Рәсәй Президенты Владимир Путин “Алмаз-Антей” һауа-йыһан оборона концернында Хәрби сәнәғәт комиссияһының импортты алмаштырыу темаһына арналған киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Президент хәрби техника һәм граждандар продукцияһы етештереүҙә сит ил компоненттары ҡулланыуҙы сикләү маҡсатын ҡуйҙы. РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Хәрби сәнәғәт комиссияһы коллегияһы рәйесе Дмитрий Рогозин раҫлауынса, хәрби техникала импорт компоненттары өлөшө һигеҙ проценттан артмай, әммә улар иң мөһим, технологик яҡтан иң алдынғы йүнәлештәргә тура килә. Хәлде был компоненттарҙың үҙебеҙҙә етештерелмәүе ҡатмарлаштыра. Бөгөн АҠШ-тан һәм ЕС илдәренән алынған компоненттар 640 төрлө модель хәрби техника етештереүҙә ҡулланыла, шуларҙан 571 моделдә компоненттар 2018 йылда тулыһынса алыштырылырға тейеш. Оборона министрлығы 2025 йылға тиклем әҙерләгән планға ярашлы иһә, яңы, перспективалы проекттарҙы ла иҫәпкә алғанда, барлығы 826 моделдә импорт компоненттары Рәсәйҙә сығарылған аналогтарға алмаштырылырға тейеш. Импортты алмаштырыуҙағы иң ауыр проблема – электрон компонент базаһы (ЭКБ) етешмәү. Беҙҙең предприятиелар тиҙ арала ул эшкә тотона алмай, сөнки бының өсөн заманса микроэлектроника сәнәғәте булдырыу талап ителә. Бында һүҙ иң тәүҙә яңы быуын интеграль микросхемалар (микрочип) һәм улар нигеҙендә ҡоролған процессорҙар тураһында бара.
Процессорҙар өлкәһендә АҠШ-тың Intel һәм АМD компаниялары донъя лидерҙары булып тора. Улар икеһе лә Калифорния штатында урынлашҡан. Санта-Клара ҡалаһындағы Intel (Integrated Electroniсs) өлөшөнә бөтә донъяла сығарылған процессорҙарҙың теүәл 80 проценты тура килә, Саннивейл ҡалаһындағы АМD (Advanced MicroDevices) 12 процентын етештерә. Дөйөм алғанда, был өлкәлә АҠШ өлөшө 92 процент тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: Рәсәй Федерацияһы өлөшө – ни бары 0,23 процент. Калифорниялағы предприятиеларҙа Рәсәйҙән киткән инженерҙар күп эшләй. Мәҫәлән, Intel корпорацияһында программалаусыларҙың ҙур өлөшөн яҡташтарыбыҙ тәшкил итә – улар унда 850 кеше. Корпорацияның башҡарыусы директоры Крейг Барретт һуңғы йылдарҙа ғына дүрт тапҡыр Мәскәүҙә булып китте, һәм ул йыйған белгестәр – “Барреттың рус командаһы” Калифорнияла иң көслө программалаусылар коллективы иҫәпләнә.
Процессорҙарҙың ҙур өлөшө хәрби техникала ҡулланылыуы сер түгел. Мәҫәлән, бөгөн яңы 5-се быуын хәрби самолет – тулыһынса компьютерлаштырылған машина. Унда компьютер элемент базаһы – иң тәүҙә процессорҙар фәҡәт үҙебеҙҙә генә сығарылған булырға тейеш. Әммә беҙҙә заманса микроэлектроника етештерерлек тейешле матди база юҡ. Авиация техникаһын алһаҡ, уға авионика (борт электроникаһы) етештергән заводтар хәҙер һәр яҡтан иҫкергән, күптәре ябылған, ҡиммәтле кадрҙары, технологиялары юғалтылған. Өфө приборҙар эшләү берекмәһе (40-сы һанлы завод) тармаҡта иң көслө предприятие иҫәпләнеп, барлыҡ төр самолеттар һәм вертолеттар, йыһан аппараттары өсөн автопилоттар, САУ (автоматик идара системалары), борт хисаплау ҡоролмалары сығарҙы.
Бөгөнгө көндә авионика етештереүсе заводтар алдында торған иң ауыр проблема электрон компонент базаһына, дөрөҫөрәге, уның булмауына бәйле. Әммә был проблемаға киңерәк ҡарау талап ителә. Авиация һәм йыһан технологиялары менән шөғөлләнеүселәр иһә уның менән алдараҡ осрашты. Әгәр беҙ өҫтәлебеҙҙәге ҡәҙимге компьютерыбыҙҙы тоҡандырһаҡ, мотлаҡ Intel корпорацияһының процессорын һәм Microsoft корпорацияһының операция системаһын эшкә егәбеҙ. Әммә ул продукттарҙы, ниндәй генә уңайлы, камил булмаһындар, беҙ бөтә ерҙә лә ҡуллана алмайбыҙ. Иң тәүҙә, әлбиттә, хәрби техникала. Тимәк, сифаты буйынса насарыраҡ булһа ла, үҙебеҙҙекен етештерә башлау талап ителә.