"Уңыш"та эштәр уңышлы14.04.2012
"Уңыш"та эштәр уңышлыГүзәл апай бөгөн фермаға ғәҙәттәгенән иртә йыйынды. Алмаҡайы ла һуңғы арала ауырыңҡырап тора, ветеринар врачҡа күрһәтергә ине. Ҡояшҡайының да елене еткән, кисә быҙаулаған Иркәһенә лә, Аҡсарлағына ла яҡшы тәрбиә кәрәк булыр. Әйтеүе генә анһат: бына 30 йылдан ашыу ферма эше, һыйыр-быҙауҙар тип көн дә эшкә ашыға ул.
– Һауынсы эшенең һис ауырлығын тоймайым, иртә менән һыйырҙар янына барыу миңә кинәнес кенә бирә, – ти "Уңыш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Усман һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Гүзәл Ғәлимова. – Мәктәпте тамамлағас та эшкә килгәйнем. Тәүҙә еңелдән булманы, әммә оло апайҙар миңә һәр саҡ таяныс булды. Эште, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яратырға кәрәк, шул саҡта ғына хеҙмәтеңдән йәм табасаҡһың.
2001 йылда "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булған Гүзәл Ғәлимова ошо уҡ хужалыҡта эшләгән ире менән биш ҡыҙ һәм ике малай тәрбиәләп үҫтергән. Яңыраҡ өлкән ҡыҙын кейәүгә биреп, матур туй яһағандар.
"Уңыш"та эштәр уңышлыБөгөн Гүзәл эшләгән йәмғиәттә бер меңгә яҡын симменталь тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Көтөү йыл һайын яңы тоҡомло мал менән тулыландырыла. Быҙауҙар алыу йыл әйләнәһенә дауам итә. Алдарынан аҙыҡ өҙөлмәгәс, тәрбиә яҡшы булғас, һөт һауыу күләме лә арта. Сенаж, силос, фураж күпләп бирелә, бесән, һаламға ҡытлыҡ юҡ. Продукцияны Ауырғазы һөт заводына оҙаталар.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәнил Дилмөхәмәтов етәкләгән хужалыҡ районда алдынғылар рәтендә. Хужаның булдыҡлылығы, уңғанлығы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана: ферма биналарына йәй матур ремонт үткәргәндәр, иҙән-түшәмдәр алмаштырылған, тәҙрәләр яңыртылған. Ауыл хужалығы техникаһы паркын да йыш яңыртып торалар. Көндөҙ мал иркен ялан кәртәлә тотола, яңы тыуған быҙауҙар өсөн йылы ҡура бар.
"Уңыш"та эш шарттары һәйбәт булғас, малсыларға ихтирам күрһәтелгәс, йәмғиәттең даны тураһында ишетеп, йәштәр ҙә ҡайта. Эшселәргә киләсәктә йәмғиәт ҡытлыҡ кисермәйәсәк. Әйткәндәй, бөгөн бында өс ауылдан 71 кеше эшләй, ҡыҙыу осорҙа иһә уларҙың һаны күпкә арта. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, малсылар был турала үҙҙәре үк ҡыуаныс менән белдерҙе.
Самат ҒӘЛИН
Ауырғазы районы.


Вернуться назад