Заман менән бергә үҙгәрәләр20.10.2017
Заман менән бергә үҙгәрәләрРеспубликаның төньяҡ-көнбайыш райондары биләмәләре аша үткән федераль юлдарҙан күп тапҡыр йөрөргә насип итте. Уларҙың төҙөк һәм йыл әйләнәһенә ҡараулы булыуына иғтибар итәбеҙ. Бында республиканың юл төҙөлөшө комп­лексы тармағында киң билдәле предприятие – “Дорожник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хеҙмәт өлөшө айырыуса ҙур. Исеменән үк аңлашылыуынса, предприятиеның эшмәкәрлеге тулыһынса юлдар менән бәйле.


“Дорожник” йәмғиәте федераль, республика һәм урындағы юлдарҙы төҙөү, реконструкциялау, капиталь һәм ағымдағы ремонт эштәрен башҡара. Шулай уҡ оҙонлоғо 192 километр булған республика биләмәһе аша һалынған М-7 “Волга” һәм Өфөнө көнбайыштан урап үткән автомобиль юлдарын ҡараулы тотоу был булдыҡлы предприятиеға йөкмәтелгән.
Әйткәндәй, “Дорожник” әлеге статуста үҙенең ун биш йыллығын билдәләй. Әгәр уҙған юлына күҙ һалһаҡ, коллективтың ғорурланып һөйләрлек эштәре күп. Әммә хикмәт уларҙың иҫәбендә генә түгел. Һуңғы йылдарҙа республиканың юл төҙөлөшөндә инновациялы технологиялар киң ҡулланылыш тапты. Предприятие һәр саҡ заманса алымдарға башлап юл ярыу­сылар рәтендә булды. Был инде юғары яуаплылыҡ тойоп эшләүҙән килә. Коллектив тәүгеләрҙән булып ҡырсынташ – мас­тикалы асфальт-бетон ҡатнашмаһын әҙерләү һәм һалыу технологияһын үҙләштерҙе һәм уңышлы ҡулланып килә. Ул, башҡа юл өҫлөктәренә ҡарағанда, юғары эксплуатациялау үҙенсәлеге менән айырыла, оҙаҡ хеҙмәт итә. Шулай уҡ юл япмаһының сифатын яҡшыртыу маҡса­тында геосетка ҡулланыу ҙа көткән һөҙөмтәне бирә.
Заман менән бергә үҙгәрәләрПредприятиеға федераль юлдарҙы ҡарап, тәртиптә һәм төҙөк тотоу, хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, юлдың һәм юл ҡоролмаларының бөтөнлөгөн һаҡлау бурысы йөкмәтелгән, тип әйттек. Билдәле булыуынса, был магистралдәрҙә техника ағымы көслө, уларға ҙур көсөргәнеш төшә. Элекке технологиялар һәм нормативтар буйынса төҙөлгән юлдар бындай баҫымды күтәрә алмай. Шуға ла уларҙы тәртиптә тотоу – ҙур яуаплылыҡ талап иткән ҡатмарлы һәм сығымлы эш.
Әле М-7 “Волга” автомобиль юлының 1188 – 1192-се километры, 1192 – 1205-се, 1235 – 1251-се километр майҙанда­рында ремонт эштәре теүәлләнде. Бөтәһе 198 миллион һумға яҡын эш башҡарылды.
Миллиондар берҙәм, тырыш коллек­тивтың фиҙакәр хеҙмәте менән яулана. Бөгөнгө осор тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә ҙур талаптар ҡуя. Хәҙер юл төҙөлөшөндә ысын профессионалдар ғына эшләй ала, сөнки ҡулланылған заманса техника һәм технологиялар был өлкәлә ныҡлы белем һәм һөнәри әҙерлек талап итә. Өҫтәүенә юлсыларға йыл әйләнәһенә ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында булырға тура килә. Бының өсөн сыҙамлылыҡ, физик сыныҡҡанлыҡ кәрәк. Коллективта нәҡ ошондайҙар эшләй.
Предприятиеның эшен заманса һәм һөҙөмтәле ойоштороуға уның директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Алик Ғиләжев ҙур тырышлыҡ һала. Алик Закуан улы оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында етәксе вазифаларҙа эшләй, унан һуң “Дорожник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора. Үткән осорҙа предприятиеға иҡти­сади көрсөк йылдарын да, конкурентлыҡ һынауҙарын да үтергә тура килә. Әммә Алик Ғиләжев үҙенең етәкселек оҫталығы менән предприятиены тотороҡло үҫеш юлына сығарыуға өлгәшә.
– Һуңғы осорҙа юл хужалығы тармағы тамырҙан үҙгәртеп ҡороу кисерә, йәғни яңы талаптар һәм стандарттар ғәмәлгә инә. Юлдарҙы сифатлы итеп төҙөү – төп бурысыбыҙ һәм уны намыҫ менән үтәргә тырышабыҙ, – ти Алик Закуан улы.
Предприятие һәр заказды ҙур яуап­лылыҡ менән ҡабул итә һәм еренә еткереп үтәй. Бында коллективтың булдыҡлылығы ла, матди-техник базаның ныҡлығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Заманса яңы техника алырға ынтылалар. Һуңғы осорҙа ғына бер нисә “КамАЗ”, каток, асфальт һалғыс, тракторҙар һәм башҡа төр техника һатып алғандар.
“Дорожник”тың тағы ла бер күркәм сифатын билдәләргә кәрәк. Бында кадрҙар тотороҡло. Был йәһәттән үҙ эшен тырышып намыҫлы башҡарған баш хисапсы Рима Мостафина, башҡарма директор Фәрит Абдуллин кеүек тәжрибәле белгестәр, Ринат һәм Таһир Хәйруллин­дарҙың ғаилә династияһы, водителдәр Рәүеф Нәбиуллин, Хәлит Ғәниев, Фидан Ғилемханов, моторист Рәфит Тимерханов, оператор Валерий Шәрипов өлгө булып тора. Шул уҡ ваҡытта коллектив белемле һәм һәләтле йәштәр иҫәбенә тулылана. Производство-техник бүлек етәксеһе Ришат Әхийәров, баш механик Илдус Шәйхәттәров хаҡында был фекер.
Йыл тамамланып килһә лә, “Дорожник” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре алда тағы ла яуаплыраҡ осор тора тип иҫәпләй, сөнки ҡышҡы айҙар юлдар ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Әммә улар был мәлде йылдағыса ныҡлы әҙерлек менән ҡаршылай, юлдарҙың яҡшы торошо – юлсыларҙың именлеге тигән һүҙ бит.

Ә. ҒӘЛИМЙӘНОВА.

Кушнаренко районы.


Вернуться назад