙ урынлашҡан “ҡыуаҡтарҙа” 24-әр ҡоролманы хеҙмәтләндергән операторҙар була.
Ләйлә Хәнип ҡыҙы оҫталығын артабан камиллаштыра, яңы инициативалар тәҡдим итә. Мәҫәлән, ГТМ (геолог-техник саралар) идеяһы авторҙары – Туймазы нефтселәре, һуғыш ветераны, Советтар Союзы Геройы Талип Нурҡаев менән Ләйлә Мәрҙән­шина. Уларға башҡа операторҙар, инженерҙар ҡушыла. Технология йәнәшәләге скважиналарҙағы хәлдәрҙе даими өйрәнеп, ятҡылыҡтың күләмле теүәл ер аҫты картаһын төҙөп эшләүҙе талап итә. Л. Мәрҙәншина про­мыслаларҙа автоматика ҡуллана башлауҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Ләйлә Хәнип ҡыҙы Мәрҙән­шина сирек быуат ваҡыт Туймазы нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләй. Октябрьский ҡала Советы, БАССР Юғары Советы, СССР Юғары Советы депутаты була. СССР проф­союздарының ХIII, XIV, XV съездарында ҡатнаша. Депутат булараҡ, нефтселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, яңы социаль һәм мәҙәни объекттар төҙөү эшенә күп тырышлыҡ һалды.
Миңә, был юлдарҙың авторына, заманында Ләйлә апай менән яҡындан таныш булырға, хатта бер ни тиклем ваҡыт бергә эшләргә яҙҙы. Бөгөн Ләйлә Хәнип ҡыҙының яҡты исемен мәңге­ләштереү тураһында фекеремде әйтмәксемен. Октябрьский ҡала­һының үҙәк урамдарының бере­һенә Ләйлә Мәрҙәншинаның исемен биреү оло эш булыр ине, тип иҫәпләйем.

Ренат НУРЕТДИНОВ,
Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтсеһе.


Вернуться назад